«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Башҡорт һылыуы мин!»



03.08.2010 «Башҡорт һылыуы мин!»

Гөлгөнә Атауллина: «Башҡорт һылыуы мин!»
«Башҡорт һылыуы мин!»Ишембай ҡыҙы Гөлгөнә Атаулли­на – буласаҡ журналист. Әлегә БДУ-ла белем ала.
«Журналистика менән етенселә уҡығанда ҡыҙыҡһынып киттем. Үҙем бик аралашыусан, асыҡ холоҡло кеше. Үҙһүҙлерәкмен дә. Бала саҡтан әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынам, яңылыҡтарҙы ваҡытында белеп барырға тырышам. Киләсәктә спорт журналистикаһында эшләргә теләк бар. Футбол, хоккей матчтары менән бик ҡыҙыҡһынам.
Мәктәп йылдарым уҙған Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһы уҡытыусыларына рәхмәтем ҙур. Тап ошонда мине илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләнеләр. Башҡорт ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам», – ти тырыш студент.

Миңзәлә АСҡАРОВА.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға