«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Барып етһәк әрмеләргә, Тоғро хеҙмәт итербеҙ. Ҡасып ятҡан ағайҙарҙың Танауына сиртербеҙ»



26.02.2011 «Барып етһәк әрмеләргә, Тоғро хеҙмәт итербеҙ. Ҡасып ятҡан ағайҙарҙың Танауына сиртербеҙ»

Атай ҡасты, аҡса юҡ, тип,
Әлиментте түләргә.
Ярай әле кейеме ҡалды,
Аҙаҡ һағынып һөйләргә.

* * *

Мәктәп яба етәкселәр,
Бер ҙә аптыраған юҡ.
Әрме китәм. Атай-әсәйгә
Аҡса булыр фатирлыҡ.

Ғәфүр САФИН.
Бөрйән районы,
Кейекбай ауылы.

* * *
Ағай ҡайтты армиянан,
Кейемен беҙгә бирҙе.
ҡустым кейгәс ботинкаһын,
Миңә быйма кейҙерҙе.
Алмашҡа китәбеҙ, тигәс,
Бәләкәйһегеҙ, тиҙәр,
Һеҙҙән олораҡ егеттәр
Бармай ҡасып йөрөйҙәр.
Шәрифә ЗАКИРОВА.
Салауат районы,
Урмансы ауылы.

* * *
Атайҙың күлдәген йәһәт
Апайым кейә һалды.
Аяғына олатайҙың
Быймаһы ярап ҡалды.

Башына кейҙе фуражка,
Биленә таҡты ҡайыш.
ҡулына алды автомат,
Генерал, понимаешь.

Ә миңә ҡалды атайҙың
Костюмы һәм бүреге.
Аяғыма һыйыр әле
Бынау ҡыптыр итеге.

ҡыҙҙарҙың ҡулында хәҙер
ҡурсаҡ түгел, автомат.
Малайҙарҙан арттыралар,
Шуға торам аптырап.
Ғәлимә САТТАРОВА.
Көйөргәҙе районы,
Яҡшембәт ауылы.

* * *
Хәҙер бик күп ағайҙар
Армияға бармайҙар.
«Аҡ билет»ты һатып алып,
ҡасыу яғын ҡарайҙар.

Ил һаҡларға һалдат кәрәк,
Дошман боҙор сиктәрҙе.
Әрмеләргә китергә тип,
Беҙ кейҙек итектәрҙе.

Атайҙан ҡалған бүрек бар,
Фуражка ла, китель дә.
ҡоралдар шәп, кит, ҡасығыҙ,
Атылыр ҙа китер ҙә...
Барып етһәк әрмеләргә,
Тоғро хеҙмәт итербеҙ.
ҡасып ятҡан ағайҙарҙың
Танауына сиртербеҙ.
Зөбәйлә ФӘТИЕВА.
Ишембай районы.
ҡолғона ауылы.

* * *
Ағай ил һаҡсыһы булғас,
Беҙ ихлас һөйөндөк.
Мәҙәк өсөн юрый ғына
Һалдат булып кейендек.

Вил ағайға форма оҡшай,
Бик мөләйем йылмая.
Ниәт – хәрбиҙәрсә атлау,
Көсө етмәй быймаға.

Дим ҡустым кителен кейҙе,
Дәү кәпәс күҙен ҡаплай.
Ботинка, гүйә, ҡурғаштай,
Ауыр шул, булмай атлап.

Мәрәкә балалар тимәгеҙ,
Беҙ ҙә үҫеп етербеҙ.
Ғәзиз илкәйҙе һаҡларға
Хеҙмәт итә китербеҙ.
Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ.
Әбйәлил районы,
Тупаҡ ауылы.
* * *
Быйма ҙурмы, ботинкамы,
Китель ҙурмы, күлдәкме?
Форма кейҙек әле икәү,
Атайымдан күрмәксе.

ҡустыма таман бүрек,
Фуражкаһы – минеке.
Оҙон еңле китель генә
Яйһыҙыраҡ түгелме?

* * *
Ағай ҡайтты армиянан,
Беҙ үҫәбеҙ алмашҡа.
Быймаңды биреп торорһоң –
Үҙем торайым һаҡта.

* * *
Тайыш кейгән ботинкаңдың
Иң алда бауын бәйлә.
Еңең тора метр ярым,
Бар ательеға тәүҙә!

Эй, һин, майор, маҡтанма!
Сәсеңде йый иң алда!
Быймаңдай ғына буйың,
Уйынсыҡ бит ҡоралың.

Сәғиҙә ҒАЗИНА.
Бөрйән районы,
Иҫке Монасип ауылы.

* * *
Телевизорҙан һалдат күреп,
Күп тапҡыр атышҡан бар.
Апайға әйтеп ҡараһам,
Бәлки, ул ҡуша уйнар.

Атай хәрби кеше булғас,
Беҙ ҙә унан ҡалманыҡ.
Бар кейемен кейеп ҡарап,
Иң матурын һайланыҡ.

Беҙҙән һәйбәт һалдат сығыр,
Атай балаһы булғас.
Ил һаҡларға юл тотабыҙ,
Күңелгә көс-дәрт тулғас.

Айгөл ЮНЫСОВА.
Хәйбулла районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға