RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » БЕҘҘЕҢ ДӘ КӨЛДӨРГӨ КИЛӘ!

05.02.2011 БЕҘҘЕҢ ДӘ КӨЛДӨРГӨ КИЛӘ!

Үҙәк каналдарҙың береһенән күрһәтелгән шаяндар һәм тапҡырҙар клубтары (КВН) юғары лигаһы сығыштарын, ярыштарын күптәр яратып ҡарайҙыр. Илдең, ҡайһы бер күршеләрҙең тамашасылары үҙ командалары өсөн янып-көйһә, беҙҙең республика халҡына бындай бәхет тәтегәне юҡ. Башҡортостан Республикаһы КВН юғары лигаһында ни бары бер генә тапҡыр сығыш яһаған – 1987 – 1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты командаһы ярымфиналға тиклем барып еткән. Улар Мәскәү дәүләт университетының командаһынан бер ярым балға ғына ҡалышҡан. Шул ваҡыттан республикабыҙҙың бер генә командаһы ла премьер-лиганан үтә алғаны юҡ. Был нимә: беҙҙекеләр көлдөрә белмәйме, әллә юмор менән булышырға мөмкинлек юҡмы?
Быйыл «КиВиН – 2011» фестивалендә ҡатнашыусы Башҡортостан командалары ярайһы ғына яҡшы уңыштарға өлгәште. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһының «СИФК йыйылма ко­мандаһы» һәм Өфөнән «Сергеи­чи» командалары икенсе турға үтте. Тимәк, был командала уйнаусылар «АМИК» телевизион лигаһында һәм фестивалдең гала-концертында ҡатнашыуға дәғүә итә ала. Шулай уҡ беҙҙең республиканан «КиВиН – 2011» фестивалендә ҡанашыусылар араһында юғары рейтингыға өлгәшеп, Халыҡ-ара КВН союзының үҙәк лигаларында ҡатнашыу хоҡуғын яулаусылар бар. Әлеге фестивалдә Рәсәйҙән генә түгел, Германия, Балтик буйы илдәре, Украина, Белоруссия, Грузия вәкилдәре лә булған. Ә инде командалар илебеҙҙең 160 ҡалаһынан йыйылған.
Тимәк, Башҡортостанда ла шаяра белеүселәр һәм ҙур сәхнәгә сығырға, үҙҙәренең ыңғай энергияһын башҡаларға ла бүләк итергә тырышып йөрөүселәр бар, тип әйтергә нигеҙ бар. Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре, үрҙә телгә алынған сараларҙа ҡатна­шыу­сы республика командалары һәм журналистар осрашты. Әл­биттә, хәбәрселәрҙе, тимәк, халыҡты бер һорау ҡыҙыҡһындыра: ҡасан беҙҙең республика командалары КВН-дың юғары лигаһында сығыш яһар? ҡасан Башҡортостан командаһы, телевидениеның 1-се каналынан күрһәтелгән иң шәп уйындарҙың береһендә ҡатнашып, республикабыҙ данын арттырыр?
Республика кимәлендә үткәрелгән КВН фестивалдәре «йондоҙ»­ҙары, йәштәр араһында популярлыҡ яулап өлгөргән командаларҙың етәкселәре әйтеүенсә, юғарыраҡ кимәлдәге сараларҙа ҡатнашыу өсөн беҙҙә потенциал етерлек. Әммә бөтәһе лә аҡсаға барып терәлә. Был, КВН-дың юғары лигаһына барып етеү өсөн кемгәлер аҡса бирергә кәрәк, тигән һүҙ түгел. Сараларҙы ойоштороу өсөн аҡса етмәүе тураһында һүҙ бара.
Билдәле булыуынса, Башҡор­тостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, башҡа спорт һәм уйын саралары менән бер рәттән, КВН-ға ла иғтибар артасағын белдергәйне. Шуға ла командалар бөгөн илһамланып ижад итергә әҙер. Әле Башҡортостан шаяндарының йыйылма командаһы бар тип әйтеп булмай. Һәр команда айырым эшләй, иң талантлыларҙы бергә туплау өсөн дә байтаҡ эш эшләргә кәрәк.
Бөгөн беҙҙә талантлы итеп шаяра белеүселәр ҙә, уларға ҡы­ҙыҡтарҙы уйлап сығарыусы автор­ҙар ҙа байтаҡ. Шуға ла, күптәрҙе йәлеп иткән был уйынды артабан да үҫтереү республикабыҙ имиджына ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип өмөтләнергә кәрәк.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!