«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йәмғиәт » Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә



03.06.2016 Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итәБулат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар бәйгеһенең быйылғы этабы тамам!
Мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау байрамдары шаулап-гөрләп үткән мәлдә, “Йәшлек”тәр Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыу­сылар премияһына йомғаҡ яһаны, еңеүселәрҙе тәбрикләне. Ике лауреат – икенсе һәм өсөнсө премия алған Айһылыу Шәрипова менән Финат Замановҡа приздары саҡ ҡына һуңыраҡ барып етте.
Дыуан районы республика лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Шәриповаға 27 майҙа “Йәшлек”тең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков тантаналы рәүештә бүләкте тапшырҙы.
Еңеүсе ҡыҙ “Мин сәләмәт тормош яҡлы!” тип исемләнгән иншаһында сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт, йәмғиәт тормошона арналған тапҡыр уйҙары менән барыһын да һоҡландырҙы.
Айһылыу конкурсҡа әҙерләнеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәткән етәксеһенә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Баеваға һәм спорт өлкәһендә яулаған уңыштары өсөн Азат Ҡаһировҡа рәхмәтле.
Айһылыу беренсе кластан тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, мәктәп тормошонда ла ҡатнаша, спортта ла һынатмай – һәр саҡ алдынғылар рәтендә.
Ә бына Дыуан егете Финат Заманов редакцияға үҙе килде. Ул “Ысын тормошта йәшәйек” тигән мәҡәләһендә заманабыҙҙы ҡырҡа үҙгәрткән компьютер, виртуаль тормош тураһында әсенеп яҙған. “Конкурста еңеүемә һаман да ышанып етә алмайым, рәхмәт һеҙгә!” – тип белдерҙе ул бүләк тапшырған мәлдә.
Еңеүселәргә киләсәктә лә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Айбулат ИШНАЗАРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға