RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Шағир ғүмере дауам итә...

24.02.2012 Шағир ғүмере дауам итә...

Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында Рәмил ҡол Дәүләт исемендәге әҙәби премия лауреаттарын ҡотлау тантанаһы үтте
Шағир ғүмере дауам итә...
Бала саҡтан ҡыҙыл буйы
Йөрәгемә ингән уйып.
Мин йырлармын ҡыҙыл буйын
Ғүмер буйы, ғүмер буйы...
Әбйәлилгә аяҡ баҫҡас та шағирҙың ошо юлдары иҫкә төштө. Был сатнама һыуыҡта ҡыҙыл йылғаһы туңған, һүҙ ҙә юҡ, тик ул шағир һүҙе, шағир моңо менән беҙҙең күңелдәрҙә һаман ярына тулҡын ҡаға, сайпылып ағыуын белә. Ғүмере үткәс тә ҡыҙылын данлап йырлай шағир. Талантлы һәм ҡыйыу фекерле шағирҙың тыуған төйәгендә үткән был сараны әҙәбиәт һәм йәш яҙыусыларҙың байрамы тип тә, талантты ҡәҙерләү һәм иҫкә алыу кисәһе тип тә атарға булыр ине. Ошо тантананан уй-кисерештәр, тәьҫораттар менән ҡайтҡан шағирҙар, йәше лә, олоһо ла, моғайын, ҡыҙыл буйын, бәрәкәтле Әбйәлил ерен иҫкә алып, ҡағыҙға фекерен, тойғоһон төшөрмәй ҡалмаҫ. Тимәк, Рәмилдең ҡыҙылы һаман да йырҙа йырланасаҡ, хәтерҙә яңырасаҡ, тулҡын-тулҡын булып ағасаҡ.
Әбйәлил – изге ер. Тарихы, бөгөнгөһө менән дә, ихлас кешеләре менән дә.
Шағир Рәмил ҡол Дәүләт уҡыған Сиҙәм мәктәбенең тантана залында хайран ҡалырлыҡ итеп башланды кисә. Уҡыусылар менән бергә бар уҡытыусылар сәхнәгә теҙелеп баҫты ла... эйе, бер-бер артлы шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләргә, уҡырға тотондо. ҡасандыр Рәмил менән бер осорҙа уҡығандар ҙа, күрше булып йәшәгәндәр ҙә, шағир­ҙы күреп белмәгән килен булып төшкәндәр ҙә, шиғыр һәм шағир асылын саҡ аңлай башлағандар ҙа – сәхнәгә тулды ла, күҙ алдына килтерәһегеҙме, ярты сәғәткә үҙҙәрен дә, беҙҙе, тамашасыларҙы ла, шағир донъяһына сәйәхәткә алды ла китте. Күңелдәр берсә ҡыуанды, берсә тетрәнде, берсә борсолдо, берсә һыҙланды... Шағир менән бергә! Һоҡландырғыс күренеш булды был! Оло экранда шағирҙың шиғри юлдары менән төрлө йылдарҙағы фотолары кисерештәрҙе тағы ла ярһытып ебәрҙе.
ҡунаҡтарҙан тәүге һүҙҙе «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы идараһы рәйесе Артур Дәүләтбәков алды. Ул баҫманың эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте һәм «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһының (етәксеһе Әмир Ишемғолов) бүләктәрен еңеүсе ҡыҙҙарыбыҙға шағирәләр Зөлфирә ҡарағужина, Айгөл Ишемғужина, Флүрә Низамоваларға тапшырҙы.
Байрамдың оло ҡунағы, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаевтың көнө бөгөн тығыҙ булды. Төшкә тиклем ул Асҡарҙа һайлаусыларҙы ҡабул итте, халыҡтың аһ-зарын да (үкенескә күрә, депутаттарға быныһын күберәк йөкмәргә тура килә), уй-борсолоуҙарын да, шатлығын да йөрәге аша үткәреп килде Сиҙәмгә. Шуға уның:
– Әбйәлилдәргә нисектер яҡташтарым тип әйткем килеп китте, яҡын күрә һеҙҙе күңелем, – тип һүҙ башлауын халыҡ алҡыштарға күмеп ҡаршы алды.
Ул был яҡта тыуған Әхмәт Лотфуллин, Ким Әхмәтйәнов, Рафиҡ Сәлмәнов кеүек күренекле шәхестәребеҙҙе иҫкә алды.
– Ғүмер иҫкән елдәй тиҙ үтә. Рәмилдең дә беҙҙең аранан китеүенә тиҫтә ярым йыл үтеп киткән. 1986 йылдағы йәш яҙыусыларҙың семинары иҫемә төштө. Унда мин поэзия секцияһы етәксеһе инем. Ошо семинарҙа әҙәбиәтебеҙҙә һис булмаған ваҡиға, тарихи ваҡиға булдырҙыҡ беҙ: тикшерелгән алты ҡульяҙманың алтыһын да хуплап, китап итеп сығарырға тәҡдим иттек. Ғәҙәти булмаған күренеш ине был. Еңел-елпелектә ғәйепләүселәр ҙә табылды беҙҙе. Ә был алты исем... Рәмил, Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Ғәбиҙулла... Аҡланылар улар беҙҙең өмөттө, әҙәбиәткә тулҡын булып килде улар һәм... атылған йондоҙ кеүек балҡынылар ҙа, фанилыҡты күптәре ташлап китте.
Шағир тыуған ауыл бәхетле ул. Ә шағир­ҙың ҡәҙерен белгән ауыл – икеләтә. Ана, был төбәк бөгөн шуның дәлиле, – тине халҡыбыҙҙың аҡыл эйәһе. Ә Морат Солтанов бөгөн өсләтә бәхетле ине: халыҡ шағиры, милләт ағаһы Рауил Бикбай уға шәхсән үҙенең бүләген тапшырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының халҡыбыҙҙы туплауҙа, берләштереүҙә һәм, әлбиттә, милләтебеҙ үҫешендә әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. ҡоролтайыбыҙҙың башҡарма комитеты рәйесе итеп Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов һайлан­ғас, йәштәргә лә иғтибар бермә-бер артты. Спортсыларға ҡиммәтле балаҫтар, йырсыларға затлы ҡорамалдар менән ярҙам итә яңы рәйес. Әбйәлилдәргә лә яңыраҡ ике ауылға көрәш майҙаны өсөн балаҫтар бүләк ителгән.
Бөгөн әҙәбиәткә килгән йәштәргә лә терәк икәнен иҫбатлай ҡоролтай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур ҡолһарина шағир егеттәребеҙ Рәшит Зәйнуллин, Мәүлит Кәримов һәм Шәфҡәт Әбйәлиловҡа затлы диктофондар бүләк итте.
– Егеттәр, ил, халыҡ эшендә күберәк булығыҙ. Ваҡытығыҙ етмәй, ҡағыҙға теркәп өлгөрмәһәгеҙ, был ҡорамалға яҙҙырып ҡалығыҙ алтын фекерҙәрегеҙҙе, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. Ул шулай уҡ йәштәрҙе әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән йәшәргә саҡырҙы. «Илдә, республикабыҙҙа күпме ваҡиға, күренеш бара. Ә үҙ һүҙен әйтер йәштәребеҙ, алғы сафтарға әйҙәрҙәй көстәрҙең әҙ булыуы хафаға ла һалып ҡуя», – тип борсолоуын белдерҙе ул.
Бәйгенең жюри рәйесе, үҙенсәлекле шағир-прозаик, тәнҡитсе, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булмауын әйтеп үтте.
Шағир ғүмере дауам итә...
– Башҡорт әҙәбиәтен, рухиәтен һәр саҡ алтын бағаналар тотоп килде. ҡол Ғәле, Салауаттар аҡылын Аҡмулла, Өмөтбаевтар дауам итһә, Бабичтарға алмашҡа Сәләм, Юлтыйҙар килде. Мостай, Назар, Биишевалар байрағын Рәми, Бикбайҙар күтәреп алды. Рәмил, Рәйестәр әҙәбиәттә үҙҙәренең юлын тапты. Киләсәгебеҙ кем ҡулында? Ошо һорауға яуап табыр өсөн ошондай бәйгеләр үткәрәбеҙ, ҡом-таш араһынан алтын бөртөктәрен эҙләйбеҙ. Эҙләйәсәкбеҙ ҙә әле... – тип тамамланы һүҙен Азамат Рәмил улы. Ул бүләктәрҙе лауреат булған прозаиктар Аида Хәйретдинова һәм Фәнүзә Биктимероваға тапшырҙы.
– Был «Йәшлек»тәр һуҡырҙы күҙле, сатанды аяҡлы итер ул. Пенсияға сыҡҡас, тыныс ҡына ял итерменме тигәйнем, ни таҡмаҡ бәйгеһе үткәреп, ни яҡташыбыҙ исемендәге конкурс ойоштороп, беҙгә ял итергә хут бирмәйҙәр бит, ә, – тип һөйләп алып китте йор һүҙле лауреатыбыҙ, ғүмерен мәғарифҡа арнаған Фәнүзә апай. – Мин дә ҡулыма ҡәләм алдым әле бына. «Тупһалағы даға» тигән хикәйәмде, һыйыр һауып ингәндән һуң, эңерҙә ултырып яҙа башлағайным, ҡояш ҡалҡҡас, иртәнге һауым алдынан, тамамлап ҡуйҙым. Шуны оҡшатҡандар бит, әй, рәхмәт инде үҙҙәренә. Ана шулай, таяҡҡа таяндырғансы, ҡәләмгә тотондор һин, «Йәшлек», маладис!
Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән, шағирҙың өлкән апаһы Әнисә Хөснөтдин ҡыҙы сәхнәгә ике ейәнсәре менән күтәрелде. ҡыҙҙар һынатманы, үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡыны. Диҡҡәт биреп тыңланы залдағылар, шағир яҡҡан усаҡ туғандары күңелендә лә янырға уйлай ҙаһа, тип һөйөндө.
– Рәхмәт, Рәмил ҡустымды яңынан мәктәбенә, ауылына алып ҡайттығыҙ. Уның рухы беҙҙең янда һөйөнөп осоп йөрөйҙөр инде, – тине шағирҙың апаһы. – Ошо һөйөнөслө көндә, форсаттан файҙаланып, бер генә мәсьәлә күтәрәйем тим. Зар тип ҡабул итмәгеҙ, зинһар. Әлмөхәмәттә шағирҙың тыуған йорто буш һәм ҡарауһыҙ. Ауылдың әтрәгәләмдәре унда инеп, Рәмилдең ҡулы ҡағыл­ған әйберҙәрҙе урлай йә вата. Ул ултырып яҙышҡан өҫтәл, ултырғыс тиһеңме, китап-дәфтәреме – киләсәктә быларҙың барыһы ла кәрәк булыуы ла бар ҙаһа. Ошо йортто төҙөкләндереп, ауылыбыҙҙың ғорурлығы, әҙәбиәтебеҙҙең оло әҙиптәре Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Рәмил ҡол Дәүләттең – өс яҙыусының уртаҡ музейын булдырғанда бик тә сауаплы эш булыр ине. Район хакимиәте башлығы Сыңғыҙовҡа был тәҡдимемде белдергәс, киләсәкте хәстәрләүсе изге уй, тип ҡуйҙы. Тик матди ҡыйынлыҡтар бар әле, тине башлыҡ. Ошо йортҡа Рәмилдең тыуған йорто тигән таҡтаташ ҡуйһаҡ, бәлки, бурҙарҙың юлы киҫелер.
Район хакимиәте лә был саранан ситтә ҡалманы. Мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге етәксеһе Лениза Камил ҡыҙы Сәғәҙиева данлыҡлы яҡташтары Иҙрис Ноғомановҡа үҙ бүләктәрен тапшырҙы.
Шағир ғүмере дауам итә...
«Йәшлек» һәр саҡ үҙенең дуҫтары менән көслө. Терәкһеҙ йәшәп булмай, бөгөнгө заманда бигерәк тә. Был бәйгене Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә ойошторғайныҡ. Дөрөҫөрәге, үҙ ерҙәренең тоғро улдары – Әбйәлил районы советы рәйесе, урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Мирхәт Рәжәпов һәм уның уң ҡулы Иштимер Ғүмәров беҙҙең Рәмил ҡол Дәүләт исемендәге конкурс ойоштороуыбыҙҙы белгәс тә күтәреп алды. «Төп бүләк беҙҙән буласаҡ!» – тине ышаныслы дуҫтарыбыҙ.
«Данлы тарихлы булған башҡорт халҡының дауамы ла, киләсәге лә беҙҙең ҡулда. Ил йөрәгенә, халыҡ күңеленә бөгөн ниндәй орлоҡ сәсеп ҡалдырабыҙ, киләсәгебеҙ ҙә шулай буласаҡ. Рухиәткә, сәнғәткә, әҙәбиәткә, тарихҡа ҡағылышлы ниндәй генә саралар булмаһын, беҙ үҙебеҙҙең ярҙамыбыҙҙан ташламайбыҙ. Был – беҙҙең изге бурыс!» – шулай ти Мирхәт Зиннәт улы. ҡасан ғына Әбйәлилгә шылтыратмайыҡ, дуҫтарыбыҙ беҙҙе һүҙһеҙ аңлай һәм һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Рәхмәт уларға! Шуға ла, дуҫтар булғас, «Йәшлек»те иң күп яҙҙырып уҡыу­сылар әбйәлилдәр бит.
Әбйәлилдәр район күләмендә мәктәп уҡыусылары араһында Рәмил ҡол Дәүләт исемендәге ижади бәйге үткәргән. Унда еңеүсе Буранғол мәктәбенән Гөлфирә Вәлиева үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттер­ҙе.
Шулай итеп, төп бүләк – ноутбук менән Салауат ҡалаһынан Рамаҙан ҡолмөхәмәтов бүләкләнә. Еңеүсе ҡасандыр Рәмил менән бергә Өфөлә осрашып, ниндәйҙер әҙәби кисәлә ҡатнашыуын иҫкә алып үтте. Шуныһы ҡыҙыҡ, экранда күрһәтелгән фотолар араһында Рәмилдең Салауат һәйкәле янындағы бер нисә шағир менән төшкән фотоһында йәш кенә Рамаҙандың булыуы нисектер байрамға йәм дә өҫтәне, Рәмилдәрҙән шиғри эстафетаны һеҙ алаһығыҙ, Рамаҙандар, тигән символик мәғәнә лә сағылып ҡалды. Шулай булһын!
ҡайтыр алдынан байрамға килгән Рәмилдең класташтары менән һөйләшеп ултырырға яҙҙы.
– Ой, Рәмил бала саҡта бик шуҡ булды ул. Бик тырышып уҡыманы, ә инде һабаҡҡа ныҡлап тотонһа, шатырлатып яуап бирер ине. Үҙенә белем тиҙ үк һеңеп бара ине. Зирәк булғандыр тим, – тип һөйләне синыфташы Сулпан Батыршина. – Бәләкәй генә була торғайны, үтә сибек. Тын юлдары менән ул саҡта уҡ яфаланғас, нисәнселер класта шифаханаға барып ҡайтҡас, һонтор булып үҫеп китте. Дауаһы килештеме инде...
– Һис айырылмаҫ балалыҡ дуҫым беҙҙән бер ни менән айырылмаған кеүек булһа ла, ошо йәшемдән бала саҡҡа ҡарайым да, уйлап ҡуям, барыбер ҙә донъя­ны ул саҡта уҡ башҡасараҡ күрә ине бит ул, – тип һүҙгә ҡушыла Фәрит Хәмитов. – Байып барған ҡояшта беҙ күрмәгән төҫтө, талда һайраған ҡошта беҙ ишетмәгән тауышты ишетә ине Рәмил. Шул тиклем хайран итерлек рәссам булды класташым. Яҡташыбыҙ Әхмәт Лотфуллинды алмаштырасаҡ был, тип көткәйнек тә...
– Мәктәптә уҡығанда уның шиғыр яҙғанын берәү ҙә хәтерләмәй. Яҙмағандыр. Һуңынан, бер йәйге көндә, «Ленинсы»ла Рәмилдең шиғырҙары баҫылғас, аптырап та, ҡыуанып та киттем. Тәбиғәте менән ижадсы ине, Хоҙай бының ҡулына ҡылҡәләм менән бергә ҡәләм дә тотторған икән, тинем.
– Стәрлегә мәҙәни-ағартыу буйынса уҡыр­ға киткәс, күпмелер һағайып та ҡуйғайным. Уның улай уҡ сәхнәгә менеп сығыш яһағанын күрмәгәс. Режиссерлыҡ буйынса уҡыуы бушҡа булмаған, тимәк, һуңынан ҡалай шәп пьесалар ижад итте бит. Тимәк, алдан күҙаллап, ниндәй һуҡмаҡтан китәсәген тоҫмаллап барған...
– Шундай иле, халҡы өсөн янып ижад иткән класташыбыҙ булыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, әлбиттә. Тик бына ғүмере ҡыҫҡа булды, – тип ҡуйҙы класташтар.
ҡайтырға сыҡтыҡ. Хуш, Шағир иле! Хуш, ҡыҙыл буйы. Тулҡындарыңды ҡаҡ ярыңа, ҡаҡ. Күңелдәр туңмаһын өсөн ҡаҡ!

Ижад – ул күңел талабы
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН, Өфө ҡалаһы
Шағир ғүмере дауам итә...
− Йәштәр тибеҙ, улар араһында яҙышҡандар бар, әлбиттә. Тик уларҙа әҙәбиәткә мөкиббән бирелеү юҡ кеүек, тейһә – тейенгә, теймәһә – ботаҡҡа, тигәндәй. Был ғәҙәти күренешме ул, әллә, халҡыма, әҙәбиәткә хеҙмәт итәм, тигән оло, төплө уйға килмәй тороп, ҡәләмгә тотоноу кәрәкмәйме?
– Минеңсә, йәштәр ижадына ҡарата үтә талапсан булыу кәрәкмәй­ҙер. Мулла ҡатаһыҙ, кеше хатаһыҙ булмай, тиҙәр бит. Бөгөнгө олпат әҙиптәребеҙ ҙә ҡасандыр йәш булған, улар ҙа ниндәйҙер хаталар, кәмселектәр ебәргән. Әммә айырма шунда: әгәр элек (совет осоронда) ижадта − шиғриәттә, прозала, драматургияла − күсәгилешлек булһа, бөгөн был күренеш юҡ тип әйтерлек. Бөгөн йәштәр күберәк «үҙе өсөн» ижад итә, оло быуын менән аралашыу, фекер алышыу юғала бара. Булһа ла, улар кәрәккән кимәлдә йыш, үҙ ваҡытында, тип әйтә алмайым.
Был − беренсенән. Икенсенән, бөгөн башҡа заман, башҡа мөхит икәнен онотмайыҡ. Беҙ инде 20 йыл капитализм тип аталған ҡоролошта йәшәйбеҙ, юрғаныбыҙға ҡарап аяғыбыҙҙы һуҙабыҙ, үҙ тамағыбыҙҙы үҙебеҙ туйҙырабыҙ. Аҡса эшләйем, ғаиләмде етеш йәшәтәйем, балаларымды кәм-хур итмәйем, тип, күптәрҙең ижадҡа ваҡыты ла ҡалмай. Ижад иткән йәштәр төрлө өлкәлә мәшғүл, улар араһында табиптар, төҙөүселәр, бухгалтерҙар, водителдәр һәм башҡалар етерлек. Эйе, матбуғат өлкәһендә эшләүселәр ҙә бар, тап шуларҙың тауышы бөгөн нығыраҡ һәм күберәк яңғырай. Улар ниндәйҙер кимәлдә оло быуын менән фекерләшә, хатта бәхәскә инә ала. Ә бына беренсе төр йәштәр бындай мөмкинлектән мәхрүм, улар үҙҙәрен үҙҙәре үҫтерергә тейеш килеп сыға. Бөгөн бына шундай «аҫылташтар»ҙы табыу, уларҙы «эшкәртеп», тейешле кимәлгә еткереү оло быуындан ысын остаз яһаясаҡ та инде...
Минеңсә, халҡыма, әҙәбиәткә хеҙмәт итәм, тигән һүҙҙәр менән йәштәргә лә, оло быуынға ла артыҡ шапырынырға кәрәкмәй. Ижад − ул иң тәүҙә күңел талабы. Ысын ижад хеҙмәт була алмай, ижадсы хеҙмәтсе түгел. Ысын ижадсы ижадһыҙ йәшәй алмай, ул шуның өсөн ижад итә. Ул тормоштоң, йәшәйештең асылын эҙләй, матурлыҡҡа, изгелеккә, камиллыҡҡа ынтыла. Тап шул мәлдә ошо «халыҡҡа, әҙәбиәткә хеҙмәт» тыуа ла инде. Ә халҡыма хеҙмәт итәм, тип өҫтәл артында ҡәләм тотоп ултырыу ғына әллә ниндәй бөйөклөктәргә килтермәйәсәк. Шулай ҙа ысын ижадсы халҡын да, әҙәбиәтте лә яратырға тейеш...
− Йәштәрҙең әүҙем булмау сәбәбен ниҙә күрәһең?
– Бөгөн йәштәр тураһында ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-фекерҙәр күп яңғырай. Уларҙы күккә күтәреп маҡтаусылар ҙа, ергә төшөрөп һүгеүселәр ҙә бар. Әммә йәштәр йәштәр инде, улар күп төрлө, яңы быуын, яңыса фекерләргә, яңыса уйларға, яңыса йәшәргә ынтыла. Яңыраҡ «Гранд Торино» тигән Америка фильмын ҡарағайным. Унда заман йәштәренә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп көн иткән ҡарт барыбер тормошҡа ҡараштары тура килгән үҫмер менән осраша һәм дуҫлаша. Тимәк, йәш быуынды, ҡайһы берәүҙәр күнеккәнсә, аҡҡа һәм ҡараға айырып ҡарау төптө хата. Бары уларға иғтибарлыраҡ булырға кәрәк, ни тиһәң дә, уларҙы ошо оло быуын тәрбиәләй, үҫтерә бит.
Йәштәрҙе әүҙем түгел тип әйтмәҫ инем. Башында аҡылы булғандар бик әүҙем: белем алалар, тырышалар, эшләйҙәр, йорт һалалар, ғаилә ҡоралар, бөгөнгө көн, киләсәк, тип яналар. Күптәр бизнесҡа тотона. Ә ижадҡа килгәндә... Бында ла төрлөһө бар. Әгәр матбуғат битендә йыш сығыш яһамай икән, был әүҙем түгел тигәнде аңлатмай, бәлки, ул кис һайын поэма ижад итәлер? Бәлки, ҡара тиргә батҡансы эшләп, уның редакцияға килеп китергә ваҡыты ла ҡалмайҙыр? Кеше күңеле – ҡара урман, тиҙәр бит. Уларҙы ошо гәзит-журнал биттәренә йәлеп итергә, уларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға кәрәк. Шул мәлдә, һис шикһеҙ, йәштәрҙең әүҙемлеге артыр. Шулай уҡ йәштәр менән улар «Йәншишмә», «Аманат»ҡа яҙыша башлаған көндән алып эшләргә, аралашырға кәрәк, шунда әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге юғалмаясаҡ. Әммә милли әҙәбиәтте бөгөн республика етәкселегенең ярҙамынан тыш үҫтереү мөмкин түгел. Ошоно аңлаһын ине ҡайһы берәүҙәр. «Аҡса түләп шиғыр яҙҙырып булмай», − тип ҡаршы төшөүселәр булыр, бәлки. Әммә «йәш» һаналып, тиҫтәләгән йылдар дауамында китабын сығара алмай ҡартайған ижадсыларыбыҙ етерлек. Китабын ҡулына ала алмағас, ниндәй дәрт менән ижад итһен, нисек үҙен шағир йә яҙыусы тип атаһын? Ә ошондай йәш автор­ҙарҙың китабын баҫтырып сығарыу өсөн аҡса бүлеү республикабыҙҙың ҙур-ҙур предприятиелары өсөн «сүп» кенә булыр ине...

Айгөл ИШЕМҒУЖИНА, Баймаҡ ҡалаһы
Шағир ғүмере дауам итә...
– Бөгөн яратып уҡыған һәм башҡаларға тәҡдим итерҙәй китабығыҙ, сайтығыҙ бармы?
– Икеһе лә бар. Башҡортмон тигән кешегә, зыялыларға Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» исемле китабын өҫтәл йә ҡуйын китабы итеп йөрөтөргә кәңәш итәм. Һәр хәлдә, үҙем шулай итәм. Был йыйынтыҡ − тормоштоң киҫкен мәлдәрендә лә, сетерекле хәлдәрендә лә аҡыл биреүсе китап. Унда әҙибә үҙенең тормоштағы күҙәтеүҙәренән, аҡыллы кешеләрҙең кәңәштәренән, үҙенең уңыштарынан, хатта башынан үткән хаталарынан, ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән сығып, тормош һабаҡтарын туплаған. Геройҙарҙа йә үҙеңде, йә таныштарыңды күреп, был осраҡта ул ҡайһылай итте икән, тигән ҡыҙыҡһыныу менән йотлоғоп «эсәһең». Китаптың серле атамаһы – Аң, Рух, Ғәм, Ырыҫ, Моң, Аҡыл, ҡот төшөнсәләренең аббревиатураһынан торған «Арғымаҡ» һүҙе – үҙе үк ат йәнле башҡорттоң күңелен елкендерә бит. ҡыҫҡаһы, уҡығыҙ!
Ә сайтҡа килгәндә, «В контакте (Бәйләнештә)» сайтында былтыр октябрь айында Рәми Ғарипов төркөмөн күреп ҡалып, үҙемдең был бөйөк шағирға арналған шиғырҙарымды һалдым. Уны ойоштороусы Миңзәлә Асҡарова («Шоңҡар» журналы менән хеҙмәттәшлек итә, студентка) мине лә төркөмгә администратор итеп ҡуйҙы. Шунда минең өсөн яңы, әммә күңелгә рәхәтлек биргән ижади эш башланды: интернет селтәрен гиҙеп йөрөп Рәми Ғарипов шиғырына яҙылған әллә күпме йыр, бер нисә видеояҙма, шиғырының тәржемәләрен таптым. Йырҙарҙың текстарына тура килгән һүрәттәр һәм билдәле йырсылар башҡарыуындағы йыр менән, тәржемәне һүрәттәр менән биҙәп, төркөмдөң битенә ҡуйһам, тәрән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Бер йыр миңә тынғы бирмәй: Яңы йылдан алып Арыҫлан Йәнбәков башҡарыуындағы «ҡоралайым» йырын эҙләп, «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәрен дә мәшәҡәтләп алдым, әлегә һөҙөмтә юҡ. Шуны тапмайынса ашай ҙа, йоҡлай ҙа алмаҫмын, ахырыһы (көлә).
– Йәштәргә бөгөн сәнғәттә лә, йәшәйештә лә нимә етмәй?
– Һауа етмәй. Иркен һулар өсөн йәшәгән йортоң, йә булмаһа, фатирың, яратҡан эшең, мул ғына аҡсаң булыуы шарт бит. Шул саҡта ғына рәхәтләнеп ижад итергә, үҙеңде йәнең теләгән шөғөлгә бағышларға була. Әлбиттә, өлгөрҙәр, йылғырҙар юҡты ла бар итә белә. Фекеремә ҡаршы килеүселәр ҙә булыр, аңлайым, сөнки таяҡтың икенсе яғы ла бар: барыһы ла етеш булһа, ниңә нимә менәндер шөғөлләнеп яфаланырға? Үкенескә күрә, йәштәр араһында бер нәмәһе лә булмайынса ла шулай уйлаусылар ҙа бар. Шул мине борсой.
Шәхсән үҙем ижадтан ҡәнәғәтлек алам. Эштән, ғаиләнән ҡалған ваҡытты урлап ҡына нимәлер яҙышыу үҙе әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡ бирә. Был тойғо бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла юҡҡа сығара. Минең һулар һауам – ижад.
– Йыр-моң яратыуың нәҫелдән киләме?
– Эйе, минең атайым да матур йырлай торғайны, әсәйем дә бик моңло кеше. Улар яңы ғына өйләнешкән, хатта әсәйем мине ҡорһағында йөрөткән саҡта Баймаҡ халыҡ театрында уйнағандар. Бәлки, ошо әртислек, йыр-моңға мөхәббәт миңә ҡарында саҡта уҡ һалынғандыр. Атайым матур, халыҡ ижадына тартым шиғырҙар яҙған. Ябай бухгалтерҙың шундай һүҙ байлығына эйә булыуына һаман да хайран ҡалам. Атайымдың да, әсәйемдең дә район гәзитенә әүҙем яҙышыуы минең киләсәгемде хәл иткәндер инде.


Мәүлит КӘРИМОВ,
Шағир ғүмере дауам итә...
Стәрле­тамаҡ ҡалаһы
– Илһам килгәнен нисек тояһығыҙ? Яратып яҙған әҫәрҙәрегеҙ күпме?
– Илһам?! Был турала уйланғаным да юҡ, дөрөҫөн әйткәндә. Ә бит илһамдың килгән, килмәгән саҡтары бар. Килгән сағында йөрәк ҡанатланып, тауҙар аҡтарырҙай булып китәһең. Эшләгән эшең, ижадың алға бара һәм шулай булырға тейеш, тип уйлайһың. Шуға ла мин илһам булмаған сағымды нығыраҡ тоямдыр...
Яратҡан әҫәрҙәрем, тип… барыһын да яратам, барыһы ла яҡын. «Һуңғы осрашыу» хикәйәһен генә, бәлки, башҡа әҫәрҙәремдән яҡыныраҡ күрәмдер. Ни өсөн икәнен үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙ. Ул мине еңеүсе итте.
– Ижадҡа нисек килдегеҙ?
– Кесе йәштән үк яҙышыу оҡшай торғайны. Район гәзитендә хәбәрҙәр баҫылып сыҡһа, түбәм күккә аша ине. Яйлап шиғыр-хикәйәләр яҙа башланым. Район, республика гәзиттәрендә баҫылғандары ла булды. Тик ғаилә, тормош мәшәҡәттәре менән, ижад итеүем егерме йылдан ашыу ваҡытҡа туҡтап ҡалды. Һуңғы биш-алты йылда ғына, үҙемсә, әүҙем яҙа башланым, тип уйлайым. Былары ла төп эшемдән буш ваҡытта.

Зөлфирә ҡАРАҒУЖИНА, Әбйәлил районы
Шағир ғүмере дауам итә...
– Рухлы, ил, ер, тип, илде күтәрер ирҙәр, тип йән асыулы шиғырҙарығыҙ ҡайҙан килә? Нисектер һеҙҙең тауышығыҙ, фекерегеҙ ирҙәрсәрәк яңғыраған да кеүек…
– Был хаҡта үҙем махсус уйлап ҡарағаным юҡ ине. Әгәр ситтән шулай тойола икән, бәлки, «был көсһөҙ тип һанал­ған затта ни өсөн бындай ҙа уйҙар ҡайнай икән» тип, көслө һаналған затҡа уйланырға урын барҙыр. Һаналған, тип әйтәм. Сөнки был төшөнсәләр урындарын алмаштыра бара кеүек, үкенескә күрә. Әммә мин үҙемде көсһөҙ тип әйтә алмаған кеүек, көслө тип тә ышандыра алмайым. Дөрөҫөн әйткәндә, һәр көслө зат үҙен көслө итеп күргәткеһе, һәр көсһөҙ зат үҙен көсһөҙ, әммә яҡлаулы итеп тойғоһо киләлер. Ә ер тураһында борсолмай булмай. Ирҙәр хәстәре генә түгел, милләт хәсрәте был. Был − бер. Икенсенән, «Арыҫлан» телевизион ир-егеттәр клубы ағзалары ла ошо хаҡта һүҙ йөрөтөп, ир-егеттең ваҡлана, төп бурыстарынан тайпыла барыуын инҡар итмәй. Шулай булғас, уйла­ныр­ға икеләтә урын барҙыр. Әлбиттә, был бөтәһенә лә ҡағыла тип аңларға кәрәкмәй. Заман шундай икән, бәлки, тап ошо заман талабы мәжбүр итәлер шундай шиғыр яҙыуҙарҙы.
– Йәштәр ижадында ниндәй темалар яҡтыртылмай тип уйлай­һығыҙ?
– Йәштәр ижадында һәр тема төрлө кимәлдә яҡтыртыла бара кеүек. Ә шулай ҙа быуындар бәйләнешенә (ғаиләләге лә, әҙәбиәттәге лә) иғтибар аҙ бүленә. Йәмғиәттәге төп тотҡа тап шул бәйләнештәрҙең булыуында кеүек, минеңсә. Бәлки, ниндәй­ҙер темаларҙы кәметеү ҙә дөрөҫ булыр ине. Минең был әйткәндәрем, бәлки, тәүге һорауҙың яуабына ауаздаш та булыр. Мәҫәлән, телевидениела ла, гәзит-журналдарҙа ла эшлекле (деловая) ҡатын-ҡыҙ образы артыҡ популярлаштырыла. Бәхәсләшмәйем, әгәр ул ҡатын-ҡыҙ әсәй ҙә, ғаиләле лә булып, эшен бер рәттән алып барған булһа, хуплауға ғына лайыҡ. Миңә ҡалһа, бала баҡҡан, бала имеҙгән, уларҙы үҫтереп, йәмғиәткә файҙалы кеше иткән ябай ҡатын-ҡыҙға күберәк иғтибар бирелһә, дөрөҫ булыр. Шулай уҡ замандың ысын ир-егет һәм атай образдарын да күтәрергә кәрәк.
Бөгөн рух төшөнсәһе дөрөҫ аңлатылмай кеүек. Шул хаҡта ла яҙыу мотлаҡ. Рух төшөнсәһе нисектер башҡортлоҡ, илһөйәрлек, йә тағы шундайыраҡ «мин, мин, мин кем?!» тигән маҡтаныу һүҙе кеүек кенә ҡабул ителә. Ябай ғына ғаиләлә дөрөҫ тәрбиә алып үҫкән, киләсәккә ышанысы булған кешелә рух үҙенән-үҙе булалыр ул. Ана шул йәшәү рухын, кешесә ябай рухты күрге, тойғо килә. Ғөмүмән, бөгөнгө йәштәр ижадында бөгөнгө заман бар булмышы менән, бөтә ыңғай һәм кире яҡтары менән аңҡып тора.

Флүрә НИЗАМОВА, Әбйә­лил районы
Шағир ғүмере дауам итә...
– Йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе, һыҙланыуҙары­ғыҙҙы шиғри юлдар менән еткерергә тырышаһығыҙ. Ты­рышыу­ҙа­рығыҙ, ижадығыҙ емеш бирәме һуң?
– Шиғырҙарҙағы йән һыҙланыуҙарының бөтәһе лә – йөрәк аша үткән уйҙар, хистәр, кисерештәр. Мин бит уҡытыусы. Уҡытыусы уйланмаһа, һыҙланмаһа, йөрәк аша халҡы кисергәнде үткәрмәһә, ысын уҡытыусы була алмай, тигән уйым йылдан-йыл тағы ла нығына. Олоғая килә ошо уйҙар ижад булып шиғыр­ҙарға күсә башланы. Мостай Кәримдең «Әммә мине шағир яһанылар юғалтыуҙар менән һағыштар» тигән һүҙҙәрен гел иҫкә алам һәм үҙемә лозунг итеп тоям. Юғалтыуҙар кисермәһәм, мөхәббәт хисен татымаһам, тормоштоң мәғәнәһен аңламаҫ та, тоймаҫ та инем, моғайын.
Һәр ижадсы кисерештәрен үҙенсә тоя, үҙенсә аңлата. Ә минең үҙемә ҡалһа, йә төшөмә инә, йә китап уҡығанда берәй фекер булып төйнәлә һәм ҡағыҙ биттәренә төшә, йә күңелемдән кем менәндер бәхәсләшәм һәм шиғыр юлдарын теҙеп ҡуям.
Яратып яҙған әҫәрҙәрем бик күп. Бәләкәй генә ике китабым сыҡты. «Күңел дәфтәре» (2006), «Күргәндәр-кисергәндәр» (2007) исемле китаптарымды үҙнәшер итеп сығарҙым. Быйыл тағы ла әҙерләп йөрөйөм. Уҡыусым күңеленә шулай үҙемсә юл ярам, шулай йәмғиәтте бысраҡлыҡтан таҙартам.

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА, Балтас райо­ны
Шағир ғүмере дауам итә...
– Бар яҙғандарығыҙ ҙа яратып яҙған ә&










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!