RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Һай, «Байыҡ»! Бейеүҙәрең бик лайыҡ!

21.12.2010 Һай, «Байыҡ»! Бейеүҙәрең бик лайыҡ!

Һай, «Байыҡ»! Бейеүҙәрең бик лайыҡ!Башҡорт бейеүе – дәүерҙәр һынауын үткән, халҡыбыҙҙың быуындар­ҙан килгән аҫыл хазинаһына тамыр­ҙары менән береккән сәнғәт ын­йыһы. «Байыҡ» республика телевизион конкурсы ошо хазинаны бар сағыулығында балҡытыу­сы ижад майҙаны булһа, сараның гала-концерты күңелдәрҙе ҡояш нурына мансыған, күҙҙәрҙә йән иретер нур уйнатҡан башҡорт бейеүен һөйөүселәрҙең уртаҡ байрамы ул.
18 декабрҙә баш ҡаланың Нефт­селәр мәҙәниәт һарайына йыйылыу­сылар республикабыҙҙа ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә киң танылыу алған өсөнсө «Байыҡ» республика телевизион конкурсының еңеүселәрен алҡышлап, Баш­ҡортостаныбыҙҙың иң сағыу бейеү коллективтарының сы­ғыш­тарын тамаша ҡылды. Ихлас йөрәктән. Халыҡтың эркелешеп килеүе лә концерттың аншлаг менән үтеүенә ишара.
рсының етәксеһе һәм авторы Рита Өмөтбаева йыл буйы дауам иткән конкурс тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашып, бәйгенең, йылдағыса, ҡыҙыу барыуын билдәләне. Быйыл унда биш йөҙҙән ашыу (!) конкурсант ҡатнашҡан. Улар араһынан 41 бәйгесе, өс меңдән ашыу тамашасы ҡатнашҡан интерактив тауыш биреү ярҙамында һәм баһалама төркөмө тарафынан лайыҡлы тип табылып, финалға үткән. Бейеү байрамында уларҙың «иң-иң»дәре сығыш яһаны. Халҡыбыҙҙа бейеүгә оҫталыҡ ҡаныбыҙға һеңгән шул. Конкурста йәш-елкенсәктән алып сал сәсле инәй-олатайҙарға тиклем ҡатнашыуы шул турала һөйләй. Телевизион конкурста бейеүгә таһыл, маһир башҡарыусылар милли ерлектән айырылмаған бейеүҙәребеҙҙе тәү матурлығында һаҡлап, тамашасы иғтибарына еткер­ҙе.
Бейеү байрамын Стәрлетамаҡ бейеү театры коллективы асты. Артабан һәүәҫкәр бейеүселәрҙең сығыштары Сибай, Нефтекама филармонияларының, «Мираҫ», Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбл­дәренең береһенән-береһе дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Сәхнәлә бейеү генә етмәй, костюмды дөрөҫ һайлай белеү ҙә шарт. Шуға күрә бәйге барышында конкурсанттар йыш ҡына Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов рәйеслегендәге жюриҙың тәнҡитен ишетә. Был йәһәттән тапшырыу барышында арҙаҡлы ғалимә Фәнүзә Нәҙершина ғәҙел, аҡыллы кәңәштәр бирә. Шуға күрә концерт барышында тамашасы иғтибарына Таңсулпан Бураҡаева авторлығындағы башҡорт милли кейемдәренең урта быуат коллекцияһы тәҡдим ителеүе уңышлы тамаша булды.
Тулҡынландырғыс минуттар. Номинация еңеүселәре билдәләнә. Тиҫтәнән ашыу һәүәҫкәр бейеүсегә ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән конкурстың символик бүләге – «Алтын ситек», зауыҡлы дипломдар, сәскә гөлләмәләре, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла. Берәүҙең өлөшөнә – төҫлө телевизор, икенсеһенә – «Асы» шифаханаһына путевка, өсөнсөһөнә – тағы ла еллерәге! Иҫ киткес мул һәм шәп булды бүләктәр! Өҫтәүенә, Өфө, Ишембай, Әбйәлил райондарының, Салауат ҡалаһының, «Янғантау» шифаханаһының айырым махсус бүләктәре лә әҙерләнгәйне. «Байыҡ» – һәүәҫкәр бейеүселәрҙе генә түгел, бейеү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән ижадсыларҙы асыҡлауы менән дә үҙенсәлекле ижад майҙаны. Был юлы «Шаян бейеү – бишбармаҡ», «Һай, килен», «Бабич ялҡыны» бейеүҙәре өсөн Сулпан Асҡарова яңғыҙ бейеүҙә «Иң яҡшы бейеү ҡуйыу­сы» тип танылһа, «Әтәс, тауыҡ, төйлөгән», «Ырымбур кадеттары» бейеүҙәре өсөн күренекле балетмейс­тер Риф Ғәбитов күмәк бейеүҙә «Иң яҡшы бейеү ҡуйыусы» тип табылды. Ә бына «Бейеүҙе музыкаль яҡтан биҙәүсе» номинацияһына «ҡурсаҡ һәм ҡыҙ», «ҡупшыҡай көҙгө алдында» бейеүҙәрен музыкаль яҡтан биҙәгәне өсөн композитор Урал Иҙелбаев лайыҡ булды. «Башҡорт бейеүен үҫтергәне һәм пропагандалағаны өсөн» номинацияһы менән бейеү оҫталары Рәис Низаметдинов, Әнүәр Шафиҡов баһаланды. «Ижади хеҙмәттәшлек» номинацияһы менән шағирә, журналист Лариса Абдуллина, ҡариҙел районының «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рәфилә Мөнирова бүләкләнде.
Билдәле булыуынса, конкурста трио, дуэт һәм яңғыҙ бейеүселәр айырым билдәләнә. Урын яулаған конкурсанттарҙың һәр береһенә мул итеп аҡсалата премиялар тапшырылды. Тулҡынландырғыс мәл – залдағылар түҙемһеҙләнеп төп еңеүселәрҙең исеме аталыуын көтә. ҡыуаныслы миссияны үтәү өсөн сәхнәгә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ғәлим Яҡупов күтәрелә. Бына улар – еңеүселәр! Триолар араһында гран-приға Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы егеттәре Айбулат Нурмөхәмәтов, Динис Абдрахманов, Тимур Шәйәхмәтов, Батыр Мөхәммәтовтарҙың бәләкәй ансамбле лайыҡ булһа, парлы бейеүҙәр араһында гран-приға Баймаҡтан аталы-уллы Әсҡәт һәм Әнфәр Нурмөхәмәтовтар сыҡты. Ә яңғыҙ бейеүҙәр араһында гран-при Әбйәлил районынан Илдар Сабитов менән «Янғантау» шифаханаһынан Әлиә Шәмсетдинова даланына насип булды.
«Байыҡ» телевизион конкурсының гала-концерты – ҙур бейеү тантанаһы, башҡорт бейеүенә дан йырлау байрамы ул. Йыл һайын йомғаҡлау концертында бейеү сәнғәтенә тоғролоҡ һаҡлаған сит ил ҡунаҡтарының ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен арттыра, даирәһен киңәйтә. Ойоштороусылар тарафынан матур йолаға тоғролоҡ быйыл да һаҡланған. ҡалмыҡ, Осетия, Хакас, Бүрәт, Татарстан Республикалары бейеү коллективтарының һәр сығышы еңеүселәргә һәм тамашасыларға бүләк булды. Бейеү тантанаһына тиклем ҡунаҡтар финалға сыҡҡан «байыҡ»тар менән хатта Ишембай, Иглин райондарына барып сығыш яһарға ла өлгөр­ҙө. Ике районда ла концертты бик йылы ҡабул иткәндәр.
Байрам «Байыҡ» композицияһы менән тамамланды. Төрлө милләт халҡының башҡортса бейеүен күреү ифрат һоҡланғыс ине. Аралашҡан саҡта уларҙың күптәре ҡайтыу менән мотлаҡ башҡорт бейеүен өйрәнәсәктәрен белдерҙе.
Күреүегеҙсә, бейеү донъяһын байытып, балҡытып йәшәгән таланттарға бай халҡыбыҙ. Ана шуға ла «Байыҡ» телевизион конкурсы бейеү аша кешеләр күңеленә ҡанат ҡуйыу­ҙы, халыҡ сәнғәтен халыҡҡа еткереүҙе төп маҡсаты тип һанай. Был изге ниәт киләсәктә лә дәүләт тарафынан да хуплау табыр һәм халыҡ араһындағы бейеүселәрҙең исемдәрен асыуҙы дауам итер, тип ышанайыҡ.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!