RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Телһөйәр һәм илһөйәрҙәр барҙа, йәшәйәсәк башҡорт теле!

03.04.2012 Телһөйәр һәм илһөйәрҙәр барҙа, йәшәйәсәк башҡорт теле!

Телһөйәр һәм илһөйәрҙәр барҙа, йәшәйәсәк башҡорт теле!
Өфөлә үткән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2012» төбәк-ара конкурсында быйыл байтаҡ ир-ат ҡатнашты
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының профессиональ конкурсы республикабыҙҙа быйыл ун етенсе тапҡыр уҙғарылды.

Был конкурстың уҡытыусының аб­руйын күтәреүҙә, уның һөнәри оҫталығын камиллаштырыуҙа, көндәлек тырыш хеҙмәтен баһалауҙа әһәмиәте бик ҙур. Уҡытыусылар унан эшкә көс, дәрт алып, уҡытыусы тигән исем йөрөтөүҙәре менән ғорурланып, алдынғы технологиялар ҡулланып эшләүсе коллегаларына һоҡланып, конкурстағы мөхиттән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы хеҙмәтенең лайыҡлы баһаһын күреп, рухланып, ҡанатланып, илһамланып ҡайта.
Быйылғы конкурста барлығы 57 уҡытыусы ҡатнашты. Уларға еңел булмаған һынау төрҙәрендә үҙҙәренең профессиональ оҫталығын күрһәтергә тура килде. Асыҡ дәрестәр күрһәттеләр, инновацион проекттарын яҡланылар, лекция менән дә сығыш яһанылар. Шулай ҙа иң оҡшаған һынау төрө, күпселек фекеренсә, «Беҙҙән һуң был донъяла ни ҡала?» тигән темаға сығыш яһау булған. Әҙерлек өсөн уҡытыусыларға бер төн ваҡыт бирелә, шул ваҡыт эсендә һәр кем ошо һорау буйынса сығыш әҙерләргә тейеш була.
Телһөйәр һәм илһөйәрҙәр барҙа, йәшәйәсәк башҡорт теле!
– Бер-береһен ҡабатлаған сығыштар булманы, нисә уҡытыусы ҡатнаш­һа, шул тиклем фекер һәм улар һәр береһе төрлө мәсьәлә күтәр­ҙе. Шунлыҡтан уларҙың сығышын тыңлап ултырыуы үҙе бер кинәнес ине, – ти конкурсанттар.
Конкурста «Педагогиканың өмөтлө киләсәге», «Тел һөйәрҙе ил һөйәр», «Сәсән телле уҡытыусы», «Күңелемдә – халыҡ ынйылары», «Һөнәремә тоғро ҡалам», «Йөрә­гемде балаларға бирәм», «Иң яҡшы инновацион проект», «Өлгөлө дәрес», «Юғары педагогик оҫталыҡ» кеүек номинацияларҙа бик күп уҡытыусы үҙҙәренең оҙайлы тырыш хеҙмәтенә баһа алды.
Финалға Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһынан Рәсимә Алламоратова, Стәр­летамаҡ районының Оло ҡуғанаҡ мәктәбенән Әҡлимә Ибәтуллина, Әбйәлил районының Хәлил урта мәктәбенән Радик Өмөтҡужин, Баймаҡ лицей-интернатынан Сафа Иш­ҡыуатов, Ишембай ҡалаһының 8-се мәктәбенән Рифат Әйүпов сыҡты. Улар сәхнәгә сығып баҫҡас, залда көсөргәнеш тағы ла артты, күңеленән генә һәр кем ошо биш уҡытыусы араһынан «Йыл уҡытыусыһы» исеменә иң лайыҡлыһын эҙләй башланы. Мәғариф министры Әлфис Ғаязов еңеүсе исеме яҙылған конвертты ҡулына алғас, кем булыр еңеүсе, тип зал тын ҡалды. Шулай итеп, еңеүсенең исеме иғлан ителә. Ул – Ишембай ҡалаһының 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Рифат Әйүпов.
– Хөрмәтле мөхтәрәм милләттәштәр! Бынан ун ете йыл элек, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, факультет деканы Ғиниәт ҡунафин саҡырып алып, һине бында уҡытырға ҡалдырырға уйлайбыҙ, тип тәҡдим яһаны. Ләкин мин ул ваҡытта ситтән тороп юридик факультетта уҡый инем, шунлыҡтан, Ғиниәт Сафиулла улы, ғәфү итегеҙ, уҡытыусы һөнәрен һайламаҫмын ул, тип яуап бирҙем. Ғиниәт Сафиулла улы ныҡ асыуланды һәм, һәр юрист прокурор була алмай, әммә һәр уҡытыусы президент була ала, тине. Бына әле килеп был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә, һәр уҡытыусының милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы була алыуына инандым, – тине быйылғы конкурс еңеүсеһе үҙенең «йондоҙло» телмәрендә.
– Бер нисә йыл рәттән конкурсҡа килеп, үҙебеҙҙең райондан ҡатнаш­ҡан уҡытыусыларға ярҙам итеп йөрөнөм һәм шуны әйтергә теләйем, быйылғы конкурсанттар бик көслө. Туғыҙ ир-егеттең конкурсҡа сығыуы ғына ла ниндәйҙер сәм уята, – тип үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты ул.
«Һеҙҙеңсә, еңеүгә илтеүсе төп талап ниндәй?» тигән һорауға: «Үҙ өҫтөңдә даими эшләү, төрлө конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, белемеңде камиллаштырып тороу һәм тәжрибә уртаҡлашыу», – тип яуап бирҙе ул.
Быйылғы конкурста ҡатнашыусы һәр уҡытыусы ла конкурс йомғаҡтары менән ҡәнәғәт ҡалды шикелле.
– Нисә йыл ошо конкурста ҡатнашырға тәҡдим итһәләр ҙә, төрлө сәбәп менән баш тартып килдем. Әле килеп конкурста ҡатнашҡас, ниңә күптән килмәнем икән, тигән үкенес тыуҙы хатта. Конкурс шул тиклем оҡшаны. Айырыуса уҡытыусылар араһындағы йылы мөнәсәбәт ҡыуандырҙы, үҙ-ара теләктәшлек, ярҙам итергә тырышыу һиҙелеп торҙо. Бына ошондай мөнәсәбәт беҙгә үҙебеҙҙе ышаныслыраҡ тотор­ға, юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итте лә инде, – ти Баймаҡ лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сафа Зиннур улы.
– Быйылғы конкурс уҡытыусының ысын мәғәнәһендә һөнәри оҫталығын асыҡлау булды. Бар һынау төрҙәре лә тап шуға ғына йүнәлтелгәйне. Бер кемгә лә сер түгел: «Йыл уҡытыусыһы» «Һылыуҡай» һәм башҡа шундай конкурстар яңы ойошторола башлаған ваҡытта күберәк шоуҙы хәтерләтә ине. Ниһайәт, унан ситләшеп, иң яҡшы уҡытыусы ниндәй булырға тейеш, шуны асыҡларға өйрәндек. Бының менән шуны әйтергә теләйем, конкурсты ойоштороуҙа ыңғай яҡҡа үҙгәреш ҙур, – ти ярыштың тағы бер финалсыһы, Әбйәлил районынан Радик Өмөтҡужин.
«Сәсән телле уҡытыусы» номинацияһында еңеү яулаусы Әнисә Аҫылғужина менән Земфира Аҡбутина:
– Быйылғы конкурс шуныһы менән иҫтә ҡалды, ижади кешеләр – шағирәләр, шағирҙар күп ҡатнашты. Ярыштың башынан аҙағына тиклем ижад ҡомары барҙы. Конкурстан беҙ әллә күпме илһам, рух алдыҡ, – тине.
Бөрйән районының Килдеғол ауылынан «Йәшлек»тең күптәнге дуҫы Мөнир Фәйзуллин иһә конкурс тураһындағы тәьҫораттарын бер генә һөйләм менән аңлатты: «Башҡорт теле йәшәйәсәк!» Уларҙың күңелдәренән ташып торған хис-тойғоларынан, ғорурлыҡ менән әйткән һүҙҙәренән генә лә конкурстың уҡытыусылар өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлауы ҡыйын түгел.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Р. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!