«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Әҙәбиәт » Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...



24.12.2015 Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...Алтмыш биш йәштә булһам да
"Йәшлек" менән дуҫ ҡалам.
Егерме йыл инде бына
Йәштәр гәзитен алам.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Маймыл ята ҡалтырап.
Юлда өшөгән, асыҡҡан,
Ҡул һуҙа банан һорап.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –
Үҙем киптергән ҡаҡтар.
Банан беҙҙә үҫмәй, Маймыл,
Ҡаҡ ашаһаң да ярар.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –
"Йәшлек" гәзите, ҡурай,
Фәрештәнең ҡанатында
Башҡортостанды урай.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –
Тәмле башҡорт ҡымыҙы.
"Йәшлек" уҡый, ҡымыҙ бешә
Башҡортостандың ҡыҙы.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –
Танышырға саҡырыу.
Ишһеҙҙәр яңғыҙ ҡалмаһын,
Артһын милләт һәм ырыу.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Тылсым таяғы ята.
Маймыл шуны бер һелтәһә,
Ауырлыҡ ҡалыр артта.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –
Бүләктәр, тәмлекәстәр.
Өлөшһөҙ тороп ҡалмағыҙ,
Ололар, бәләкәстәр.

Гөлшат ИБАТУЛЛИНА.
Өфө районы,
Нөрлө ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға