«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Гармунсылар, байрамға әҙерләнегеҙ!



19.04.2011 Гармунсылар, байрамға әҙерләнегеҙ!

19 – 20 майҙа Яңауыл ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикала «Тальян байрамы»н ойоштороусы (1985, 1986, 1987 йылдар) Фәтих Иҡсанов призына «Моңға бай гармун байрамы» үткәреләсәк.
Конкурс музыка ҡоралдарында уйнаусы яңы таланттарҙы асыу, ижади ҡарашлы йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, оҫталарҙы билдәләп, артабан да таланттарын үҫтереү маҡсатында уҙғарыла.
Байрам ике этаптан тора: тәүҙә музыка ҡоралдарында уйнаусылар көс һынашһа, икенсе көндө еңеүселәр һәм ҡунаҡтар гала-концертта тама­шасылар­ҙы сығыштары менән ҡыуандырасаҡ. Конкурста айырым башҡарыусылар, тальянда, гармунда уйнаусы ансамблдәр, музыка ҡоралдарын әҙерләүселәр ҡатнаша.
Ғаризалар 15 майға тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгендә ҡабул ителә.

Р. РИНАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға