«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Маҡсатым – алдынғы ҡарашлы шәхес булыу»



16.08.2011 «Маҡсатым – алдынғы ҡарашлы шәхес булыу»

«Маҡсатым – алдынғы ҡарашлы шәхес  булыу»
Башҡорт халҡының бөйөк сәсәне, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы 2006 йылда Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан стипендия булдырылды. Был стипендия республиканың белем биреү учреждениеларының өмөтлө һәм мәртәбәле егет-ҡыҙҙарына тәғәйенләнгән. Ләйлә Әбдрәхимова ла ошо баһаға лайыҡ булды. Был ҡыҙ тыумышы менән Күгәрсен районының Тәүәкән ауылынан.
Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән тырыш уҡыусыға Салауат ҡалаһының педагогия колледжына уҡырға инеү оло яуаплылыҡ йөкмәтә. Ләйлә тәүге йылдар­ҙан шаулап торған студент донъяһына сума. Төп йүнәлеше инглиз теле уҡытыусыһы булараҡ, был телде өйрәнеүгә бар көсөн һала. Интернет селтәре аша халыҡ-ара проекттарҙа теләп ҡатнаша. Уҡыуҙан тыш, һәр яҡтан да камил ҡыҙ йыр-моңға ғашиҡ. «Театр яҙы» фестивалендә З. Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» трилогияһынан яттан һөйләгән өҙөк өсөн беренсе урын яулауы бөгөнгөләй хәтерендә. Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған «Киләсәктең яңы уҡытыусыһы» конференцияһында ҡатнаша, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы уҙғар­ған «Журналистика нигеҙҙәре» курсын тамамлай. ҡалала уҙғарылып килгән фестиваль һәм башҡа байрамдарҙы үҙенең моңло тауышы менән биҙәй.
– Бигерәк тә халыҡ йырҙарын өйрәнергә һәм йырлар­ға яратам. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа иң яратып башҡар­ған йырҙарым – «Элмәлек», «Каруанһарай», «Урал» бәйете. Күптән түгел «Башҡорт халыҡ йырҙары» тип аталған тикшеренеү эшен яҙҙым. «Умырзая» эстрада ансамблендә солистка булараҡ ҡатнашам, – ти Ләйлә.
Башҡорт әҙәбиәтен дә яратып уҡый ҡыҙ. Зәйнәб Биишева һәм Мостай Кәрим геройҙары аша тормошта тырыш булырға, үҙ юлын табырға өйрәнә.
– Туҡтап ҡалмаҫҡа, артабан да үҙ өҫтөмдә эшләргә ниәтләнәм. Маҡсатым – шәхес булып үҫеү, – ти ул.
Быйыл Ләйлә Салауат педагогия колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға инде.

Зөһрә МУСИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға