RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Аҡ торна» конкурсы тамамланды, еңеүселәр билдәләнде!

19.11.2011 «Аҡ торна» конкурсы тамамланды, еңеүселәр билдәләнде!

Төрки телле шиғри әҫәрҙәрҙе тәржемә итеүселәрҙең «Аҡ торна» халыҡ-ара конкурсы (ул быйыл апрелдә иғлан ителгәйне) шиғриәт һөйөүселәрҙең киң ҡатламын төрки телдәр ғаиләһенә ингән телдәрҙең береһендә, әйтәйек, азербайжан, алтай, башҡорт, ғағауз, долган, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡарасай-балҡар, ҡырғыҙ, ҡырым татарҙары, ҡумыҡ, нуғай, татар, тофалар, тува, төрөк, төркмән, үзбәк, уйғыр, урум, хакас, сыуаш, шор, яҡут телдәрендә яҙылған әҫәр­ҙәрҙең рус телендәге тәржемәһе менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Тәүге тапҡыр үткәрелеүсе халыҡ-ара «Аҡ торна» конкурсы «Имидж-консультант» консалтинг компанияһы тарафынан һәм был конкурсҡа «фатиха» биргән Башҡортостан Респуб­ликаһы Мәҙәниәт министрлығы, Баш­ҡортостан Республикаһы Яҙыу­сылар союзы, «Мәҙәниәт» ТВ-каналы («ВГТРК» ФДУП филиалы – «Башҡортостан» ДТРК-һы), «Бельские просторы», «Ағиҙел» әҙәби-нәфис журналдары ойошмалары менән берлектә үткәрелде.
Төрки донъяһы, Башҡорт иле Нәсими, Абай, Ғабдулла Туҡай, Хәмзә Хәким-зәдә кеүек аҫыл шиғриәт әһелдәрен белә. Башҡорт шиғриәте шәреҡ донъяһына Мифтахетдин Аҡмулланы, Мәжит Ғафуриҙы, Мостай Кәримде, Рәми Ғариповты, Рауил Бикбаевты, Абдулхаҡ Игебаевты һәм бүтән һүҙ оҫталарын биргән.
Белеүебеҙсә, рус теле донъя­лағы иң ҙур телдәр­ҙең береһе, славян телдәренең иң таралғаны, БМО-лағы рәсми телдәрҙең береһе булып тора. Шуға ла был тәржемә конкурсы үрҙә телгә алынған төрки телдәрендә яҙыу­сы бик күп авторға үҙ әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙың киң аудиторияһына, Рәсәй кимәленә сығырға мөмкинлек бирер, милли әҙәбиәттәр үҫешендә мөһим урын алыр, тигән өмөт һәм маҡсаттан сығып ойошторолдо.
Әлеге көндә Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә төрки телдәренән тәржемә итеүселәр өсөн конкурстар бик үткәрелмәй. Был йәһәттән «Аҡ торна» конкурсы ҙур мәҙәни әһәмиәткә эйә, халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыуҙы үҫтереүгә, милләт-ара ихтирамды нығытыуға ярҙам итеүсе уникаль әҙәби сара булып тора. Икенсе халыҡтың мәҙәниәте, әҙәбиәте менән танышыу – халыҡтар араһындағы тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа илтеүсе иң төп аҙымдарҙың береһе.
Яҙ етеү билдәһе булараҡ торналарҙың килеүе – рухи яңырыу, физик көс һәм ғәйрәт символы. Конкурстың логотибында ике бейеүсе торна сағылдырылған. Уларҙың парлап бейеүе йәшәүҙең һәм мөхәббәттең кәүҙәләнеше булып ҡабул ителә. Һүрәт композицион яҡтан төрки халыҡтарының традицион биҙәктәрен хәтерләтә. Торналарҙың ҡанаттары ҡояш менән ярым ай рәүешендә бер-береһенә үрелгән, шуның менән улар ике мәҙәниәттең – Көнбайыш менән Көнсығыштың, Европа менән Азияның берҙәмлеген сағылдыра.
Конкурста, ҡайҙа йәшәүҙәренә һәм гражданлыҡтарына ҡарамаҫтан, 18 йәше тулған тәржемәселәр ҡатнашты һәм бөтәһе 370 эш ҡабул ителде. Унда Алтай, ҡабарҙа-Балҡар, Саха (Якутия), Тыва, Хакасия Республикалары, Мәскәү, Ярославль, Әстерхан ҡалалары, ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Германия һәм Австрия вәкилдәре көстәрен һынап ҡараны. Әлбиттә, Башҡортостандан әҙиптәр айырыуса күп ҡатнашты: Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Бәләбәй, Дәүләкән, Туймазы ҡалаларынан, Көйөргәҙе, Салауат, Өфө райондарынан тәржемәселәр конкурсҡа әҙәби шәлкемдәрен тәҡдим итте.
Конкурс номинациялары түбәндәгесә булды: лирика, гражданлыҡ шиғриәте, эксперименталь форма.
Һәр номинацияла лауреаттар һәм дипломанттар билдәләнде.
Башҡорт теленән иң яҡшы тәржемә авторына баһалама комиссияһының махсус призы биреләсәк.
Бәйге дауам итә: финалға Өфөнән дүрт шағир-тәржемәсе үтте: Розалия Дәүләтбәкова, Светлана Чураева, Айҙар Хөсәйенов, Дамир Шәрә­фетдинов. Розалия Дәүләт­бәкова – төрөксәнән, ҡалғандары башҡорт теленән тәржемә итте.
Хәҙер иһә был матур, күркәм мәҙәни сара тамамланды. Еңеүселәр билдәләнде! Лау­реаттар менән осрашыу тантанаһы 25 ноябрҙә Өфөнөң Йәштәр һарайында киске сәғәт 6-ла үтәсәк. Унда республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренән торған киң билдәле эстрада «йондоҙҙар»ы сығыш яһаясаҡ, күргәҙмә ойоштороласаҡ, еңеүсе лауреаттар үҙҙәре тәржемә иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерәсәк.
Еңеүселәргә аҡсалата приз­дар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу тантанаһы концерт номерҙары менән үрелеп барасаҡ.
Күркәм, мауыҡтырғыс саранан ситтә ҡалмағыҙ! Тантанаға инеү бушлай.

Р. ТАЙМАҪОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!