RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » 300 мең һум эйәһен тапты

12.10.2012 300 мең һум эйәһен тапты

300 мең һум эйәһен тапты
Илебеҙҙең 78 төбәгенән килгән иретеп йәбештереүселәр конкурсында иң шәп һөнәр эйәһе асыҡланды
Өфөлә ҡыҙыҡлы сара – Бөтә Рәсәй иретеп йәбештереүселәр конкурсы ойошторолдо. Унда илебеҙҙең 78 төбәгенән оҫталар йыйылып, көстәрен һынаны. Конкурсҡа килгән иретеп йәбештереүселәр­ҙең һәр береһе – үҙ төбәгенең иң оҫтаһы. Ярыш ике этапта ойошторолоуы менән ҡыҙыҡлы ла, ауыр ҙа булды тип әйтергә кәрәк – конкурсанттарҙың үҙ һөнәрен нисек үҙләштереүен теоретик яҡтан да, ғәмәли яҡтан да тикшерҙеләр. Тимер торбаларҙы иң ауыр шарт­тар­ҙа ла һәйбәт итеп ялғау өсөн егеттәрҙең тире аҙ түгелмәне – сараны ойоштороусылар иретеп йәбештереүселәр алдына бурыс­тың ауырын ҡуйғайны. Шулай уҡ ярышта ҡатнашыусылар эштә хәүеф­һеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса ла һорауҙарға яуап бирҙе. ҡыҫҡаһы, ярыш ҡыҙыҡлы ла, көсөргәнешле лә үтте.
Ике көн барған, көслө дәғүәсе­ләр­ҙе туплаған конкурста илебеҙҙең иң шәп иретеп йәбештереүсеһе булып Ырымбур өлкәһенән Максим Осипов билдәләнде. Беҙҙең өсөн дә ҡояш йылмайҙы − Башҡортостан вәкиле Валерий Артюхов көмөш призер тип табылды. Ул был конкурстың республика кимәлендә ойошторолған этабында тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмаған, быйыл еңеп сығып, тотош илдән йыйылған иретеп йәбештереүселәр менән ярышҡа сыҡҡан.
− Республикабыҙҙа иретеп йәбештереүселәр һөнәре көнүҙәк һәм кәрәкле. Эш ауыр ғына булһа ла, баһаһы булғас, тырышып эшләйбеҙ. Әлеге еңеүемә бик шатмын, ғорурмын, − ти Валерий. Яҡташыбыҙҙы матур еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Республика данын ил кимәлендә яҡлау еңелдән түгел, бик яуаплы эш.
Өсөнсө урында – Татарстандан килгән Евгений Владимиров. Еңеүселәргә инселәнгән бүләк тә бик шәп – беренсе урын өсөн 300 мең һум, икенсе урынға – 200 мең һум, өсөнсө урынға 100 мең һум аҡса тапшырылды. Конкур­с­ант­тарҙы тәбрикләү өсөн бик күп вазифалы кеше сәләм хаттарын ебәрҙе, дәртләндереү өсөн ҡунаҡтар ҙа күп йыйылды. Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт министры Максим Топилин металдың көнитмештең бөтә тармаҡтарында ла ҡулланылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
− Бөгөн иретеп йәбештереүселәргә хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур. Шуға ла был һөнәр эйәләренә уҡыу, хеҙмәт хаҡы лайыҡлы түләнгән эш табыу шарттарын тыуҙырыу мәсьәләһе хәл ителергә тейеш, − тип тә билдәләне ул.
Әлбиттә, бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторолған мөһим сара тик ярыш ҡына түгел, ҡатнашыусылар өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҙур байрам. Шуға ла унда конкурсанттар араһында, еңеү ҡомары менән бер рәттән, дуҫлыҡ, йылылыҡ та һиҙелде.
− Был конкурста еңелеүселәр юҡ. Рәсәйҙә ярты миллиондан ашыу кеше иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә. Әлеге конкурсҡа килеүселәр – илебеҙҙең алтын фонды, үҙ төбәктәрендә еңеп сыҡҡан иң оҫта һөнәр эйәләре. Ошо айҡанлы конкурста ҡатнашыу­сы һәр кемде ихлас күңелдән тәбрикләйем. Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәтенә сараны матур ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтке килә. Конкурс юғары кимәлдә үтте, − тип билдәләне Контроль һәм иретеп йәбештереү милли ассоциацияһы президенты Николай Алешин.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!