RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелеңде наҙлап йылыта

15.03.2011 Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелеңде наҙлап йылыта

Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелеңде наҙлап йылытаБалалар йортона барған һайын күңелде төрлө уйҙар биләп ала. Төрлө сәбәптәр буйынса ошо йортҡа эләккән балалар яҙмышы уйға һала. Ғөмүмән, был йортҡа бер кем дә тыныс ҡына аяҡ баҫа алмайҙыр ул. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йортонда үткән «Иң яҡшы балалар йорто педагогы» конкурсына барғанда ла күңелде балалар һәм унда эшләүсе тәрбиәселәр тураһындағы уйҙар баҫты.
Үҙем дә ҡасандыр балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләгәнлектән, был учреждениеның эске тормошон, тәрбиәсенең эшен дә бик яҡшы аңлайым кеүек. Иң сабыр, иң изге йөрәкле һәм бөтә күңеле менән балаларҙы яратҡан кешеләр генә унда эшләй ала. Ә инде балаларҙың һөйөүен яулап алған тәрбиәселәр менән улар араһында ниндәйҙер туғандарса яҡын мөнәсәбәт урынлаша, иң нескә серҙәрен дә улар ярат­ҡан тәрбиәселәре менән генә уртаҡлаша.
Балалар йортонда ниндәй генә яҙмышлы балалар юҡ. Иң аяныслыһы – уларҙың күптәренең ата-әсәһе иҫән, әммә ғәзиз балаларының яҙмышы менән, исмаһам, бер тапҡыр ғына ҡыҙыҡһынһасы! Шуға ҡарамаҫтан, иң бәләкәйҙәр өсөн ата-әсәһенән дә ҡәҙерлерәк, уларҙан да һәйбәтерәк кеше юҡ, уларҙы фәрештәләй күреп яраталар, көтәләр. Ә бына, көтөп-көтөп тә, ғәзиздәрен көтөп ала алмаған үҫмерҙәрҙең күңелдәре ҡата башлай, яҡындарына булған асыуын бөтә донъяға күсерәләр.
Бындайҙар менән уртаҡ тел табыуы ла еңел түгел, йыш ҡына уларҙың уҫаллығына, ҡатылығына юлығып, асыуландырырҙай нимә эшләнем һуң әле, тип аптырап ҡалаһың. Әлбиттә, бында уларҙың ғәйебе юҡ. Балалар йортонда эшләп йөрөгәндә танышым ҡунаҡҡа килгәс, үҙем менән эшкә алып барғайным, ул, айына 1000 һум түләһәләр ҙә, бында эшләмәҫ инем, тип әйтеп ҡуйғайны. Ә ул ваҡытта тәрбиәсенең эш хаҡы 100 – 120 һум тирәһе ине. Әле педагогия училищеһы ғына тамамлап килгән йәш ҡыҙҙарҙы балалар йорто директоры ла йыш ҡына: «Бер-бер хәл була ҡалһа, бер урында ултырасаҡбыҙ, тик төрлө камераларҙа», – тип иҫкәртә торғайны. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен йәшлегебеҙ менән аңлап та бөтмәгәнбеҙҙер.
Бына шулай, ауыр ҙа, ҡатмарлы ла, иңдәренә бик ҙур яуаплылыҡ һалынған һөнәр эйәләре бәйгегә сыҡты. Әйтергә кәрәк, был конкурс республикала быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Быйылғыһында барлығы 29 конкурсант ҡатнашҡан. Шулар араһынан Ауырғазы, Бөрө, Күмертау, Салауат, Петровское, Түбә, Йомағужа, Өфө ҡалаһының 2-се, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йорттарынан 9 конкурсант финалға сыҡҡан. Улар араһында тәрбиәселәр, психологтар, логопедтар, музыка белгестәре бар. Мәҫәлән, Хәмиҙә Аҡбашева Ауырғазы балалар йортонда 17 йыл тәрбиәсе булып эшләй. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағандан һуң йыл ярым ғына үҙенең специальносы буйынса эшләй, ҡалған ғүмере балалар йорто менән бәйләнгән.
– Тәрбиәсе булып эшләүе бик ауыр. Иң мөһиме – балаларҙың һине ҡабул итеүе, үҙ итеүе. Әгәр ҙә улар һине ҡабул итмәй икән, тимәк, унда эшләү мөмкин түгел. Тәрбиәсе балалар менән уртаҡ тел таба алырға, уларҙы аңлай һәм ғәфү итә белергә тейеш. Беҙгә лә төрлө балалар килә, уларҙың үткәненә иғтибар итмәҫкә тырышам. ҡайһы берҙәре йылдан ашыу мәктәпкә йөрөмәгән була. Һәм улар­ҙы коллективҡа, мәктәпкә өйрәткәнсе, ниндәйҙер шөғөл менән мәшғүл иткәнсе күпме көс, түҙемлек кәрәк. Берәй бала менән бер-бер хәл булһа, бөтә ғаиләм менән борсолабыҙ, өйҙә тынғылыҡ бөтә, – тип һөйләй ул үҙенең эше тураһында.
Конкурста ҡатнашыусыларға өс һынау туры аша үтергә тура килде. Беренсе турҙа улар үҙҙәре һәм эштәре менән таныштырҙы. Уны һәр уҡытыусы һәм тәрбиәсе үҙенсә башҡар­ҙы, берәүҙәр – шиғри юлдар аша, икенселәр – йырға һалып, өсөнсөләр үҙҙәренең балалар йорто һәм үҙе хаҡында тотош фильм әҙерләгән... Шулай ҙа минең ҡарашҡа иң отошлоһо Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йорто тәрбиәсеһе Марат Ғилмановтыҡы ине. Уның сығышында балалар ҙа ҡатнашты, ә инде балаларҙың тәрбиәсеһе хаҡындағы фекерҙәрен видеоға төшөрөп күрһәткәс, конкурсанттың үҙе тураһында һөйләп тороуы ла кәрәкмәне.
Шул мәлдә янымдағы ҡыҙ:
– Һеҙ ҡайҙан? – тип һорап ҡуйҙы.
– Өфөнән, – тигәс,
– ҡайһы балалар йортонан? Кем яҡлыһығыҙ? – тип һорашыуын дауам итә илгәҙәк ҡыҙ.
– Әлегә белмәйем әле.
– Ә мин Марат Әнис улы өсөн. Ул беҙҙең балалар йортонда эшләй. Ул шундай һәйбәт, уның менән күңелле, – тип үҙенекен һөйләй 5-се синыфта уҡыусы Катя исемле ҡыҙ.
Был һөйләшеүҙә лә балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең үҙҙәренең тәрбиәсеһен ныҡ яҡын итеүе күренә ине.
Ярыштың икенсе турында конкурсанттар педагогика һәм психология буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙе һәм педагогик мәсьә­ләне хәл итте. Конкурстың был этабы тәрбиәсенең йәиһә уҡытыусының туранан-тура үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуын асыҡларға ярҙам итте. Тест һорауҙары ла, педагогик мәсьәләләр ҙә еңелдән түгел, уларҙы тәжрибәле һәм үҙ өлкәһендә тейешле белемгә эйә булғандар ғына лайыҡлы үтә алды.
Бәйгенең өсөнсө турында тәрбиәселәрҙе тағы ике һынау төрө көтә ине. Беренсеһе – бирелгән тема буйынса бер нисә минут эсендә үҙеңдең һөйләү оҫталығыңды, телмәр байлығыңды күрһәтеү. Конкурсанттарға «Ер йөҙөндәге иң ҙур байлыҡ – ул кешеләрҙең аралашыу байлығы», «Яҡшы әңгәмәсе булыу­ҙың бер генә юлы бар – ул тыңлай белеү», «Тормошона мәғәнә биреү өсөн кеше үҙенең алдына мөмкинлектәренән юғарыраҡ маҡсат ҡуйырға тейеш» кеүек төрлө темалар тәҡдим ителде. Икенсеһе иһә – ижади конкурс. Бында конкурсанттарҙың оҫта педагог ҡына түгел, моңло тауышлы йырсы, өҙҙөрөп ҡурай­ҙа уйнаусы музыкант, һәләтле бейеүсе, күңел тетрәндергес шиғырҙар ижад итеүсе булыуын да күрҙек. Тағы ла Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йорто тәрбиәсеһе Марат Ғилмановтың сығышы әсир итте. Ғөмүмән, уның балаһын ташлап китеүсе әсәйҙәр тураһындағы йырын бер кем дә тыныс күңел менән тыңлай алмағандыр.
Көн буйы дауам иткән конкурс аҙағына ла яҡынлашты. Барлыҡ конкурсанттар ҙа сәхнәгә сығып баҫты. Кем еңеүсе булыр, тип өмөт тулы күҙҙәр уларға төбәлгән. Бына алып барыусылар еңеүселәрҙе иғлан итә. Конкурстың еңеүсеһе – Бөрө балалар йорто тәрбиәсеһе Ирина Чураева. Ә Күмертау балалар йорто логопеды Ирина Борсученко, Петровское балалар йорто психологы Гөлназ Йәғәфәрова, Салауат ҡалаһы балалар йортоноң музыка белгесе Вәрисә Һөйөндөкова, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йорто тәрбиәсеһе Марат Ғилманов, Йомағужа балалар йорто психологы Зөлфиә Псәнчина лауреат исеменә лайыҡ булды. Барлыҡ конкурсанттарға ла иҫтәлекле бүләктәр һәм Мәғариф министрлығының Почет грамоталары тапшырылды.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!