«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Иғтибар: яңы конкурс! Хужа беҙҙең арала



22.01.2011 Иғтибар: яңы конкурс! Хужа беҙҙең арала

«Хужа беҙҙең арала». Танышмы был исем һеҙгә? Эйе, гәзит битендә элегерәк шундай конкурс була торғайны. Ауыл мәҙәктәре, ғаилә көләмәстәре, лаҡаптар хаҡында ине ул бәйге. Һәр ауылдың, һәр төбәктең үҙ Хужа Насретдины, үҙ Ерәнсә сәсәне, үҙ Үлмәҫбайы бар. Ауыр саҡтарҙа ла, арыу осорҙарҙа ла халыҡ йор һүҙҙән, көлкөнән айырылмаған.
Уйлаштыҡ та, үткән йыл таҡмаҡ менән күңел күтәреп йәшәгәйнек, ә быйыл мәҙәк хәлдәр, ҡушаматтар, лаҡаптар менән уртаҡлашып, йәм дә, йән дә, көлкө лә табайыҡ әле, тигән ҡарарға килдек. Шулай итеп, «Хужа беҙҙең арала» исемле конкурс яңынан башлана. Шарты ябай: һеҙҙән – мәҙәк, беҙҙән – бүләк. Тик ике генә «тик»: мәҙәк хәлдәр кемдеңдер күңелен ҡырырлыҡ булмаһын һәм бар донъяға билдәле анекдоттар баҫмаһын бәйгене. Ерлекле мәҙәктәр менән күңелебеҙҙе асайыҡ.
Ебәргән хаттарығыҙға «Хужа беҙҙең арала» тигән тамға ҡуйырға онотмағыҙ!
Ә әлегә ҡапылда ҡулға эләккән, тәүге тапҡыр үткәрелгән бәйгелә (әйткәндәй, шулай уҡ ҡуян йылында), йәғни 1999 йылда баҫылған бер нисә ҡыҙыҡ хәлде, лаҡапты һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Күңелегеҙ күтәрелеп, үҙегеҙ ҙә ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫегеҙгә төшөрөп, ҡәләмгә тотонһон өсөн.

Мөхәрририәт.

«Кейә-кейә кәкейәйә ул...»

Боронораҡ Инйәрҙә итек тегеүсе бабай йәшәгән, үҙе телгә һаҡауыраҡ та булған.
Уҫманғәле әбейе уға ситек тектерергә биргән. Әҙерҙәрен ҡараһа, улар ситеккә лә оҡшамаған икән. Әбей, аптырап: «Бабай, ни эшләп ситектәр­ҙе туп-тура итеп теккәнһең?» – тип һораһа, оҫта бабай, иҫе китмәй генә: «Нисауа, кейә-кейә кәкейәйә ул», – тип яуап биргән, ти.
Хәҙер ҙә, берәй оҡшамағаныраҡ әйбер алырға тура килһә, беҙҙә: «Кейә-кейә кәкейәйә ул», – тиҙәр.

Рәсимә СӘЙЕТҒӘЛИНА.
Белорет районы,
Инйәр ҡасабаһы.

«Ат!»

Өс һунарсы ауға китә. Ағас башына менеп ултыралар ҙа айыуҙың килгәнен көтә башлайҙар. ҡояш байый, әммә тайыштабан юҡ, ти. Ниһайәт, ағас араһында бер шәүлә күренә. Һунарсыларҙың береһе: «Ат!» – тип шыбырлай. Икенсеһе атып та ебәрә. Барып ҡараһалар, үҙҙәренең аттарына тейгән, ти. «Үҙең, ат, тип әйттең бит», – тип аҡлана икән атҡан кеше. «Ат булғас ни, «ат» тип әйтәһең инде, – ти икән тегеһе. – Лошадь тип әйтеп булмай бит инде...»

Р. МЫРҘАБУЛАТОВ.
Ейәнсура районы.


«Йомабикәһе лә бар!»

Минең ҡайным бик мәрәкәсел кеше булған. Бер ваҡыт ул үҙенең ике туған ағаһы Малик менән тирмәндән ҡайтып килгән. Рулдә (тракторҙа) ҡайным икән. ҡайтып киләләр былар, ҡараһалар, трактор эргәһенән бер сана уҙып бара, ти. ҡайным: «Малик, ҡара әле, бынауы сана әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар», – ти икән. Малик ағай ҡараһа – уларҙың санаһы, ә санала – Йомабикә!
Баҡһаң, сана тауҙан төшкәндә ысҡынып китеп, тракторҙы уҙып барған икән. Шунан бирле ауылда «Әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар» тигән һүҙ тороп ҡалған.

Мәҙинә ҡУНАҡҡОЛОВА.
Күгәрсен районы,
Ялсыҡай ауылы.

Паспортын ҡарамағандар

Беҙҙең ауылдан бер егет военкоматҡа комиссия үтергә бара. Бер бүлмәгә инһә, татар милләтле табип:
– Чишен, – ти икән.
Теш табибына инһә:
– Кариес, – тип сығаралар.
ҡайтып барғанда теге егет бик аптырай һәм, ғәжәпләнеп, дуҫтарына:
– Бер бүлмәгә инһәм – чечен, икенсеһенә инһәм – кореец, тиҙәрсе. Әллә документымдан башҡорт икәнемде ҡарамағандар инде, – ти икән.
Әнзинә УЛИКАНОВА

«Твой...»

Урыҫ телендә самалы һөйләшкән бер апай Валентиновка ауылынан район үҙәгенәсә йөк машинаһы кабинаһында ултырып барған. Үҙе менән улын да алған. Шофер, урыҫ кеше­һе, һүҙ башлар­ға уйлапмылыр:
– Это твой сын? – тип һорап ҡуя. Апай кеше, малай үҙенеке икәнде аңлатырға теләп:
– Твой, твой, – тип яуап бирә.
Шофер юл буйына башҡаса һүҙ ҡушмаған. Бәлки, тегенең ауыҙын йомоуы хәйерлегә лә булғандыр.

Ғ. ФАЗЛЫЕВ.

Архангел районы.

«Һаумы, Мәрзиә апай!»

Мәрзиә өләсәйемдең Озерный ауылында Мәхмүзә тигән һеңлеһе бар. Өләсәйем менән улар бик оҡшашҡан. Бер ваҡыт Мәхмүзә инәй өйөндәге ҙур көҙгө эргәһендә эш эшләп йөрөгән. ҡапыл әйләнеп көҙгөгә ҡараһа, «Мәрзиә» тора, ти.
«Уй, Мәрзиә апай килгән дәһә!» – тип, ҡыуанып һаулыҡ һорашам тиһә, көҙгөгә бәрелгән.
Хәҙер «Һаумы, Мәрзиә апай» тигән һүҙ лаҡап булып йөрөй.

Ләйсән БҮЛӘКБАЕВА.
Әбйәлил районы,
Аһылай ауылы.

«Беҙҙе кем тип беләһең?»

Беҙҙең яҡтан ике ағай Верхнеуральск ҡалаһына бара. Сарсап, арып, ашханаға инәләр. Түҙмәй, 40 стакан сәй алғандар. ҡайтарып бирерлек ваҡ аҡсаһы булмағас, кассир уларға тағы ике стакан сәй алырға ҡушҡан. Былар, киреләнеп:
– Нимә, беҙҙе һыйыр тип беләһеңме әллә? – тигән.
Мәрйәм БАКИРОВА.
Учалы районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға