«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Әҙәбиәт » Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...



25.12.2015 Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда…
Тылсым урын алғандыр.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Һиҙгәйнек тылсым барын,
Әммә көтмәгәйнек уның
Иҫ китмәле булырын.

Ҡыш бабай тоҡто асҡайны,
Ҡарһылыу пәйҙә булды.
Бүләктәр таратты улар,
Өй эсе нурға тулды.

Мәймүнә, ярҙам кәрәк, тип
Һелкеткәйне ҡарт тоҡто,
Тоҡ эсенән ауыҙ йырып,
Бер маймыл килеп сыҡты.

Тәм-том, шампан шараптары
Сыға тоҡтан тып та тып,
Күпме әйбер һыйған уға,
Төпһөҙ микән әллә тоҡ?

Күҙ асып йомған арала
Ут һүнеп, тағы янды.
Ҡыш бабай, һылыу ҡыҙ,
маймыл
Әллә ҡайҙа юғалды.

Мөғжизәле күренешкә
Барыһы ла аптырай.
Ә олатай һәм өләсәй
Йылмайышып ултыра.

Олатай беҙгә:
– Был күренеш –
Алла хикмәте, – тине, –
Ҡыш бабай, сибәр ҡыҙ,
маймыл
Тик фәрештәләр ине.
Минән бүләк һеҙгә – "Йәшлек",
Йыл буйы алырһығыҙ,
Тылсым серҙәрен унан һеҙ
Үҙегеҙ табырһығыҙ.

Ҡымыҙ тулы туҫтаҡтарҙан
Дәррәү ауыҙ итәйек.
Яңы йылдан һәммәбеҙ ҙә
Тик уңыштар көтәйек!

Таһир ЛАТИПОВ.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға