RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Йырлай... шәфҡәт туташы!

30.04.2011 Йырлай... шәфҡәт туташы!

Аҡ халатлылар араһында сәнғәтте яратыусылар ҙа бихисап
Йырлай... шәфҡәт туташы!Учалы ҡалаһында үткәрелгән «МедЛеди – 2011» республика конкурсында Баш­ҡортостан шифаханаларында хеҙмәт иткән үҙ эшенең оҫталары – шәфҡәт туташтары ҡатнашты. Бәйгене Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының шифахана-профилакторийына 40 йыл тулыу уңайынан БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм комбинат ойошторҙо.
Күңелле, сағыу конкурста бәйгеселәр үҙҙәренең һөнәри һәләттәрен түгел, ә тәү сиратта ижади мөмкинлектәрен асты. Улар үҙ­ҙәре һәм шифаханалары тура­һында шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләне, хет бөгөндән үк йә Асыға ял итергә сығып кит, йә Талҡаҫҡа һаулығыңды нығытырға бар, бик тә булмаһа, улыңа (ҡы­ҙыңа) тиҙ генә «Салют»ҡа путевка эҙлә... Шәфҡәт туташтары йырлап та күрһәтте, бейене лә, шиғыр ҙа ятланы. Пациенттарҙы һауыҡтырыуға ҙур өлөш индереп, улар алдында ла шулай йырлап-бейеп кенә тораларҙыр, моғайын. Сөнки һәр береһе изге һүҙҙең, йылы мөнәсәбәттең оло әһәмиәте хаҡында ла йыш фекер йөрөттө. Тумһайып, йәне көйөп йөрөгән аҡ халатлы ханымға ҡарағанда сирлегә йылмайып-көлөп кенә укол ҡаҙаған, массаж яһаған, дауалау гимнастикаһын эшләткән фәрештә-шәфҡәт туташы, һис бер һүҙһеҙ, мең артыҡ! Жюриға ун ҡатнашыусы араһынан «иң-иң»дәрҙе һайлап алыуы еңелдән булмағандыр, шулай ҙа оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң Асҡын районынан Нәисә Яҡуповаға «МедЛеди-оригиналлек» («Танып» шифаханаһы), «Йома­тау»ҙан Марина Сухареваға «МедЛеди-талант», Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының санаторий-профилакторийында эшләүсе Эльвира Бүләковаға «МедЛеди-һоҡланыу» исемдәрен тапшырҙы. «МедЛеди – 2011» титулын иһә «Асы» шифаханаһы хеҙмәткәре Эльза Күсәрбаева яуланы. Көтөлмәгән шатлыҡтан илап ебәргән еңеүсе, минең уңышым – бөтә коллективтың ҡаҙанышы, тип коллегаларына, конкурсҡа әҙерләнергә ярҙам иткән Рәис Низаметдиновҡа рәхмәтен белдерҙе:
– Миңә бағлаған ышаныстарын бер үҙем бер нисек тә аҡлай алмаҫ инем, күмәкләгән – яу ҡайтарған!
Дауалау физкультураһы кабинеты инструкторын еңеү менән шифахананың баш табибы Буранбай Ямалов та, көйәрмәндәре лә ихлас ҡотланы, уға артабан да эшендә тик уңыштар теләне: «Тырыш, һин булдырырһың!».
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡиммәтле приздарға лайыҡ булды, был йәһәттән ҡәнәғәтһеҙлек сырайы байрамды боҙманы. «Талҡаҫ» шифаханаһының шәфҡәт туташы Зифа Мусинаға иһә «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы директоры өҫтәмә рәүештә үҙҙәренең махсус призын – ноутбук тапшырҙы.

Б. ШӘРИПОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!