RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Тәрән фекерле, үткер ҡәләмле

17.09.2011 Тәрән фекерле, үткер ҡәләмле

Тәрән фекерле, үткер ҡәләмле
Һүҙ байлығы, фекер байлығы, күңел байлығы. Был төшөнсәләрҙең берәүһе генә лә уның эйәһен мәртәбәле, үҙенсәлекле итер ине. Ә яҙыу­сы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатованың шәхесенә хас был сифаттар уның ижади табыштарын тағы ла сағыуыраҡ, камилыраҡ итә.
Фәрзәнә Аҡбулатова ҡәләменең диапазоны киң, тип әйтергә була. Әҙәби ижадын уңышлы алып барыуы менән бер рәттән, бына инде ике тиҫтә ярым йыл буйына журналистикала ла ең һыҙғанып эшләй ул. “Башҡортостан” гәзитендә, “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында йыш ҡына мәҙәни, сәйәси темаларға арналған мәҡәләләре баҫылып тора. Республи­кабыҙҙың үҙаллылығы, тиңдәр араһында тиң булырлыҡ үҫеш алыу зарурлығы тураһындағы, башҡа төбәктәрҙәге хәлдәр менән сағыштырып яҙған тоҫмаллауҙары уҡыусыны уйландырмай ҡалмағандыр.
Фәрзәнә Аҡбулатова – Башҡортостан радиоһының алтын фондына ингән тапшырыуҙар авторы. Мәҙәниәт, әҙәбиәт, рухиәт, ислам дине буйынса кешеләрҙең йөрәгенә барып етерлек, ҡайһы берҙә көтөлмәгәнсәлеге менән һиҫкәндереп ебәрерлек уй-фекерҙәре менән ул радио тыңлаусыларҙың күңелен яуланы.
Бер нисә йыл элек Әзербайжанда төрки телле халыҡтарҙың ҙур форумы – “Дәдә ҡорҡот” эпосының 1300 йыллығын байрам итеү тантаналарында ҡатнашып, Фәрзәнә Аҡбулатова республика йәмәғәтселегенә ошо сараны бөтә тулылығында еткереүгә өлгәште. Автор, тарихҡа киң ҡоласлы эпик ҡарашын ҡа­ҙағстан, ҡырғыҙстан һәм төрки халыҡтар йәшәгән баш­ҡа илдәр президенттарының сығыштары менән нығытып, феноменаль фекерләү үҙенсәлеген күрһәтте. Һәр журналистың да ҡулынан килә торған эш түгел был.
Ә халыҡтың хазинаға тиң шәхестәре, мәҫәлән, көрәшсе Ғаззали батыр тураһындағы тапшырыуҙары үҙе генә ни тора! “Әҙип һәм заман” тапшырыуында иһә бөгөнгө яҙыусы һүҙен халыҡҡа еткереү төп урынға ҡуйыла. Кәтибә Кинйәбулатова, Әхмәт Сөләймәнов, Мәрйәм Бураҡаева һәм башҡа шәхестәрҙең мәңгелек ҡиммәттәр хаҡындағы фекерҙәрен, күңел түрҙәрен асып, эфирға сығарыуға кем өлгәшә һуң? Әлбиттә, үҙе улар кимәлендә уй йөрөткән автор ғына быны булдыра ала.
Туҡтауһыҙ рухи эҙләнеү, туған башҡорт халҡының мәҙәни, үҙаң кимәлен саҡ ҡына булһа ла күтәрергә тырышыу, шәхестәрҙе күрә һәм халыҡҡа күрһәтә белеү, яҡшылыҡ шытымдарын ҡәҙерләп үҫтереү, яуызлыҡҡа ҡырҡа ҡаршы сығыу − Фәрзәнә Аҡбулатованың журналистикалағы ижадына бына ошо матур сифаттар хас.
Республикабыҙҙың иң өлгөргән, иң тапҡыр һүҙле, иң осло ҡәләмле журналистарына бирелә торған Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға Фәрзәнә Аҡбулатова, һис шикһеҙ, лайыҡлы. Халҡыбыҙҙы ваҡытында әйтелгән тәрән фекерҙәрең, зирәк тоҫмаллауҙарың менән шулай ҡыуандырып, гөрләтеп ижад ит, ҡәләмдәшем!

Тамара ЮЛДАШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!