RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

05.02.2011 Хужа беҙҙең арала

Яңыраҡ ошо исемле конкурсыбыҙҙы башлап ебәргәйнек. Һәр ауылдың, һәр төбәктең үҙ Хужа Насретдины, үҙ Ерәнсә сәсәне, үҙ Үлмәҫбайы бар бит инде. Ауыл мәҙәктәре, ғаилә көләмәстәре, лаҡаптар хаҡында был бәйге. Тәүге мәҙәктәр килде лә инде. Тағы ла ебәрегеҙ. Хаттарығыҙға «Хужа беҙҙең арала» тигән тамға ҡуйырға онотмағыҙ!
Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк. Ғинуар айында «Йәшлек» гәзитенең логотибы төшөрөлгән футболка менән үҙенең «тоҙһоҙ» мәҙәктәре менән көлдөргән дә, аптыратҡан да Рахман ЯҡУТҒӘЛИЕВ бүләкләнә. ҡотлайбыҙ.

«СЫСҡАНДА УТ СЫҡҡАН»

Ғөмүмән, был ауылда халыҡ күңелле йәшәй. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә, туйҙар ҙа, тыуған көндәр ҙә – уртаҡ байрам, вафат булғандарҙы һуңғы юлға оҙатыу барыһы өсөн дә оло ҡайғыға әйләнә. Етешһеҙлектәр булһа, халыҡ ҡыҙыҡ табып, көлөшә. Кәзекләшеп алһалар ҙа, үҙҙәре үпкәләп бармай, шулай кәрәк, тип ҡабул итә лә ҡуялар. ҡыҙылъяр халҡының борондан ҡалған матур сифаты был.
ҡыҙылъярҙан бер-ике саҡрымда ғына Сысҡан ауылы урынлашҡан. Уның икенсе атамаһы ла бар – Баҡсалы. Мәгәр, халыҡ тәүгеһен хуп күрә, шулай өйрәнгәндәр.
ҡара көҙ айының бер төнөндә, таңға табаныраҡ, ҡыҙылъярҙың һикһәнгә етеп барған Ишҡәле исемле ҡарты оло хәжәтен үтәргә тышҡа сыҡҡан. Эшен тамамлап, тәһәрәтләнеп кенә ултырһа, төн ҡараңғылығын йыртып, Сысҡан ауылы тарафында янғын гөлтләп киткән. Бабай, әштер-өштөр эшен бөтөрә һалып, өйөнә ашыҡҡан. Килеп тә ингән, йылы түшәгендә ятҡан ҡортҡаһы ишетерлек итеп һөрән дә һалған был.
– Әбей, тим, тор әле, тор йәһәт кенә! Әле генә Сысҡанда ут сыҡты.
– Атаҡ, ҡартым, ни булды тағы? Быға ҡәҙәре һаулығыңа зарланғаның юҡ ине бит әле. Ай әттә, анау геморрой-фәләне килеп эләктеме икән әллә? ҡуй инде, ҡартайған көнөңдә балниста ятыуҙары уйын эшме ни? – Гөлмәрфуға ҡарсыҡ, ҡартының һүҙҙәренең айышына төшөнә алмай, шулай һөйләнә икән, йоҡоло күҙҙәрен ыуалап.
– Ниндәй геморрой, атаң башы? Сысҡанда, ай әттә, Баҡсалыла янғын сыҡты, тим бит һиңә, ауыҙыңды ҡорт саҡҡыры нәҫтә!
Хәҙер ҡыҙылъяр халҡы ғына түгел, эргә-тирәләге ауыл кешеләре лә Ишҡәле ҡартты осратҡан һайын кәзекләп бер була, ти.
– Нишләй, бабай, оло ярау иткәндә шулай ут сығамы ни?

«Тумылтҡа түгел, ә дятел»

Биш-алты уҙаман менән урман аҡланында тәмәке быҫҡытабыҙ. ҡыҙылъяр ауылында урмансы булып эшләгән Ғәндәлип бажа менән диләнкә ҡырҡҡан ир-аттың эшен тикшерергә килгәйек. Мин көйрәтмәһәм дә, тегеләрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып ултырам, урыҡ-һурыҡ һорауҙарына ла яуап биргеләйем.
Шулай гәпләшә торғас, урмансыларҙың береһе, бәләкәйҙән «р» хәрефен әйтергә өйрәнә алмаған Фәррәх исемлеһе, ағастар араһынан туҡ та туҡ килгән тауышҡа ҡолаҡ һалып, байтаҡ ҡына ултыр­ҙы ла, телгә килде:
– Тумылтҡа туҡылдай.
Ауылдашының һәр һүҙенән мәҙәк табып, көлкөгә борорға ғына торған бажа эләктереп тә алды.
– Ниндәй тумылтҡа булһын ул, ҡоштарҙы айырмайһыңмы әллә? Дятел бит ул.
– Бәй, ысынлап та, дятел икән дә, ә мин тумылтҡа тип толам. ҡайһылай тауышталы оҡшаш.
Фәррәхтең был һүҙҙәренән һуң ирҙәр, тәмәке төтөнөнә быуылып, эстәрен тотоп, тыйыла алмай ергә ҡоланы.
Баҡтиһәң, Фәррәх «р» хәрефен дә әйтә белмәй, урыҫса ла икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупалай икән.

Рахман ЯҡУТҒӘЛИЕВ.
Көйөргәҙе районы.

Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылында Тродасимов тигән бер ағай йәшәй торғайны. Һуғышта булғандырмы, юҡмы, асыҡ ҡына әйтә алмайым. Әммә беҙ бала саҡта уның һөйләгәндәрен ололар аша ишетеп белә лә, көлә лә инек. Уның һөйләгәндәренән икәү.

«Мундир ашарға кил!»

«Һуғышта немецтар мине танып-белеп бөткәйне. Беҙ был яҡта окопта ятабыҙ. Улар беҙгә ҡаршы яҡ окопта ята. Картуфты «мундир» итеп бешерәләр ҙә: «Эһе-һей, Тродасимов ағай, әйҙә картуф ашарға!» – тип ҡул болғап, мине саҡыралар. Аптырайым, мундир картуфты яратҡанымды ҡайҙан белгәндәрҙер...»

«Ул шулай тибә»

«Немецтарҙы тотоп алһам, ҡулдарын артҡа шаҡарып, эй арт яҡтарына кирза итек менән тибә торғайным. Шулай бер ваҡыт тегеләрҙең береһен һиҙҙермәй генә эләктереп алдым да, эй тибәм арт һанына, эй тибәм. Шунан теге: «Эһе, эһе, был Тродасимов ағайҙың тибеүенә оҡшаған, ул типһә, шулай ныҡ тибә торған», – тип күҙен аҡайтып миңә ҡарап тора».

Кәмәриә ИХСАНОВА.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!