«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...



08.01.2016 Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...

Ҡыш  бабайҙың ҙур  тоғонда...Ҡыш бабайым ҙур тоғона
Нимә генә һалмаған!
Яңы йылда бүләктәрһеҙ
Һис бер кеше ҡалмаған.

Маймыл йылы аяҡ баҫа
Киң илемдең түренә.
Маймыл кеүек сос һәм йылғыр
Булырға кәрәк беҙгә.

Ҡымыҙ менән ҡаршылайыҡ
Ҡылансыҡ Маймыл йылын.
Изгелекле, киң күңелле
Булыр өсөн тап яйын.

Фәрештәләр килеп ҡунһын
Һәр кемдең яу(ы)рынына,
Изге эштәребеҙҙе теркәргә
Ғәмәл дәфтәрҙәренә.

Яңы йылдар ҡотло булһын,
Именлек менән килһен.
"Йәшлек" гәзите беҙгә
Гел шатлыҡтар еткерһен.

Илида ЙӘНБӘКОВА.
Күгәрсен районы,
Бикес ауылы.

* * *
Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Ниҙәр генә бар икән?
Мул ғына күстәнәстәр
Тейәп алдымы икән?

Ҡыш бабайҙың теләктәрен
Фәрештәләр еткерһен.
Маймыл йылы барыбыҙға
Шатлыҡ ҡына килтерһен.

Һәр бер атҡан таңыбыҙҙы
Ҡыуанып ҡаршылайбыҙ.
"Йәшлек" менән бергә ҡалып
Һис кенә ҡартаймайбыҙ.

Милләттәштәр, ошо йылды
Маймылланып үткәрмәйек.
Шайтан һыуы эсмәй генә,
Ҡымыҙ эсеп үткәрәйек.

Ҡыш бабайҙың мөғжизәһен
Көтәбеҙ барыбыҙ ҙа.
Һаулыҡ, бәхеттәр генә
Теләйем барығыҙға.

Нәжиә АСҠАРОВА.
Хәйбулла районы,
Ғәлиәхмәт ауылы.

* * *
Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Нимә генә юҡ икән?
Алма, әфлисун, кәнфиттәр
Һәм күстәнәс "Йәшлек"тән.

Күстәнәскә өмөт итеп
Шиғыр яҙып маташам.
Фәрештәләр һәм маймылдар…
Төшкә инеп, һаташам.

Маймыл йылын ҡаршылауға
Бара, имеш, әҙерлек.
Шыршы, салат, торт, бәлештәр,
Юҡ ҡына тик – эсемлек.

Эсемлек алырға кәрәк –
Юл тотамын кибеткә.
Һәм шул ваҡыт телгә килә
Яурындағы фәрештә:

– Яңы йыл ҡаршылағанда
Шампан-шарап тотмағыҙ.
Иң яҡшыһы – һаулыҡ теләп,
Күтәрегеҙ һеҙ ҡымыҙ!

Яңы йылда һаулыҡ, бәхет
Теләйбеҙ бөтәбеҙгә!
Яҙһын беҙгә оҙон-оҙаҡ
Йәшәргә бергә-бергә!

Фәнилә ШАГАЕВА.
Бөрйән районы,







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға