RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Гүзәлдәрҙең-гүзәле – Баймаҡ һылыуы Гөлназ

08.01.2011 Гүзәлдәрҙең-гүзәле – Баймаҡ һылыуы Гөлназ

«Йәшлек» гүзәле – 2010» конкурсы, шулай итеп, аҙағына яҡынлашты. Гәзит биттәрендә әленән-әле республикабыҙҙың иң һылыу ҡыҙҙарының һүрәттәре сыға торҙо. ҡыҙҙар айырыуса йыл аҙағында әүҙемләшеп китте, әммә хаттары, бик һуң килеү сәбәпле, гәзит биттәрендә баҫыла алмай ҡалды.

Әйҙәгеҙ, конкурста ҡатнашҡан һылыуҙарҙың исемдәрен иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: Әлиә ҡараҙбаева (№ 47, 27 апрель), Илгизә Муллабаева (№ 60, 25 май), Гөлгөнә Атауллина (№ 10, 3 август), Рәлиә Сәхибгәрәева (№ 13, 14 август), Гөлшат Ғәйетбаева (№ 20, 7 сентябрь), Алһыу Фәхретдинова (№ 22, 14 сентябрь), Светлана Бикҡужина (№ 31, 19 октябрь), Гүзәлиә ҡазыева (№ 40, 23 ноябрь), Гөлназ Ғөбәйҙуллина (№ 46, 14 декабрь), Зөлфиә Камалова (№ 48, 21 декабрь). ҡыҙҙарҙың һәр береһе сибәрлеге, һөйкөмлөлөгө, яғымлылығы менән иғтибарҙы йәлеп итерлек. Әммә тышҡы матурлыҡтары менән генә түгел, ә тормош девиздары, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, маҡсаттарына ҡыйыу ынтылыштары менән дә һоҡландырырлыҡ улар. Шуға ла еңеүсене һайлауы жюриға еңелдән булманы. Бәхәсләшеп тә бөттөләр хатта. Һайлай торғас, дүрт ҡыҙҙы – Гөлназ, Әлиә, Зөлфиә һәм Гөлшатты финалға үткәрергә булдыҡ. ҡыҙҙар редакцияға килеп, фотоға төштө, гәзитебеҙҙең махсус бүләктәре – «Йәшлек»тең логотибы төшөрөлгән футболкалар, календарь, блокнот, ручкалар менән бүләкләнде. Әммә, еңеүсе берәү була һәм гәзитебеҙҙең быйылғы тәүге һанында сыҡҡан өйҙәребеҙҙә эленеп торасаҡ календарҙа ла бер генә ҡыҙҙың фотоһы урын алды. Һәм ул һылыу­ҡай – Баймаҡ районы ҡыҙы Гөлназ Ғөбәйҙуллина.
Гөлназ – бик әүҙем ҡыҙ. Ул дуҫ-иштәре менән аралашырға ла, бер юлы ике ерҙә белем алырға ла, «Һылыуҡай» студияһына йөрөргә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә өлгөрә. Көн һайын физик күнекмәләр эшләргә тырыша, бадминтон уйнарға ярата. ҡыҙ тормошон сәхнә менән бәйләргә теләй. «Сәхнә тап минең донъям кеүек, үҙемде унда иркен тотам. Академияла көн һайын этюдтар күрһәтеп, унда төрлө образдарға инеүебеҙ ҙә ошо тормошто нығыраҡ аңларға ярҙам итә, сәхнәгә булған һөйөүемде тағы ла нығыта», – ти ҡыҙ.
Сәнғәт донъяһына уны әсәһе йәлеп иткән, ҡыҙын туғыҙ йәшендә музыка мәктәбенә фортепиано класына уҡырға алып килгән. Өс йыл унда уҡығандан һуң, Гөлназ мәктәпте ташларға ла уйлап ҡуя, әммә бөтә ихтыяр көсөн йыйып, уҡыуын дауам итә. Һәм 7-се синыфта үҙ алдына ҡуйған маҡсаты – сәнғәт училищеһына уҡырға инеү теләген бойомға ашыра. «Сулпан», «Шаян» бейеү ансамблдәрендә лә шөғөлләнеп, төрлө яҡлап һәләтен үҫтерергә тырыша. ҡыҙыҡһыныуҙары сәнғәткә генә ҡайтып ҡалмай уның – философия, психология фәндәрен дә теләп өйрәнә.
Конкурста ҡатнашҡан бүтән ҡыҙҙарыбыҙ ҙа күптәргә өлгө булырлыҡ. Әүҙем, сибәр ҡыҙҙарҙың яуланаһы үрҙәре алда әле.
2010 йыл гүзәлен һайланыҡ – конкурс тамам. Әммә был ярыш тамам тигән һүҙ түгел әле. Һеҙҙән 2011 йылда ла хаттар көтөп ҡалабыҙ.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар


  1. Римма
    12 января 2011 03:26: Римма
    БИК МАТУР, АКЫЛЛЫ, ТЫРЫШ КЫЗ !!! АФАРИН , ГУЛЬНАЗ!!!
  2. Зухра
    22 января 2011 03:45: Зухра
    АФАРИН, Гульназ!!! СУПЕР- КЫЗ!!!

    все замечательно,но где фото?


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!