«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ҡышһылыуҙарҙы көтәбеҙ



29.11.2011 Ҡышһылыуҙарҙы көтәбеҙ

Ҡышһылыуҙарҙы көтәбеҙ
«Йәшлек» гүзәле» конкурсының интернетта ла барыуы күптәрҙе йәнләндереп ебәрҙе. Конкурсҡа хаттар ҙа күп килә, интернет аша ла хәбәрҙәр ағыла. Ә иң мөһиме, тауыш биреү аша еңеүсене редакция хеҙмәткәрҙәре түгел, ә һеҙ һайлайһығыҙ. Көҙһылыуҙы ла билдәләр мәл килеп етте. Шарт буйынса иң күп тауыш йыйған ике һылыуҡай араһынан «Йәшлек» гәзите еңеүсене һайлап алыу хоҡуғына эйә. Был юлы һигеҙ конкурсант араһында ике һылыуҡай айырыуса күп тауыш йыйҙы – Юлиә Дәмин­дәрова (414) һәм Зөлхизә Аҫылбаева (520 тауыш). Улар араһынан редакция хеҙмәткәрҙәре Зөлхизәне еңеүсе итеп һайланы. Йыл аҙағында билдәләнәсәк «Йәшлек» гүзәле» исеменә лә Зөлхизә дәғүә итә, тимәк. «Йәшлек» гүзәле – 2011» конкурсында еңгән һылыуҡайҙы иҫтәлекле бүләк һәм 2012 йылдың календары өсөн фотоға төшөү көтә.
Ҡышһылыуҙарҙы көтәбеҙ
Шулай уҡ йыл аҙағында иң күп тауыш йыйған «Интернет «Йәшлек» гүзәле» лә билдәләнәсәк.
Ә әлегә сираттағы бәйге − ҡышһылыуҙы һайлау башлана. Тик яңы йылға ваҡыт аҙ ҡалыу сәбәпле, хаттар декабрҙә генә ҡабул ителә. Шарттар ғәҙәттәгесә. Улар менән «Вконтакте» сайтындағы (http://vkontakte.ru/club24213300) төркөмөбөҙҙә лә таныша алаһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға