RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.05.2013 ТӨШӨП ҠАЛҒАН БӘХЕТ...

ТӨШӨП ҠАЛҒАН БӘХЕТ...– Һыу, һыу…
Ирендәре кипкән Зәбирә, урынынан ҡуҙғалырға ҡурҡҡандай, күҙҙәрен асты ла, ҡыбырламай ята бирҙе. Тәҙрәнән тулы, тоноҡ ай ҡарай. Айҙың ошондай мәлдәрендә Зәбирәне йоҡо алмай. Етмәһә, уны кәзекләгәндәй, тәҙрә быялаһын ағас ботаҡтары ел ыңғайына сыйып-сыйып ҡуйғылай, тып-тып тамсылар тамғаны йөрәккә сәнселгәндәй. Көҙ үҙенең моңһоу­лығын тулыһынса тәбиғәт күренешенә генә түгел, кеше күңеленә лә индереүсән. Йәй буйына йыйылған матурлыҡ бер тынала һоро төҫтәргә буяла. Әммә ни хәл итәһең, тормош ҡанундары шулай. Был тейешлелекте бер нисек тә боҙоп булмай. Унан ҡалһа, бәғзе берәүҙәргә ошондай ҙа моңһоу миҙгел оҡшай. Шағирҙар уны данлап шиғыр яҙа, рәссамдар рәсем төшөрә, йыр тыуа…
Зәбирә күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ошолар хаҡында уйланып ятты ла, үҙендә көс табып, ҡапыл тороп ултырҙы. Графиндан һыу алып эскәс, кәүҙәһе уны тыңламай, кире карауатҡа ауҙы.
– Уф, был ни ғәләмәт?! Ғүмерҙә тоймаған ауырлыҡ… Әстәғәфирулла…
Күҙ йәштәренең сикәһенә тәгәрәүен тойоп, ҡатын тетрәнеп ҡуйҙы.
– Ҡартлас, теге донъяла минһеҙ күңелһеҙме? Ҡырҡ көнөң саҡ тулды бит. Һинән ял итеп тә өлгөрмәнем, яныңа саҡырыуыңмы? Ҡороп киткере. Балаларҙы ошо мәлдә уйлаһаң ни була? Ауырға тура киләсәк бит, ҡайғы артынан ҡайғы күтәреүе. Юҡ-юҡ, миңә иртәрәк әле…
Усы менән йәштәрен һөрттө лә, күҙҙәрен йомдо. Ләкин уны барыбер йоҡо алманы. Шул арала, әсәһенең хәлен һиҙгәндәй, бүлмәгә Хәсәнә йүгереп килеп инде. Үтә теремек ҡыҙый ҙа һуңғы арала, әсәһе өсөн борсолопмолор, күңелһеҙләнеп йөрөй. Ул ҡәҙерлеһенә иркәләп кенә йылмайҙы ла:
– Мин бөгөн һуңлабыраҡ ҡайтырмын, һин борсолма, йәме. Ағайыма шылтыратырмын, ул ҡаршы ла алыр, – тип сыға һалып китте. Зәбирә эсенән: “Ҡайҙа йөрөһәң дә, Хызыр Ильяс булһын юлдашың”, – тип теләп ҡалды.
Ул тағы күҙҙәрен йомдо. Әллә һаташыу, әллә төш, әллә өн тигәндәй, оҙон сынйырға теҙелгән хәлдәр бер-бер артлы кино таҫмаһылай һүрелде...
***
Был хәл Зәбирәнең беренсе класҡа уҡырға барған көнөндә булды. Ауылдағы иң ҙур, иң матур бина балаларҙы күңелле, саҡырғыс йыр яңғыратып, биҙәлеп ҡаршы алғайны. Алсаҡ Гөллирә апай, башланғыстарҙың уҡытыусыһы, йылмайып, һәр кемгә иғтибарын йәлләмәй, тантаналы линейка ойошторҙо. Һуңынан бөтә уҡыусыларын атай-әсәйҙәре менән бергә бүлмәгә индереп ултыртып, тыныслыҡ дәресе үткәрҙе. Ә иң бәләкәйҙәргә “Әлифба” китабын таратты. Ул китаптың еҫен Зәбирә һаман хәтерләй. “Бына ниндәй тәмле икән белем еҫе!”−тип ҡысҡырып әйтеүенән йыйылыусыларҙың кемеһе көлдө, кемеһе һоҡланғайны. Һәр ваҡыт ейәнсәренең ҡулынан етәкләп йөрөр өләсәһе, уның арҡаһынан һыйпап: “Эйе, ҡыҙым, һәр нәмәнең дә еҫе була шул. Белем еҫе үҙеңә оҡшағас, белемле, аҡыллы булырһың!” − тип уның һүҙҙәрен хупланы.
Өйгә ҡайтҡас, ашауын онотоп, Зәбирә баяғы китапты ҡулына алды. Уның алдын-артын әйләндереп ҡарағас, тәүге битен асты. Бөйөк юлбашсыбыҙ һүрәтен күреп, ҡыҙыҡайҙың күңеле тулышты. Ҡыуаныстан шулайҙыр. Бәләкәй устары менән һүрәтте ипле генә итеп һыйпап, ауыҙы эсенән нимәлер шыбырлаған булды. Быны күреп ҡалған өләсәһе: “Мин һиңә һөйләгән Ленин бабайыңды таныныңмы, ҡыҙым?” − тип һорамай булдырманы. “Таныным, өләсәй, һаумы, тинем хатта. Бигерәк матур бит, әй. Бындайын да дан китап менән насар уҡыһам, оят булыр ул, ибет. Өләсәй, әйҙә уҡый башлайыҡ инде. Мин бөтәһенән алда вис белгем килә. Бына был ниндәй хәреф? Ә бында нимә яҙылған?”
Зәбирә түҙемһеҙлек менән китаптың киләһе битен асты. Унда ҡулдан эшләнгән бәләкәй генә конверт ята ине. Бала аптырап торманы, уны аса һалып:
– Өләсәй! Һөйөнсө! Хат ебәргәндәр! Йәһәтерәк кил әле, уҡыйыҡ! – тип Фәйрүзә әбейҙең еңенән тартты.
– Атаҡ. Ниндәй хат тағы? Ҡайҙан алдың уны? – өләсәһе аптырап китте. Конверт тышына балалар ҡулы менән “Зәбирәгә” тигән һүҙ яҙылғайны. Хатты ҡулына алып, ҡағыҙға күҙ йүгерткән ҡарсыҡ, ни эшләргә белмәгәндәй, телһеҙ ҡалды.
– Мәктәптә ваҡытта китап араһында бер ниндәй ҙә конверт-фәлән күренмәгәйне, тәнәфескә сыҡҡан арала берәйһе һалдымы икән? Абау…
– Уҡы әле, өләс, уҡы! Миңәме ул хат?
– Һиңә лә ул… Үәт, үҙең уҡып өйрәнгәс, нимә яҙылғанын белерһең, йәме, – тип ҡағыҙҙы кеҫәһенә тығып ҡуйҙы.
– Ул берәйһенең тыуған көнөнә саҡырыумы, өләс? Ништәп йәшерҙең? Бир инде. Миңә килгән, тинең бит. Уҡытыусы апай яҙғанмы? Нимә ти-и-ип? Өлә-ә-әс…
– Уҡытыусы апайың яҙмаған шу… кемеһе шулай шаярҙы икән? Тапҡандар ваҡыт… Бала ғына бит әле…
Өләсәһенең күңеле төшөүен Зәбирә уның тауышынан аңланы. Борсолһа, шомланһа ла, ҡыҙыҡай юҡ-бар һорауҙары менән өләсәһен ялҡытмай. Кәрәк булһа, ҡарсыҡ барыбер әйтәсәк. Уның был ғәҙәтенә күнеккән ейәнсәре. Шуға иртәгәһе көндөң тиҙерәк тыуыуын көттө. Иртәгәһенә инде киләһе, унан тағы уҡып өйрәнәһе көндәрен түҙемлек менән уҙғарҙы. Уҡыуға ла теремек булды, йәштәштәренән тырышлығы менән айырылды.
Шулай көндәр үтте. Көндәр артынан айҙар. Бер саҡ, башлан­ғыстарҙың иң күңелле “Әлифба байрамы” тантанаһынан ҡайтып килгәндәрендә, Фәйрүзә ҡарсыҡ, нимәлер иҫенә төшкәндәй, ике ҡулын күтәреп ебәрҙе лә, кофтаһы кеҫәһенән сығарып, Зәбирәгә ҡағыҙ киҫәге тотторҙо. Тетелдәп уҡыған ҡыҙыҡай урам уртаһында туҡтап, хатта ҡысҡырып: “ Зәбирә, мин һи-не яра-там!” − тип уҡыны. Ярай эргәләрендә бер кем булманы, юҡһа ауыл халҡы алдында сикһеҙ һорауҙар күбәйер ине. Зәбирә эскерһеҙ балалығы менән тәтелдәне:
– Кем мине ярата, өләсәй? Һинең яратҡаныңды беләм. Әсәйем. Тағы кем? Быны һиңә кем бирҙе?
Өләсәһе йылмайып ҡына ҡуйҙы. “Кем икәнен белмәйем, ҡыҙым. Был теге беренсе сентябрҙә китап менән бергә ҡайт­ҡан хат та баһа. Әҙерәк үҫкәс, бәлки, хатты яҙыусы үҙе килеп сығыр. Теге әкиәттәге кеүек, хәтереңдәме?”
Хәтерендә булмаған ҡайҙа? Уның бит барлыҡ тормошо әкиәт. Өләсәһе әллә үҙе сығарып, әллә ысын тарихтарҙы әкиәт итеп һөйләй ҙә ҡуя.
“Арҡаһына ауыр тоҡ аҫып, бер ҡарт ер гиҙергә сығып киткән. Аяғындағы сабатаһы туҙып бөтһә лә, кире боролмаған, ябай кәлүш табып, кейеп алған да, бара ла бара, ти. Өйөндә ҡарсығы көтөп ултырғанын белһә лә, ҡайтырға ашыҡмаған был. Бара торғас, ул тоғоноң бушауын һиҙеп ҡалған. Ҡараһа, тоғо тишек булып сыҡҡан. Шунан ҡарсығына ҡайтҡан да, уны әрләп ташлаған, ти: “Нишләп минең тоғомдо ямаманың?” − тип. “Ә унда нимә бар ине һуң?”− тип ҡурҡып ҡалған әбейе. “Бәхет. Мин кешеләргә шуны өләшеп йөрөгәйнем”. Ҡарсығы кеткелдәп көлгән: ”Һуң, тоғоң тишегенән ҡойолған бәхет барыбер кешеләргә барып етә инде, ништәп уға ҡайғыраң?” “Эй, ҫиңмай ҡарсыҡһың һин, үҙең тапҡан бәхет менән һинең ҡулыңа тотторолған бәхет бер түгел шул… Ҡайһы берәүҙәр бит ерҙә ятҡанын күрмәйенсә ғүмере буйы бәхет күрмәй йәшәүсән”, − тигән ҡарт”.
Өләсәһе һөйләгән әкиәттәрҙең ошоноһон Зәбирә ныҡ хәтерендә ҡалдырған. Нишләп икәнен үҙе лә аңламай, ләкин йыш ҡына тарихтың һәр һүҙен уйынан үткәреп, төрлө ваҡытта төрлөсә һығымта яһай. Бына әле лә, уйланып ята торғас, тағы ошо тарихты хәтеренә төшөрҙө. “Үҙең тапҡан бәхет менән һинең ҡулыңа тотторолған бәхет бер түгел”… Ҡайһыһы һәйбәтерәк икән? Улай тиһәң, баҡсалағы алмағастың ерҙә ятҡан алмаларын түгел, ә өҫтә эленеп торғанын ашағы килә. Үрелеп-үрелеп тә өҙә алмаһаң ғына ерҙәгеһен алып, йыуып, шунан ғына тәмләйһең. Ә тәменә килгәндә, эленеп торғанына ҡарағанда тәгәрәп ятҡаны баллыраҡ, татлыраҡ. Ҡыҙыҡ…
Зәбирә һигеҙенсе синыфты “бишле” билдәләренә генә тамамланы. Уның класында тик ҡыҙҙар булғас, сығарылыш кисәһенә гитара, гармунда уйнаусылар булһын тип, туғыҙынсыларҙың бер нисә егетен саҡырҙылар. Йәйҙең матур кистәренең йәменә төрөнөп, шишмә буйында йыйылышты буй еткән егет һәм ҡыҙҙар. Дауыт мәңгелек серҙәше − гармунын, Рәжәп гитараһын, Шамил баянын тотоп килгәйне. Самауыр сәйенең иҫәбен-һанын белмәй, усаҡ яҡтыһына әүрәп, таңға тиклем йыр, бейеү, уйын-көлкө сиратлашты. Күҙгә бер ҙә салынып бармаған Дауыттың моңланып “Беренсе мөхәббәт” йырын тыңлағанда, Зәбирә хисләнеп тулы айға баҡты. Әллә уның тулылығы күңелен тулыштырҙы, әллә Дауыттың моңло йыры – кем белһен, ҡыҙыйҙың күҙҙәре йәшкә батты. Бер кем һиҙмәһен тип, тәүҙә тауыш-тынһыҙ уларҙы ҡул устары менән генә һөртөп ҡараны. Ләкин йәштәре тыңлауһыҙ булып сыҡты, йәшереүгә бирешмәй, аҡтылар ҙа аҡтылар.
Ниңә һуң сәскәләй саф һөйөүҙең
Ҡауышыу булманы аҙағы?..
Дауыттың йырлағанын быға тиклем ишеткәне булмаған Зәбирә үҙен уның тауышының моңона иҫергәнен тойғас, бер кемгә һиҙҙермәйенсә генә торҙо ла, ҡараңғыраҡ урынға, ҡайындар араһына инде. Унда йәштәренә ирек биреп, рәхәтләнеп иланы. Йыр тынғас, йәштәр баян көйөнә бейергә төштө.
− Зәбирә, ау! Һин ҡайҙа?
− Кем ул? Яҡын килмәгеҙ, мин бында яңғыҙым түгел, − тигән булып, ҡыҙ үҙен батыр тоторға тырышты.
− Мин – Дауыт. Зәбирә, яҡтыға сыҡ әйҙә. Ҡайындар араһында төндә яңғыҙ йөрөмәйҙәр, аҙаштыра.
− Әкиәт. Ике ҡайын араһында аҙашып йөрөй ти берәү. Шул һин булғанһыңдыр, бәлки. Ә мин аҙашмайым. Был ерҙе биш бармағым кеүек яҡшы беләм. Бар, кит, Дауыт. Мин хәҙер ҡыуып етәм.
Бер ҡайындың ике яғына тороп һөйләшкән егет менән ҡыҙ был мәлдә бер-береһенең хәлен бик яҡшы аңлай ине. Дауыттың әйләнеп кенә Зәбирәне тотоп алырға иҫәбе булһа ла, тыйылды, ҡурҡытып ҡуйырмын, тине. Ә Зәбирә, ҡараңғыға һылтанып, Дауыттың ҡосағына һыйынырға, уның сихри тауышында бәүелгеһе бик килһә лә, әҙәпһеҙ күренеүҙән уңайһыҙланып, урынынан ҡуҙғалманы.
− Мин көтәм. Теләйһеңме, һине өйөңә тиклем оҙатып ҡуям?
− Эй, иҫәүән, кеше әллә нимә уйлар бит.
− Кешенең уйында беҙҙең ни эш? Әйҙә, уйлаһындар… − егет Зәбирәнең ҡулдарынан тотто. Тәне зымбырлағандай булып, ҡыҙ һикереп китте лә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
− Нишләүең ул?
− Абау, бер ни ҙә эшләмәйем бит. Бары ҡулыңдан ғына тоттом. Эй, шатландырҙым берәүҙе…
Зәбирә ҡыҙарынды. Ләкин, хистәрен белдермәҫкә тырышып, ҡулын ипләп кенә кире алмаҡсы итте. Ә егет ныҡ тотҡайны, ысҡынырлыҡ түгел. Улар шул килеш етәкләшеп, ҡайындар араһынан ауыл яғына ҡарай атланы.
– Ә һин беләһеңме, бына беҙ барған юл “Мөхәббәт һуҡмағы” тип атала, – тип һүҙ башланы Дауыт, бер аҙ тауышһыҙ атлағас. – Ололар һөйләүенсә, ошонда осрашҡан парҙар мәңге бергә бәхетле ғүмер итә, ти.
Зәбирә өндәшмәй генә Дауытты тыңланы. Тиктормаҫ ҡыҙыҡай бер ваҡытта ла кеше һөйләгәндә ҡыҫтырылмаҫ булмай торғайны. Үҙенә үҙе аптыраны, көн дә күреп, бер мәктәптә уҡып, ҡышын ҡар бәрешеп, яҙлы-көҙлө баҫтырышып уйнаған ауылдашына ҡарата бөтөнләй икенсе тойғо кисерә башланы. Уны тыңлағандан-тыңлағыһы, янынан бер аҙым да ебәргеһе килмәй ине. Был мәлдә хатта күктәге емелдәшкән йондоҙҙар шаярышып, улар янына төшөп, икәүһенең уртаһын, юҡ, дөп-дөп типкән йөрәктәрен тартып сығарып, уларҙы күккә күтәреп, бер бөтөн ҙур йөрәккә әйләндерәләр кеүек. Быны күргән шаян ай, эй, шатланып ҡул саба, бәүелә, моңло йыр һуҙа һымаҡ.
Иртәгәһен иртәнсәк Зәбирә өләсәһенең һыйыр һауырға сыҡҡан мәлен көтөп ятты ла, тора һалып, самауыр ҡуйҙы. Фәйрүзә әбей малын көтөүгә ҡыуып, быҙауҡайҙарын болонға оҙатып, ҡош-ҡорттарын ашатып ингәнсе, өҫтәл түрендә самауыр шыжлай ине. Ейәнсәре өйҙөң иҙәндәрен йыуып сыҡҡан, йылмайып, тәҙрә төптәрендәге гөлдәргә һыу һибә.
– Кисәнән һуң кеше ял итә, төш еткәнсе йоҡо һимертә. Ә һин нишләп улай иртәләнең? Ҡайҙалыр йыйынаһыңмы? – өләсәһенең һорауына яуап итеп, Зәбирә өҫтәл янына килеп сәй яһарға кереште.
– Ултыр әле, өләс. Серләшәһе бар, кәңәштәрең дә артыҡ булмаҫ… – серҙәше лә, әхирәте лә, шул уҡ мәлдә өләсәһе лә булған Фәйрүзә әбей, эштең етдилеген аңлап, урындыҡҡа барып ултырҙы…
Их, йоҡо бирмәгән төндәр, тынғылыҡ тапмаған көндәр – былар барыһы ла кеше ғүмеренең бер мәле генә. Был осорҙа һинең менән елдәр серләшә, һыу, таштар ҙа телгә килеүсән. Моғайын, тап ошо ваҡытта ерҙә шағирҙар тыуалыр, мөхәббәт тип аталған йылы хис йырға һалыналыр… Биш йыл дуҫлашты Зәбирә менән Дауыт. Фәйрүзә әбей ейәнсәренең бәхетенә шатланды. Ни тиһәң дә, Дауыт ауылда төшөп ҡалғандарҙан түгел. Бынамын тигән ғаиләнән, донъялары теүәл: алты мөйөшлө бейек йорттары, мал-тыуарҙары бар. Егетең эшләйем тиһә, ҡулынан эш килә, һөйләйем, тип ауыҙ асыуы була, унан моң ағыла. Бик тәрбиәле, илтифатлы. Олоно – оло, кесене кесе итеп ихтирамлай. Уға кейәүгә барған ҡыҙ донъялағы иң бәхетле ҡатын буласаҡ.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!