«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Йондоҙло осош» яңы таланттар асасаҡ



30.07.2011 «Йондоҙло осош» яңы таланттар асасаҡ

Һәләтле йәштәр өсөн ойошторолған проект «Дан минуты» тапшырыуынан ҡалышмаҫҡа оҡшаған
Йәш таланттарҙың «Йондоҙло осош» тип аталған хит-парадында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу дауам итә. 6 авгусҡа тиклем 15 – 35 йәшлек йәштәргә үҙҙәренең һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге бар. Актерҙар, моделдәр, ди-джей, шоумендар, йырсы-бейеүселәр, үҙенсәлекле жанр башҡарыусылары, фотоға төшөрөүселәр һәм үҙҙәренең таланттары менән бүтәндәрҙе һоҡландырырға, аптыратырға әҙер булыусы йәштәр 8 (347) 293-55-45 телефоны буйынса шылтырата, йә булмаһа, ufa.hitparad@imkotera.com электрон адресына, ҡатнашырға теләк белдереп, ғариза ебәрә ала.
Кастинг һөҙөмтәләре буйынса 50 ҡатнашыусы 7 – 14 августа үтәсәк һайлап алыу турына алына. Уларҙың яртыһы, финалға үтеп, 3 сентябрҙә Өфөнөң бер клубында уҙасаҡ гала-концертта сығыш яһау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Төрлө номинацияларҙа еңеү яулаусы конкурсанттар аҡсалата премиялар, иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар менән билдәләнәсәк.
Проект талантлы, артист һәләте булған йәштәрҙе табыуға, уларҙың мәҙәни кимәлен күтәреүгә, үҙҙәрен һынау мөмкинлеге биреп, ижад емештәрен киң тамашасыға еткереүгә йүнәлтелгән.
Р. РИНАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға