«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Эшҡыуар Йәштәрҙе гранттар көтә



19.11.2011 Эшҡыуар Йәштәрҙе гранттар көтә

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы «Йәштәр проекты – 2011» республика йәштәр бизнес-проекттары һәм бизнес-идеялары конкурсы хаҡында иғлан итә.
Һәләтле йәш эшҡыуарҙарҙы асыҡлау һәм уларға финанс ярҙамы күрһәтеү, йәштәр араһында эшҡыуарлыҡ башланғысын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, республикала яңы бәләкәй предприятиелар асыу процесын әүҙемләштереү һәм ғәмәлдәгеләрен үҫтереү сараның төп маҡсаттары булып тора. Конкурста 30 йәшкә тиклемге шәхси эшҡыуарҙар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, шулай уҡ йәштәр коллективтары ҡатнаша ала. Үҙ бизнес-проекттарын ауыл хужалығы, һунарсылыҡ һәм урман хужалыҡтары, эшкәртеү производстволары, фәнни тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр, төҙөлөш, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү йүнәлешендә тормошҡа ашыр­ған йәштәр эшҡыуарлығы субъекттарына өҫтөнлөк биреләсәк. Еңеүселәр «Иң яҡшы йәштәр бизнес-проекты» һәм «Иң яҡшы йәштәр бизнес-идеяһы» исемле ике номинацияла гранттар менән бүләкләнәсәк.
Заявкалар 16 декабргә тиклем Башҡортостан Республикаһының Йәш­тәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында ҡабул ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға