«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Айыҡтар сафына баҫығыҙ!



12.03.2011 Айыҡтар сафына баҫығыҙ!

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» республика конкурсы старт алды. Уның ниәте изге – республика халҡын айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәү, үҫеп килгән быуынды эскелек кеүек афәттән һаҡлап алып ҡалыу.
«Айыҡ ауыл» конкурсында республиканың бөтә ауылдары ла ҡатнаша ала. Ул өс этапта үтәсәк. Әле иң мөһим эштәрҙең береһе – конкурста ҡатнашырға теләүсе ауылдарҙан ғаризалар ҡабул итеү. Ғаризаларҙы 1 апрелгә тиклем бирергә кәрәк. Конкурста ҡатнашырға теләгән ауылдарҙа алкоголь продукцияһының һатылыуы һәм ҡулланылыуы мөмкин булғанса сикләнергә тейеш. Бигерәк тә ял, байрам көндәрендә контроль көсәйтелһен ине. Бындай көндәрҙә клубтарға, дискотекаларға рейдтар эшләү мотлаҡ. Суррогат эсемлектәр, көмөшкә һатыу менән аҡса һуҡҡан «эшҡыуарҙар» менән эш алып барыу, хатта көрәшеү ҙә планда булырға тейеш. Шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан ауылдарҙа ошо темаға баннерҙар эленеп тороуы ла эскелеккә ҡаршы кампанияға өлөшөн индерәсәк. Мәктәптәрҙә, клубтарҙа сәләмәт тормошто пропагандалаусы видеофильмдар күрһәтеү, лекциялар ҙа ойошторолһон.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы trezvorb@mail.ru йәки kurultay-ufa@mail.ru электрон адрестарына интернет аша ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50-се йорт адресы буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла ғаризалар­ҙы ҡабул итә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре хәбәр итеүенсә, «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға теләп, ғаризалар тапшырыусылар артҡандан-арта бара. Әлеге көнгә Белорет районының Мөхәмәт, Ғафури районының Сәйетбаба, Хәйбулла районының Йәнтеш, Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй, ҡолбай, Күпсәнәй, Рәтамаҡ, Спартак, Әбйәлилдең ҡырҙас һәм Әхмәт, Учалы районының Сөләймән ауылы, Салауат районының Сыбаркүл менән Көҫәпәй ауылдары конкурсҡа ҡушылды. Исемлектән күренеүенсә, әлегә эскелеккә ҡаршы көрәшкә күтәрелеүселәр араһында Йәрмәкәй районы халҡына етеүселәр юҡ. Ғаризалар тапшырырға ваҡыт бар әле, шуға ла юғалып ҡалмағыҙ, дуҫтар. Замандың был афәтенә битараф булмайыҡ!
Әлбиттә, конкурс булғас, бүләге лә ҡаралған. Төп еңеүсе ауылдарҙан тыш, сәләмәт тормош алып барыусы ғаиләләр, коллективтар, айырым кешеләр ҙә билдәләнәсәк. Ауылың хаҡында иң шәп фото йәки видеорепортаж, сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса практик кәңәштәрегеҙ бар икән, рәхим итеп, конкурста ҡатнашығыҙ. Айыҡ тормош алып барылған ерҙә ауыл да төҙөкләнә, социаль мәсьәләләр ҙә хәл ителә бит. Ошолар хаҡында конкурсты ойоштороу­сылар­ға хәбәр итегеҙ. ҡыҫҡаһы, «Айыҡ ауыл» конкурсын тотош республика менән күтәреп алып, матур итеп ойоштороу һәр беребеҙҙән тора!

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға