«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Иң матур эшһөйәр – өфөнән



26.03.2011 Иң матур эшһөйәр – өфөнән

Иң матур эшһөйәр – өфөнәнОшо көндәрҙә өсөнсө тапҡыр «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2011» республика конкурсы уҙҙы. Ул БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Профсоюздар федерацияһы тарафынан йәштәр менән эште әүҙемләштереү, яңы таланттарҙы асыу маҡсатында ойошторолдо.

Был юлы конкурста ҡатнашырға 27 ғариза бирелгәйне. «Иң-иң»дәре булған 11 конкурсант ҡына финалға үтте.Операторҙар, журналистар, табиптар, инженер­ҙар, кассирҙар бар ине үҙҙәренең көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр араһында.
Бәйгеселәр үҙҙәренең һәләтен төрлө конкурстарҙа күрһәтте. Беренсе һынау «Үҙең менән таныштырыу» тип атала ине. Быйыл был конкурсҡа өҫтәмәләр ҙә индерелгән – ҡатнашыусылар үҙҙәре менән генә таныштырып ҡалмай, ә һөнәренең кейемен тамашасы хөкөмөнә сығарырға тейеш ине. Икенсе конкурста һылыу заттар музыкаль һәләтен күрһәтте. Эшһөйәрҙәр, ғөмүмән, һынауҙарға ентекле әҙерләнгән. Шулай ҙа үҙҙәренең һылыулығы менән генә түгел, ә уңғанлығы, маһирлығы менән Гүзәл Ғәлиева, Наилә Имаева, Альбина Арыҫланова, Жанна Бәлхийәрова айырылып торҙо.
Ниһайәт, 11 конкурсант араһынан «иң-иң»ен һайлар мәл етте. Шулай итеп, «Тамашасы һөйөүе»нә Ангелина Горшенина лайыҡ булды. Иң мөләйем эшсе ҡатын-ҡыҙ тип Наилә Имаева табылды. «Иң һөйкөмлө эшсе ҡатын-ҡыҙ» номинацияһында Гүзәл Ғәлиева еңеп сыҡты. Ә «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2011» титулына бер тауыштан Өфө ҡалаһынан Жанна Бәлхийәрова лайыҡ булды. Жанна үҙенең был еңеүе өсөн туғандарына, дуҫтарына, коллективына рәхмәт белдер­ҙе.
Бәхет уңғандарҙың ҡулында, ти халыҡ. Ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, ул үҙ эшен яратып башҡарырға тейеш, тигән фекерҙә ҡатнашыусылар.

Гөлсәсәк Аҡылова,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға