RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Донъяны дөрөҫлөк һәм балалар йылмайыуы ҡотҡарыр»

12.04.2013 «Донъяны дөрөҫлөк һәм балалар йылмайыуы ҡотҡарыр»

«Донъяны дөрөҫлөк һәм балалар йылмайыуы  ҡотҡарыр»«Йыл уҡытыусыһы – 2013» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе – Оксана Шәрәфетдинова
9 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Йыл уҡытыусыһы – 2013» республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Был мәртәбәле бәйге быйыл 23-сө тапҡыр ойошторолдо. Унда республика мәктәптәренән 116 уҡытыусы ҡатнашты. Улар араһында төрлө фән белгестәре бар. Конкурс барышында рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла «Иң яҡшы тел уҡытыусыһы» исеменә һынау тотто. Бер аҙна буйы улар баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтте, класс сәғәттәре бирҙе, «Методик берекмә» конкурсында үҙенең йылдар буйы тупланған эш тәжрибәһен яҡланы. Әлбиттә, был һынауҙар, ғөмүмән, конкурс үҙе уҡытыусыларҙан юғары оҫталыҡ, бай эш тәжрибәһе һәм үҙ һөнәренә тоғролоҡ талап итә. Бәйге йомғаҡтарынан күренеүенсә, беҙҙә үҙ эшен бар күңеленән яратып башҡарған, йылдар буйы туплан­ған тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп күрһәтерҙәй алдынғы уҡытыусылар күп.
116 уҡытыусынан 43-ө, барлыҡ һынау­ҙарҙы уңышлы үтеп, икенсе турға сыҡты. Алдынғы уҡытыу технологияларына, үҙенә генә хас методик алымдарға ҡоролған «Оҫталыҡ дәресе» үткәргәндән һуң һәр төркөмдән бишәр уҡытыусы иң юғары баҫҡысҡа – финалға сыҡты.
«Йыл уҡытыусыһы – 2013» конкурсының йомғаҡлау тантанаһы барлыҡ конкурсанттарҙы йәнә бергә осраштырҙы.
– Был залда бөгөн педагогиканың буласаҡ легендаһы йыйылған. 38 меңдән ашыу уҡытыусы көн һайын республика мәктәптәрендә балаларға мәңгелек изге төшөнсәләрҙе аңлата. Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһы ысын мәғәнәһендә революцион үҙгәрештәр ки­сер­ҙе. Әммә был үҙгәрештәрҙең һөҙөмтәһе үҙенең иленә кәрәкле һәләтле уҡыусы булһын ине. Был миллиард һумлап бүленгән аҡсаға ла, күпләп төҙөлгән мәктәптәргә, балалар баҡсаларына ла түгел, ә иң беренсе сиратта һеҙҙең талантығыҙға, профессиональ оҫталығығыҙға, үҙегеҙгә йөкмәтелгән бурысҡа кешелекле мөнәсәбәтегеҙгә бәйле, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, уҡытыусыларҙы тәбрикләп.
«Донъяны дөрөҫлөк һәм балалар йылмайыуы  ҡотҡарыр»«Йыл уҡытыусыһы – 2013» республика конкурсы еңеүсеһе исеменә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 3-сө башҡорт лицейының информатика уҡытыусыһы Луиза Мырҙаҡаева лайыҡ булды. Уға шулай уҡ Һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеү фондының махсус бүләге лә тапшырылды. Еңеүсенең педагогик стажы биш йыл.
– Минең өсөн был еңеү көтөлмәгән оло ҡыуаныс булды. Йыл буйы маҡсатҡа ярашлы рәүештә был конкурсҡа әҙерләндем, финалға сығырға ла өмөтләнә инем, әммә еңеүсе булырмын тип көтмәгәйнем. Конкурс бик оҡшаны, балалар менән аралашыу, оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен өйрәнеү, һынау­ҙар­ға әҙерлек – ошондай ижади мөхиттә ҡатнашып, үҙемә ҙур фәһем алыуым менән үтә лә бәхетлемен. Конкурста еңеүем тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәне, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға этәргес бирҙе, – ти, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, конкурста үҙен иң алдынғы уҡытыу­сы итеп күрһәтә алыусы йәш мөғәллимә.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Өфө ҡалаһының 115-се гимназияһынан Оксана Шәрәфетдинова, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатынан Зинфира Нурисламова еңеүсе тип иғлан ителде. Ошо еңеүселәр араһынан иһә абсолют еңеүсе билдәләнде. Ул – Өфө ҡалаһының 115-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Оксана Шәрәфетдинова. Тап ул Бөтә Рәсәй конкурсында республика уҡытыусылары исеменән сығыш яһаясаҡ.
– Бөгөн байрам, әлбиттә, мин бик шатмын. Әммә байрам тамамланыр һәм көндәлек тормош башланыр. Уҡытыусы өсөн ул көн дә дәрескә әҙерләнеү, яратҡан уҡыу­сылары менән осрашыу. Һәр дәрес – ул үҙе беҙҙең киләсәгебеҙҙе ҡотҡарыр тор­мош дәресе. Ошо залда ултырыусы һәр уҡытыусы үҙенең дәресендә уҡыусыларға дөрөҫлөк һүҙен еткерер, тип ышанам. Минеңсә, донъяны матурлыҡ ҡына түгел, ә дөрөҫлөк һәм балаларҙың йылмайыуы ҡотҡарыр, – тине ул үҙенең сығышында.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!