RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » «Көҙҙәр етте, ҡаҙҙар үҫте, Ирештек беҙ теләккә. Имен-һау ашарға яҙһын, «Шагом марш, бар келәткә!»

05.02.2011 «Көҙҙәр етте, ҡаҙҙар үҫте, Ирештек беҙ теләккә. Имен-һау ашарға яҙһын, «Шагом марш, бар келәткә!»

Оса ҡаҙҙар, тип йырлайҙар
Халыҡ йыры «Шахта»ла.
Кем күрһә лә шаҡ ҡатырлыҡ,
Был ни хәл ихатала?

Осор инек, осалмайбыҙ.
Хәҙер беҙ тик «түшкә»ләр.
Эттәр урлап китһә беҙҙе,
Хужа кемгә үпкәләр?..

Дамир ХӘЙРЕТДИНОВ.
Балтас районы.

* * *
Үҫтергәйнем утыҙ ҡаҙ,
Туғандарым күп булғас,
Уларға биреп сыҡҡас,
ҡалды бары ете ҡаҙ.

Береһен бирһәм ҡыҙыма,
Икенсеһен – улыма.
Яңы йыл өҫтәленә –
Бер ҡаҙ менән тултырма.

Ике ҡаҙҙы аятҡа тип,
Алдан уҡ нәҙер әйттем.
Районыбыҙға етмеш биш,
тип,
ҡаҙҙан бәлеш бешерҙем.

ҡыш буйына ашарға
Бер ҡаҙ ҡалды ни бары.
Йәгеҙ, шунан әйтегеҙ,
ҡаҙ үҫтереү файҙамы?

Шәрифә ЗАКИРОВА
(фото авторы).
Салауат районы.

* * *
Быйыл йәйен бик ҡыҙҙырҙы,
Арт шәрәфтәр ныҡ ҡыҙҙы.
Һыуытырға шул шәрәфте
Йырып барабыҙ ҡарҙы.

* * *
Эх, ете ҡыҙ, ете ҡаҙ,
Беребеҙгә юҡ бит пар.
Парһыҙ ҡаҙға йәшәү ауыр,
Эҙләп киттек, йөҙөп ҡар.

Рәйес БАЙГИЛДИН.
Стәрлебаш районы,
Стәрлебаш ауылы.

* * *
Алдан бара бер разведчик,
Арттан килә башҡалар.
Атлап түгел, шыуышып торғас,
Һыҙлана бит арҡалар.

ҡапҡанан сығып өлгөрһәк,
ҡасыр инек йән-яҡҡа.
ҡанаттарыбыҙ булмағас,
Осоп булмаҫ йыраҡҡа.

Ни итәһең, яҙмыш шулай
ҡушҡан беҙгә йөрөргә.
Үҫә төшкәс, тура килә
Ауыр тормош һөрөргә.

Айгөл ЮНЫСОВА.
Хәйбулла районы,
Ғәлиәхмәт мәктәбе.

* * *
Хәмерҙән ҡалған бойҙайҙы
Сығарып һалдым аҙбарға.
Ашаһындар, туйһындар, тип
Бикләп ҡуйҙым ҡаҙҙарҙы.
Иртән асһам аҙбарҙы,
Хайран ҡалдым ҡаҙҙарға.
Барыһы ла үлеп ята,
Инде ни хәл ҡылырға?
«Ярты ҡаза» булыр тиеп,
Йолҡоп алдым йөндәрен.
Аҙбарымдың артына
Өйөп ҡуйҙым үҙҙәрен.
Ни ғәләмәт, тышҡа сыҡһам,
Аптыраным, алйыным.
Өйөп ҡуйған сүплектән
ҡайтып инде ҡаҙҙарым.

Фатима ҺИБӘТОВА.
Әбйәлил районы,
Рысҡужа ауылы.
* * *
Аҡ ҡарҙа – шәрә ҡаҙҙар,
Улар ҡайҙа ашыға?
Килеп сыға күрмәһен
Милиция ҡаршыға.
Харап ҡына булырҙар,
Эс-ҡарынһыҙ ҡалырҙар.
Ғәйептәрен табырҙар,
ҡаҙан эсенә ябырҙар...
(Ышаныс юҡ кемгә лә,
Ишетмә лә, күрмә лә).

Н. ХИЛАЖЕВ.
Учалы районы,
ҡалҡан ауылы.

* * *
ҡар өҫтөндә башҡорт ҡаҙы.
Майы – дарыу, йөнө –
мендәр.
Ите татлы, һурпаһы дан,
Шуға ла бит көр күңелдәр.

* * *
ҡар өҫтөндә ятабыҙ,
Ғыж-ғыж ҡурай тартабыҙ.
Осорға ла китергә, тип
План ҡороп ятабыҙ.

* * *
Ай, ете ҡаҙ, ете ҡаҙ,
Яҙын – бәпкә, көҙөн – ҡаҙ.
Йәйен мамыҡ, ҡаурый ҡанат,
ҡышын ята яланғас.

Фәнүзә ИШБАЕВА.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы.

* * *
Өйкәлешеп, ҡаңғылдашып,
Күлдә гөж килгән ҡаҙҙар.
ҡаҙ өмәһе хөрмәтенә,
Теҙелгәндәр аҡ ҡарға.

«ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була...»
Һағышлы йырҙағыса,
ҡайсаҡ ҡанатһыҙ ҡаҙҙар ҙа
Билдәһеҙ яҡҡа оса.

ҡаҙ өмәһе йолалары
Тәүге ҡар яуғас уҙа.
«Яланғас ҡаҙ» аяҡланғас,
«Әсе һыу» эҙләй ҡоҙа.

Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ.
Әбйәлил районы,
Тупаҡ ауылы.
* * *
Көҙҙәр етте, ҡаҙҙар үҫте,
Ирештек беҙ теләккә.
Имен-һау ашарға яҙһын,
«Шагом марш, бар келәткә!»

Мәҙинә ҒӘБИТОВА.
Әбйәлил районы,
Атауҙы ауылы.
* * *
ҡыҙыу, эҫе селләлә
Йөрөнөк ҡалын тунда.
Яланғас та йөрөп ал, тип,
Сығарҙылар һыуыҡҡа.

Миңһылыу ИШЕМҒОЛОВА.
Хәйбулла районы,
Ғәлиәхмәт ауылы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!