RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

03.02.2012 Тупһалағы даға

«Улым, тупһалағы дағаны кем алды икән?»
Йоҡо аралаш атаһының борсоулы тауышын ишеткән Искәндәр ҡапыл тороп ултырҙы, тирә-яғына ҡаранды. Эргәлә берәү ҙә юҡ. Тып-тын. Йоҡо бүлмәһендәге сәғәттең тигеҙ итеп текелдәүе генә ҡолаҡҡа салына.
Ни мөғжизә, атаһы төшөнә лә инмәне, ә тауышы шундай асыҡ ишетелде, Искәндәрҙең йоҡоһо осто.
Туҡта, ниндәй даға тураһында ишетте һуң әле ул? Шул мәл «келт» итеп тыуған өйө тупһаһындағы даға күҙ алдына килеп баҫты.
Тупһалағы ялтыр дағаға Искәндәр бәләкәй саҡта иғтибар ҙа итмәне. Үҫә төшкәс, әсәһенән:
– Әсәй, бынау тупһалағы тимер нимә ул? – тип һораны.
– Был тимер түгел, даға ул, балам. ҡот, бәхет дағаһы. Беҙ ошо нигеҙҙә имен-аман, татыу ғүмер итһен тип, атайың ҡаҙаҡлап ҡуйған уны, – тип аңлатты әсәһе. – Уға тейергә, өҫтөнә баҫып йөрөргә ярамай. Уға баҫыу үҙ бәхетеңде тапап йөрөүгә тиң...
Искәндәр был һүҙҙәрҙең айышына бик үк төшөнөп тә етмәне. Ә шулай ҙа әсәһенең: «Тупһала һерәйеп баҫып торма, ғүмерең кеше тупһаһында үтер. Тупһа аша йомош һорама, йомош бирмә», – тигән һүҙҙәрен мейеһенә һеңдереп үҫте.
Искәндәргә тын алыуы ҡыйын булып китте, йоҡо бүлмәһенән балконға сығып, тәмәке ҡабыҙҙы. Ә уйҙары уны тыуған ауылына алып китте.
Атаһы менән әсәһе берҙән-бер улдары Искәндәрҙе ҡаҡмай-һуҡмай, бер мохтажлыҡ күрһәтмәй үҫтерҙе. Ни һораһа, шул алдында булды. Шулай ҙа Утарбай ҡарт улын иркәләтеп-буйлатып еңмеш итеп үҫтермәне. Малай бәләкәйҙән эшкә егелде, донъя йөгөн атаһы менән бергә тартты, эшкә әрһеҙ ауыл егете булып буй еткерҙе. Армиянан ҡайтҡас, институтҡа уҡырға инде.
Уныһы ла атаһының теләге буйынса тормош­ҡа ашты.
– Уҡы, улым, уҡы. Бына беҙгә уҡыу теймәне. Тамаҡ ас, өҫ яланғас заманға тура килдек әсәйең менән. Эй-й-й, ҡана һуң уҡығанда... – тип гел үкенде Утарбай ҡарт.
Атай һүҙен тотто Искәндәр. Уҡыуын тамамлағас, ҡала мәктәптәренең береһендә математика уҡытыусыһы булып эш башланы. Утарбай ҡарт менән Хәбирә әбейҙең ҡыуаныстарының иге-сиге булманы. Бәләкәй генә ауылдан шундай ҙур белемле кеше сыҡһын әле!
Тәүге эш хаҡын алғас, Искәндәр сумка тултырып күстәнәс, бүләктәр менән ауылға ҡайтып төштө. Был көн ҡарттар өсөн оло байрам­ға әүерелде. Хәбирә әбей тиҙ генә күрше-күләнде сәйгә саҡырҙы. ҡала күстәнәстәренән ауыҙ иттергән арала улы алып ҡайтҡан шау сәскәле сәсәкле шәлде ҡабат-ҡабат ябынып күрһәтте.
– И-и-и, ҡайһылай ғына матур шәл... Урамға бер ябынып сығыуың үҙе бер ғүмер, – тип һоҡланды Бибинур килен.
– ҡуй, кем, Хәбирә, кем олоһо, кем кесеһе булдыҡ бит инде. Беҙгә хәҙер бындай шәл бармай, ана, йәштәр ябынһын. Улың килен алһа, ҡәйнә бүләге итеп бирерһең, һандығыңа һалып ҡуй, – тип кәңәш бирҙе ут күршеһе Ғилмисафа әбей.
– Аһ-аһ, ул ни тигән һүҙ икән? Самай матур шәл ябынып йөрөгән сағы әле еңгәмдең. Кешегә бирмә, үҙең ябын. Бер бөртөк малайыңдың ҡул көсөн юҡҡа сайма, – тип ҡаршы төштө Сәлимә апһыны.
Ә шулай ҙа Ғилмисафа әбейҙең кәңәше оҡшаны Хәбирәгә, бик оҡшаны. ҡаршы йортта йәшәүсе Сәлим ҡыҙы Гөлнәзирәне шау сәскәле шәл ябынған килене итеп күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙы. Буласаҡ киленгә тәғәйенләнгән шәл ҡабат бер ҡасан да сыҡмаҫҡа һандыҡтың иң төбөнә төшөп ятты. Алда ниҙәр булырын Хәбирә әбей белмәй ине әле.
Йәй етте. Матур көндәрҙең береһендә Искәндәр мәрйә килен менән ауылға ҡайтып төштө. Өйҙәгеләр шаҡ ҡатты, ултыра төштө. ҡәйнә менән килен бер-береһен аңлай алмай интекте. Улар араһында тәржемәсе булып тамам арыған Искәндәр үҙенең төҙәтә алмаҫлыҡ хата яһағанына эстән генә ныҡ үкенде лә, һуң ине шул.
Балалар йортонда үҫкән ҡырыҫ холоҡло Валя төҫкә матур, баҫалҡы Искәндәрҙе бер күреүҙә үк яратты, ҡулынан ысҡындырманы. Ул да шул уҡ мәктәпкә тарих фәне уҡытыу­сыһы булып эшкә килгәйне. ҡалала йәштәр туйы үткәреп, йәйге осорға ауылға ҡайтҡан йәштәрҙең тормошо һис тә алға тәгәрәмәне. Валя тынғыһыҙ ауыл тормошон «Себер каторгаһы»на тиңләне. Ә Хәбирә әбей олоғай­ған көнөндә ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеп ултырғандай килене булмауына ныҡ көйөндө. Валя сәй эскән һайын сусҡа салоһы ла, колбаса ашаны. Быны күргән әбей тышҡа сығып, ҡат-ҡат уҡшыны.
Бер көндө Искәндәр бала саҡтан яратып ашаған ыумасты Валя ҡалағы менән оҙон-оҙаҡ болғатып ултырҙы ла:
– Бындай боламыҡты кешеләр Ленинград блокадаһы мәлендә лә ашамағандарҙыр әле, – тип, ашамай тороп уҡ китте. Был хәл өйҙәгеләрҙең йәнен ҡыйнаны. Тышҡа сыҡҡас, Утарбай ҡарт улына:
– Кемде алып ҡайттың һин беҙгә? – тип ярһыны. – Ризыҡты ризыҡ тип танымай. ҡайныны – ҡайны, ҡәйнәне ҡәйнә тип белмәй, үҙеңде иргә һанамай. Бына, малай, кеше үҙенә ыҙаны ер өҫтөндә тапмаһа, ер аҫтынан соҡоп булһа ла сығарып ала, ти. ҡайҙан ҡаҙып сығарҙың һин был ыҙа-бәйнәтте?
Бер аҙ тыныслана төшкәс:
– Кәңәш-төңәш иткән юҡ, атай-әсәйҙән фатиха алған юҡ. Зат боҙҙоң бит, мәрйәнән алып... Ят бауыр, ят ҡан балалар тыуыр инде... ҡыра һуҡтың һин беҙҙе, ҡыра һуҡтың... – тип үпкәһен белдерҙе.
Ә ҡәйнә менән килен араһындағы ҡаңғырыҡ артабан да дауам итте. Бер көндө килененең салат ашап ултырғанын күргән Хәбирә әбей, тышҡа йүгереп сығып:
– Бабай, бынау килен, ней, ҡойма буйында үҫкән йәшел үләндеме индереп, ҡаймаҡҡа болғап ашап ултыра, – тип хәбәр һалды.
Аптырауҙың аръяғына сыҡҡан ҡарты өндәшмәне.
– Әллә аш һайлап йөрөймө икән был килен? – тип борсолдо әбей. – Юҡ-бар нәмә ашап, сабыйын тәләфләп ҡуймаһын, тим дә... Әллә малайҙан әйттереп, әсе ҡоротлап һалма бешереп ашатайыммы икән?
Инде был юлы ҡарты өндәшмәй ҡала алманы.
– Ыумасыңды нимә тине әле?! – тип әбей­ҙең ауыҙын япты.
Олоғайған көнөндә бер ат арбаһы тулы ейәндәрен ултыртып, урманға бесән-утынға йөрөргә өмөтләнгән Утарбай ҡарттың татлы хыялдары пыран-заран юҡҡа сыҡты. «Сабый тәләфләнмәһен, имеш... Ундай иманһыҙ килендән сабыйҙарҙың тыуғандан тыумағаны мең артыҡ...»
Сентябрь айы яҡынлашты, йәштәр ҡалаға юлланды. Валяның ауыл яғына юлы бөтөнләй тутыҡты. Йыл һайын йәйге осорҙа ауылға бесән әҙерләшергә ҡайтҡан Искәндәрҙе ул:
– Йә, Тарзан, унда урман ни хәлдә? Урманыңды, ауылыңды күреп, күңелең булдымы? – тип ҡаршы алыр булды.
Иң үкенеслеһе – Валя балаға уҙа алманы. Белгән-күргән дауахана, шифаханалар юлын саң ҡундырмай тапауҙар файҙа бирмәне. Иң аҙаҡҡы өмөттәре лә селпәрәмә килгәс, ҡатыны сығырынан сыҡты, бар бәләне иренә ауҙар­ҙы:
– Ой, бәхетһеҙ генә башҡайым! Һин, ҡарасман башҡорт, юлдарымда тап булдың бит! Берәй урыҫ егетенә башымды бәйләгән булһам, әмәлен табыр инек әле. Ошо мәлдә бер-ике ул үҫтергән булыр инем!
Иренең ғәйепһеҙ икәнлеген белеп тә, юҡ-барға янъял ҡуптарҙы, бәйләнсек, көйһөҙ ҡатынға әйләнде.
Ғүмер һиҙелмәй үтте. Үҙ алдарына татыу ғына йәшәп, түшәктә оҙаҡ ятмай ғына Искәндәрҙең ата-әсәһе бер-бер артлы донъя ҡуйҙы. Ауылда ҡалған хужаһыҙ йорт Валяның күңелен ҡара бесәй булып тырнаны.
– Өйҙө берәйһенә һатайыҡ, Искәндәр! Кемгә ҡалдыраһың ул өйҙө? Һатайыҡ та йүнлерәк машина алайыҡ! – тип быуынына төштө, теңкәһен ҡоротто. Искәндәр һатмаҫҡа күпме генә ҡырталашһа ла, ҡатын үҙ һүҙен һүҙ итте. Арғы урамда йәшәгән Семён бабай­ҙарға арзан хаҡҡа ғына тыуған өйөн һатып ебәрҙе. Бабай әбейе менән йәйге осорҙа ауылда йәшәй ҙә, ҡыш етһә, ҡалаға күсеп ҡайтыр булды.
Искәндәр машина һатып алманы, намыҫы етмәне. Уның ҡарауы, тыуа-тыуғандан ундай аҡсаның төҫөн дә күрмәгән Валяның күҙе маңлайына менде. Кинәнеп китеп, юҡ-барға аҡса туҙҙырҙы. Тағы ла бер төҙәлмәҫлек хата яһағанына ныҡ ҡайғырҙы Искәндәр. Үлемдән оят көслө. Ул ауылдаштарының күҙенә күренергә оялды. Ауыл һыртынан тура зыяратҡа уҙып, әленән-әле ата-әсәһенең ҡәберҙәрен тәрбиәләп-рәтләп йөрөгән Искәндәрҙе ауылдаштары бер ҡасан да күрмәне. Зыяратҡа килгән мәлдәрендә иң яҡын кешеләренең мәрмәр плиталағы рәсемдәренә ҡарап, илағаны ла аҙ булманы. Берҙән-бер улдары булып та, иҫән саҡта уларға терәк-таяныс була алмауы ирҙең күңелен илатты, тәнен өшөттө, күкрәген эҫе ҡуҙ булып өттө.
Атаһы уға ҡарап:
– Дә-ә, малай, ҡыра һуҡтың бит һин беҙҙе... – тигән кеүек булһа, әсәһең күҙ ҡарашында рәнйеү ҡатыш һағыш күргәндәй булды.
Валяһын юғалтҡанға ла бер йылдан ашыу ваҡыт уҙып китте. Һуңғы йылдарҙа баш ауырыуы менән яфаланған ҡатыны, ҡапыл ғына Искәндәрҙе яңғыҙ ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Ә бөгөн затлы мебель менән тулған бай иркен йорто Искәндәргә түҙеп торғоһоҙ күңелһеҙ, ҡотһоҙ булып күренде. Көн яҡтырыуға уның машинаһы тыуған ауылына ҡарай елдерә ине инде.
Ауылға яҡынлашҡан һайын, уның күңеле болоҡһоно, йөрәге дарҫлап типте. «Ысынлап та, тупһалағы даға урынында түгелме икән әллә?..» – тигән уй юл буйына мейеһен сүкене.
Бына ул тыуған йорт... Урамға өс тәҙрәһе ҡараған бәләкәй генә ожмах мөйөшө... Баҡсала үҫкән ике шыршыны өй хужаларының бысып ташламауына Искәндәр сабый бала һымаҡ ҡыуанды. Уларға һыйынып, тағы ике бәләкәй шыршы үҫеп килә. Искәндәрҙең күҙҙәренә йәш тулды, тамағына әсе төйөр килеп тығылды.
Баҡса эргәһендә баҫып торған ят кешене күргәс, Настя әбей урамға уҡ килеп сыҡты.
– Һаумыһығыҙ, Анастасия Федоровна!
Йөрәкһенеп килеп үҙен ҡосаҡлап алған Искәндәрҙе әбей шунда уҡ таныны.
– Ой, Искәндәр улым, был һинме ни? Һине Хоҙай беҙгә үҙе ебәргәндер ул, – тип өйгә әйҙүкләне.
Өйгә инеп барышлай Искәндәр тупһаға күҙ һалды. Даға, ысынлап та, урынында юҡ ине. Кемдер уны урынынан ҡуптарып алған, тупһала тик эҙе генә соҡорайып-ярылып ята. Быны күргәс, Искәндәрҙең йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды.
Семён ҡарт та бик ҡартайған, күҙҙәре насар күрә икән. Түшәктә ятҡан еренән ҡалҡынып тороп ултырҙы, күрешергә ҡулын һуҙҙы.
Сәй эскән арала Искәндәр күпте белде. Әбей менән бабайҙың берҙән-бер улдары Андрейҙың юлда машинаһы менән түңкәрелеп вафат булыуын ишеткәйне инде ул. Ә бына килендәре күпте уйлап тормаған. ҡарттарҙың ҡалалағы йортон һатҡан да Себерҙәге ҡыҙына күсеп киткән.
– Хәҙер беҙҙең бер кемгә лә кәрәгебеҙ ҡалманы. ҡышҡы осорҙа ҡалаға алып ҡайтыр улыбыҙ ҙа, ҡайтып инер йортобоҙ ҙа юҡ, – тип илауланы Настя әбей.
– Бында йәшәүе лә бик ауыр, – тип зарланды Семён бабай. – Ауырып киттем, ни дарыу юҡ, ни ауылда, исмаһам, фельдшер ҙа юҡ. Ярай әле ауылда кешеләр ярҙамсыл, миһырбанлы. Һөт-ҡатыҡ, май-ҡаймаҡтан өҙмәйҙәр. Һыу килтереп бирәләр. Рәхмәт инде уларға.
– Ошонда мәңгелеккә ҡалырға яҙған икән беҙгә, – тип өҙгөләнде Настя әбей.
Ҙур рәхмәт әйтеп, ҡайтырға сыҡҡас, Искәндәр ипләп кенә:
– Анастасия Федоровна, бынау тупһалағы даға ҡайҙа булды икән? – тип һораны.
– Ә-ә-ә, дағамы? – тине әбей. – Семён бабайың шул дағаға эләгеп ҡолап, биленән яҙҙы бит. Шуға һуңғы килгәнендә мәрхүм Андрюшенькам дағаны урынынан ҡуптарып алып, ана, тегендә элеп киткәйне. – Әбей һарай ишеге яҡтауында эленеп торған дағаны алып, Искәндәргә тотторҙо.
Даға ҡапыл Искәндәрҙең ҡулын өтөп алғандай булды, ә аҙаҡ бөтә тәне буйлап йылы тулҡын йүгереп үткәне һиҙелде.
Бер аҙналай ваҡыт үтте. Искәндәр Семён бабайҙарҙы ҡалалағы иркен йортона күсереп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтты. «Утарбай ҡарттың улы күсеп ҡайтҡан», – тигән изге хәбәр йәшен тиҙлегендә ауылды урап сыҡты. Ауылдаштары шул тиклем ҡыуанды, һәр кем бар хәленсә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Йәш килендәр күҙ асып йомған арала өйҙө ялт иттереп йыуып-таҙалап ҡуйҙы.
Йорт кәрәк-яраҡтары, мебель тулы йөк машинаһы ихатаға килеп ингәндә, өйҙән тәмле аш еҫтәре сыға, ишек алдында күршеләре ҡайнаша ине. Әйберҙәрҙе урынлаштырып, сәй эскәндән һуң барыһы ла өйҙәренә таралышты. Искәндәр дағаны тупһаға элекке урынына ныҡ итеп ҡаҙаҡлап ҡуйҙы. Яҡын дуҫы Зәкир генә ҡайтырға ашыҡманы. Улар икәүләп урамға сыҡты ла баҡса алдындағы эскәмйәгә ултырып, һүҙһеҙ ҡалды.
Йәйге төндөң һалҡынса саф һауаһы тәнгә рәхәтлек биреп, тынды иркенәйтеп ебәрҙе. Ауыл йоҡоға талған. Тик ҡаршылағы Сәлим ҡарт өйөндә генә ут һүнмәгән. Ана, ҡапҡа асылды ла, төн ҡараңғылығында ап-асыҡ аҡ һын күренде. Бер аҙ тора биргәс, ул кире ҡапҡа эсенә инеп юғалды.
– Гөлнәзирә, – тип әйтеп ҡуйҙы Зәкир. – Ну, дуҫ, ҡыҙҙар һайлағанда ныҡ яңылыштың бит. Күҙең урынына күк йөн үҫкән ваҡыт булғандыр инде. Тау артындағын күрҙең, танау аҫтындағын күҙгә элмәнең. Ярата бит ул һине... Һоратыусылар күп булды, берәүгә лә сыҡманы, атаһы йортонда бер үҙе йәшәй. Район үҙәге мәктәптәренең береһендә директор булып эшләй...
Дуҫы ҡайтып киткәс тә Искәндәр байтаҡ ҡына урынынан ҡуҙғалмай ултырҙы. ҡаршы йорт тәҙрәләренән төшкән яҡтылыҡ уның етем­һерәп бушап ҡалған күңеленә йылылыҡ, дәрт-көс өҫтәгәндәй тойолдо.
Тыуған өйҙә тәүге төн...
Искәндәр төш күрҙе. Ап-аҡ күлдәк кейгән атаһы тупһала ултыра, ҡулдары менән дағаны ҡат-ҡат һыйпай. Әсәһе Алаҡайҙы һауып бөткән дә ҡаршылағы һарайҙан йылмайып сығып килә. Иртәнге ҡояш нурҙары битен иркәләүгә уянып китте Искәндәр. Тиҙ генә торҙо ла бала саҡтағы ғәҙәте буйынса йүгереп тышҡа сыҡты. Сыҡты ла тупһалағы дағаға күҙ һалды. ҡояш яҡтыһында даға көмөш кеүек ялтырай, тирә-йүнгә нур сәсә ине. Был мәлдә донъяла Искәндәрҙән дә бәхетле кеше юҡ ине...

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!