RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » “Кәкре камера” һеҙҙе көтә

15.02.2013 “Кәкре камера” һеҙҙе көтә

Виртуаль донъяла “йәшәргә” яратыусылар иҫләйҙер әле көҙ көнө “Кәкре камера” конкурсы үткәнен. Был халыҡҡа бик ҡыҙыҡ тойолған һәм уны ойоштороусы, башҡорт телендә хәтәр шәп (заказдар буйынса) футболкалар эшләү менән шөғөлләнгән "ФУТБОЛКАМ" компанияһы йәнә шаяртырға яратыусыларға “ижад” итергә мөмкинлек бирә, йәғни “Кәкре камера – 2” иғлан ителә. Дуҫтар, видеокамерағыҙҙы көйләй-майлай тороғоҙ, конкурс 25 февралдә башлана.
Видеоһүрәтләмәләр “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) селтәренең ФУТБОЛКАМ (vk.com/futbolkam) төркөмөндә ҡабул ителәсәк.
Ә ниндәй маҡсат менән үткәрелә һуң был ярыш, тиерһегеҙ. Белеп-күреп тораһығыҙ, социаль селтәрҙәрҙә, сайттарҙа миллионлаған ҡыҙыҡлы видеояҙмалар, шаҡ ҡатырғыс шаяртыуҙар шығырым тулы, әммә күпселеге инглиз, рус йә сит телдәрҙә. Ойоштороусыларҙың береһе Руслан Күскилдин әйтеүенсә, “Кәкре камера“ башҡорт телендә ҡыҙыҡлы видеоны арттырыу, популярлаштырыу маҡсатын ҡуя. Иң мөһиме – башҡорт юморын үҫтерергә, доньяға күрһәтергә, башҡортса кәйеф күтәрергә шәп мөмкинлек тыуа.
Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Әммә видеояҙмағыҙ ҡыҙыҡлы, юмор менән бәйле, йылмайыу уятырлыҡ булырға тейеш. Был – төп шарт. Уның фәҡәт башҡортса булырға тейешлеген аңлағанһығыҙҙыр. Яҡшы сифатлы, иң ҡыҫҡаһы – 10 секунд, иң оҙайлыһы биш минутҡа һуҙылған яҙма көтәбеҙ.
Әйткәндәй, жюри билдәләгән призлы урындарҙан тыш, иң күп “йөрәк” йыйыу юлы менән “Интернет һөйөүе” номинацияһында ла еңеүселәр билдәләнәсәк. Иң шәп яҙмаларға тәғәйенләнгән аҡсалата приздар, футболкалар, бағыусылар бүләктәре әле үк әҙерләнә башланы. 25 февралдә старт бирелгән ярыш 24 мартҡаса дауам итә. Көлкө көнөндә, йәғни 1 апрелдә еңеүсе һәм призерҙарҙы белербеҙ. Конкурстың партнерҙары: “Йәшлек“ гәзите, “Шоңҡар“, “Ватандаш“ журналдары, Башҡорт йәштәре иттифағы, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, “БашЛидер“ төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы.

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!