«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Рима НОҒОМАНОВА: «Кешеләр күңеленә әҙ генә булһа ла матурлыҡ осҡондарын һалғым килә»



22.03.2011 Рима НОҒОМАНОВА: «Кешеләр күңеленә әҙ генә булһа ла матурлыҡ осҡондарын һалғым килә»

Рима НОҒОМАНОВА: «Кешеләр күңеленә әҙ генә булһа ла матурлыҡ осҡондарын һалғым килә»Гүзәл тәбиғәтле, таланттарға бай Баймаҡ районының Аҡтау ауылы ҡыҙы Рима Ноғоманова булам. Миңә 22 йәш. Бәләкәй саҡтан йырларға, бейергә, бешеренергә яратам. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының актерҙар бүлеген тамамлағандан һуң Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына ситтән тороп уҡырға индем. Хыялым – уҡыуымды уңышлы тамамлап, тыуған республикамдың мәҙәниәтен үҫтереүгә бәләкәй генә булһа ла үҙ өлөшөмдө индереү.
Кешеләрҙең ябай, ихлас, ярҙамсыл булғанын яратам. ҡайһы бер йәштәребеҙҙең эскелеккә бирелеп, үҙ-үҙҙәрен юҡҡа сығарыуын күреп, йөрәгем әрней. Уларҙың бөтәһенең дә күңелдәренә әҙ генә булһа ла матурлыҡҡа һөйөү тыуҙырырлыҡ осҡон һалғым килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға