RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » “Кәңәшле йәшәһәң, тырышып эшләһәң, барыһы ла була”, ‒

06.12.2013 “Кәңәшле йәшәһәң, тырышып эшләһәң, барыһы ла була”, ‒

– ти “Йәшлек”-фараз” конкурсында икенсе урын яулаусы Сирбаевтар
“Кәңәшле йәшәһәң, тырышып эшләһәң, барыһы ла була”, ‒Алыҫ араларҙы яҡынайтып, үткән аҙнала Баймаҡ тарафтарында булып ҡайттыҡ. Унда гәзитебеҙ иғлан иткән “Йәшлек”-фараз” конкурсында икенсе урын яулаусы Сирбаевтар ғаиләһенә бүләк тапшырҙыҡ.
Хужалар бик йылы ҡаршы алды ҡунаҡтарын. Нурия апай менән Миңнур инәй сәй әҙерләгән мәлдә, еңеүсенең тормош иптәше Шайморат Мөхөтдин улы менән әңгәмәләштек. Ул Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән, әле район элемтә үҙәгендә электромонтер булып эшләй.
– 1994 йылда район элемтә үҙәгенә эшкә урынлашҡайным, бына тиҙҙән 20 йыл була. Районда һәм ҡалала элемтә кабелдәре һуҙабыҙ, һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында бик популяр IP-телевидение, интернет, телефон үткәрәбеҙ. Тышта, ямғыр-ҡар аҫтында йөрөгәс, эш ауыр, ләкин бирешмәйбеҙ. Заказдар ҙа күп, ҡайһы берҙә өлгөрөп тә булмай, – тине хужа.
Ә Нурия Шамил ҡыҙы Баймаҡ ҡала биләмәһе cоветы секретары булып эшләй. Был яуаплы вазифаны ул 2007 йылдан башҡара.
Сирбаевтарҙың ғаиләһендә ике бала үҫә. Өлкәндәре – Нәркәс әле БДУ-ның Сибай институтында белем ала, ә кинйәләре, Илдус 4-се мәктәп-лицейҙа 6-сы класта уҡый.
Бер аҙҙан әңгәмәгә Нурия апай ҙа ҡушылды һәм беҙҙең гәзиттең призын – электр һөт айырғысын тап үҙ мәлендә отоуҙары тураһында белдерҙе. Баҡтиһәң, хужалар йәйгеһен үҙҙәренең иҫке сепаратын яңыртырға уйлаған икән. Эйе, ҡала ерендә йәшәп тә, мал тотҡан Сирбаевтарҙың ғаиләһенә “Йәшлек”тең бүләге бик урынлы һәм файҙалы булып сыҡты.
Гәзиттең тиражы һанын нисек һайланығыҙ, тигән һорауға Нурия апай, быға ҡыҙыбыҙҙың ныҡымыш булыуы ярҙам итте, тине.
– Әсәй, әйҙә, беҙ ҙә “Йәшлек”-фараз”ға үҙебеҙҙең яуапты ебәрәйек, тигәс, башта гәзиттең алдағы тиражын ҡараныҡ, – ти хужабикә. – Шунан почта бүлексәләренә, киоскыларға, Өфөнөң төрлө ойошма-учреждениеларына күпме һан таратылыуын һанап сығарҙыҡ та, түңәрәкләп сығарған һөҙөмтәне купонға яҙҙыҡ.
Ҡала ерендә мал тотоу еңел эш түгел. Шулай ҙа хужалар бирешмәй, быҙаулы һыйыр аҫрай. Маллы ерҙә техника булыу бик шәп. Шайморат ағайҙың да Т – 40 АМ тракторы – бесән-һалам әҙерләгәндә беренсе ярҙамсы.
– Элек тормош ауыр булды, тиһәләр ҙә, кешеләр малды күп аҫраған. Хәҙер иһә ҡалала ғына түгел, ауылда ла бөтөрә. Баймаҡта бесән эшләүе ҡыйын түгел, йылҡы көтөүсе­ләр­ҙән алда өлгөрһәң, ҡала ситендәге урмандарҙа сабынлыҡтар бар, ҡыш сығырға етерлек бесән туплап була. Һаламды баҫыу­ҙан ташырға мөмкин. Әле быйыл үлән булды, туғандарға, таныштарға ла бесән сабыштым, ташырға ла ярҙам иттем. Ялҡауланмай мал тотһаң, өҫтәлең һөт-майҙан, иттән өҙөлмәҫ. Бер эш хаҡына ғына йәшәүе ҡыйын, шуға ла йүнләп, икенсе ерҙә аҡса сығанағы эҙләмәйенсә булмай.
Трактор булғас, бесән эшләү еңелләште. КЗН сапҡысы менән үләнде сабам, аҙаҡтан тырматам. Тырманы ҡапҡа аша үтерлек һәм юлда башҡа транспортҡа ҡамасауламаҫлыҡ итеп өс метр киңлегендә яһаным, – ти хужа. Һыйыр янына кәзә лә алырға уйлауҙарын йәшермәне Шайморат ағай. Хужалар уның һөтөн һауып, шифалы ҡымыҙ бешергә ниәтләй.
Тирә-яҡҡа ысын биҙәк булып ултырған йорттарына Сирбаевтар ике йыл ярым элек күскән. Унда бөтә уңайлыҡ та бар, ләкин урам­ға һаман да тәбиғи газ үткәрелмәүе генә ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
Шайморат ағай, өй һалған мәлдә төп таянысым һәм ярҙамсым Нурия апайығыҙ булды, тип ғорурлыҡ менән әйткәндән һуң уларҙың ғаилә бәхетенең нигеҙе нимәлә икәне асыҡланды. Был тормошта урындарын табып, һоҡланғыс ғаилә ҡорған Нурия һәм Шайморат Сирбаевтар быны үҙ-ара килешеүҙә һәм бер-береңде ихтирам итеүҙә тип һанай.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!