«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йәшлек гүзәле » Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ



15.04.2016 Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ
Һеңлем, Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ҡыҙы Фәниә Юлай ҡыҙы Ҡотләхмәтова – һәр яҡтан уңған, тырыш ҡыҙ.
Ул – ата-әсәһенә иркәләнеп үҫкән яңғыҙ, иркә бала. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә, ҙур аҡ банттар тағып, аяғына ҡупшы туфли кейеп беренсе класҡа барғанда ла ата-әсәһе: “Һин бит бер бөртөк! Донъялағы иң матур, аҡыллы ҡыҙыбыҙ”, – тип яратты.
Фәниә уларҙың һүҙенә бер тамсы ла шикләнмәй үҫте. Мәктәптә бик яҡшы уҡыны, үҙен медицинаға арнар­ға, киләсәктә кескәй балалар­ҙы дауаларға хыялланды. Әхирәттәре менән уйнағанда йыш ҡына: “Ә мин ҙурайғас табип булам!” – тип маҡтанып та ала ине. Уҡытыусылар ҙа аралашыусан, көләкәс ҡыҙға уңыш юлдаш булыуына, алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешәсәгенә, теләгән һөнәренә эйә буласағына шикләнмәй. Башҡорт ҡыҙҙарына хас тыйнаҡлыҡ та, күркәмлек тә бар унда. Һәр эште урын-еренә еткереп эшләй белеүсе һеңлем уҡыу алдынғыһы ла.
Мәктәптә уҡыған йылдарындағы белеме артабан Сибай медицина училищеһында уҡығанда ярҙам итә. Йыр-бейеүгә маһир Фәниә һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнай. Бәләкәстән табип булырға хыяллан­ған һеңлем кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалай алырына ышана.

Райхана Булатова,
Баймаҡ районы,
Билал ауылы







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға