RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

27.11.2010 Алъяпҡыслы малай

Етмеш ике йәшлек Дәүләтша, ҡаралтыға сығып, эш-көштәрен бөтөрҙө лә, телевизор ҡарарға ултырҙы.
Ғүмер буйы баш белгес, колхоз рәйесе, партия ойошмаһы сәркәтибе вазифаларын башҡар­ған ҡарт яңылыҡтар тыңларға әүәҫ. Эшләгән дәүерендә халыҡты үҙе ишеткән, белгән донъя хәлдәре менән гел таныштырып йөрөнө. Күрәһең, яңы хәбәрҙәр менән мауығыу ҡанына һеңешкән.
Ниҙәр генә юҡ ер йөҙөндә... Тыныс ҡына йәшәгән әҙәмдәрҙе әле ҡар, һыу баҫһынмы, йә ел-дауыл ҡубып, донъяларын ҡыйратһынмы. Ана, кисә генә диңгеҙҙә цунами ҡубып, төрлө илдән ял итергә килгән бәндәләрҙе һәләк иткән икән...
Әле ил етәксеһе алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе төрлө наградалар менән бүләкләй. Ә фермер Сидоровҡа бойҙай баҫыуын янғындан һаҡлап ҡалғаны өсөн миҙал тапшырҙы.
ҡапыл Дәүләтшаның күңелен ярһытып, бынан алтмыш бер йыл элек булып үткән ваҡиға иҫенә төштө...
1946 йылдың яҙы. Ун бер йәшлек Дәүләтшаның әсәһе үлгәнгә бына бер йыл тула. Ул колхозға иген утарға йөрөй ине. Көслө ямғыр­ға эләгеп, үпкәһенә һалҡын тейҙергәндән мәрхүмә булып ҡуйҙы. Малай үҙенән бер йәшкә олораҡ апаһы Камила һәм атаһы Зәйнетдин менән өсәүләп йәшәйҙәр. Бөгөн күрше Первомайка ауылының колхоз рәйесе Ермаков, эшсе ҡулдары етешмәй тип, Дәүләтшаны үҙҙәренә ауыл халҡының һарыҡтарын көтөргә алып ҡайтырға килгән.
Ермаков менән атаһы күптәнге таныштар. Етәксе, улы өсөн борсолған Зәйнетдиндең ҡул башынан тотоп:
– Борсолма, знакум! Уҡыуға барырға өҫтөнә-башына алырға аҙ-маҙ булһа ла аҡса эшләр, ас йөрөмәҫ, – малайға ҡарап, шаяртып күҙен ҡыҫты рәйес.
«Бергәләп көтөрһөгөҙ», – тип, Ермаков Дәүләтшанан өс йәшкә өлкәнерәк Федя исемле малайҙы ла тәғәйенләне.
Федя тәүге ун биш көндө эш ҡалдырмай, һуңламай ғына йөрөнө. ҡалған көндәрҙә малды ауылдан сығарыша ла, әллә ҡайҙа олаға. Улай тип әйтеү, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер. Сөнки Федяның, әсәһенән ҡасып, аҙбар башында йоҡлағанын да, балыҡ ҡармаҡларға яратҡанын да белә Дәүләтша.
Ермаков: «Улың үҙебеҙҙә йәшәр», – тип әйтһә лә, ваҡсыл ҡатыны ризалыҡ бирмәне, ахыры. Көтөүсе көн дә сиратлап өйҙән-өйгә йөрөп йоҡлап йөрөнө. Кемдәрҙә ҡуна, шулар ашарға бер-ике бөртөк «мундирлы» бәрәңге, әсе ҡатыҡ һала ине. ҡайһы саҡта икмәк тә эләгеп ҡуя.
Первомайкала Әүжән яғынан күсеп килгән ҡырыҫыраҡ холоҡло рус халҡы йәшәй. Бер һүҙ ҙә русса белмәгән Дәүләтша тәүҙәрәк шөрләберәк йөрөнө. Һуңынан улар араһында ла яҡшы кешеләрҙең күплегенә ышанды...
Дәүләтшаның ҡырҙа сәй ҡайнатырға котелогы бар. Көн дә төрлө үләндәр – мәтрүшкә, бөтнөк, ҡарағат япрағы һалып сәй ҡайнатты.
Ямғыр яуһа тип, ҡыуыш ҡороп ҡуйҙылар. Икеһенә бер плащ бар. Хәйер, уны тик Дәүләтшаға ғына файҙаланырға тура килде. Сөнки ҡояш болот аҫтына йәшеренә башлаһа, ялҡау Федя ҡасып ҡайта ла китә ине. ҡайтмаһа, Дәүләтшаға төрлө мәкерлек эшләне. Шуға ла Дәүләтша үҙен Федя эргәһендә булмағанда иркенерәк тойҙо. Ярайһы уҡ русса һупалай башлаған башҡорт малайы, Федяның тупаҫлығына түҙмәй, ололарҙан отҡан ҡатыраҡ һүҙҙәрҙе әйтә ине. Бындай саҡта Федяның йоҙроҡтары һәр саҡ әҙер. Малайҙар, сыр-сыу килешеп, бер-береһен дөмбәҫләргә тотона. Сибек Дәүләтшаның йә танауы ҡанай, йә күҙе күгәреп сыға. Тик, нисек кенә булмаһын, эш башлағас, түҙергә кәрәк.
– Улым, урыҫтар – егәрле халыҡ. Башҡорттарға тап төшөрөп, ялҡау исемен алып йөрөмә. Тырышып эшлә! – Атаһы янына килгән һайын шулай киҫәтә.
Ул йылы йәй буйы тиерлек ямғыр яуҙы. Яуым-төшөм ваҡытында ҡыуыш та, плащ та һаҡлай алмай. Малай өшөп, теше-тешкә теймәй, ҡалтыранып ҡайтып инә лә, ятырға йылы урын эҙләй башлай. Төрлө кеше төрлөсә ҡаршы алды көтөүсене. Иркәләнеп торорға атай-әсәйең юҡ. Ашарға нимә бирәләр, шуға ҡәнәғәт булаһың да, йоҡларға ятаһың.
Әҙәмдәрҙе шатландырып, август айы ҡояшлы торҙо. Дәүләтшаның күңеле күтәренке. ҡоштар сутылдағанын тыңланы һәм уларға оҡшатып, үҙе лә төрлө ауаздар сығарҙы. Сәй әҙерләп йөрөгән малай, үҙен күптән ҡыуаҡлыҡта йәшенеп күҙәткән Федяны һиҙмәне лә. Дәүләтшаның тамаҡ ялғарға ултырыуына Федя артынан килеп елкәһенән тәлмәрйен төшөрҙө. Имәнес нәмәкәй, Дәүләтшаны сирҡандырып, аҫҡа төштө. Малайҙар билләшеп алып китте. Дәүләтша яһилдан саҡ ҡотолоп, ҡыуышҡа табан шыуышты. Ул бөгөн генә осраған йыландың ағыуын ағасҡа саҡтырып, йыланды плащ кеҫәһенә һалып ҡуйғайны. Гел туҡмалып йөрөп ялҡҡан көтөүсе, йыланды ҡулына алды һәм ыҫылдатып Федяға ҡаршы килә башланы. Йыуан таяҡ тотоп һуғышырға әҙерләнгән малай ҡурҡышынан телһеҙ ҡалды һәм таяғын ташланы ла ауыл яғына сапты. Дәүләтша уны ҡыуып етте лә, йыланды тегегә ырғытты. Нисек тура килгәндер, Дәүләтша аңламаны, йылан Федяның муйынына барып ятты. Тегеһе шундай итеп аҡырҙы – бындай ҡысҡырыуҙан урмандағы бар йәнлектәр ҙә, биллаһи, тынып ҡалғандыр...
Дәүләтша, Федя инде башҡаса ҡаңғыртып йөрөмәҫ, тип уйлағайны ла, тик иртәрәк тыныс­ланған икән.
Кискә табан баҫыу эргәһенән генә ялҡын килеп сыҡты. Быны күргән Дәүләтша: «Арышҡа тотонһа, нисәмә гектар иген юҡҡа сығасаҡ. Эргәһендә бер кем юҡ, миңә бәлә яғасаҡтар бит», – тип уйлап, киндер күлдәген йәһәт кенә систе лә, ялан тәпәй, төтөн сыҡҡан яҡҡа ашыҡты. Ул килеп еткәндә ут игенлекте ялмап алғайны. Ялҡынды һүндерер өсөн, берҙән-бер таянысы булған күлдәге менән уңға-һулға һуға башланы. Әллә ҡайҙан хасил булған ел, ут ялҡынын ялпылдатып, тирә-яҡҡа йәйрәтергә тотондо. Ут майҙаны ҙурайғандан-ҙурайҙы. Дәүләтша күпме шулай мәшәҡәтләнгәндер, ҡолағы төбөндә генә һарыҡтарының «бәәә»елдәгәнен ишетеп, башын күтәрҙе. Мәхлүктәр, ни арала ут дөрләгән игенлеккә килеп тулғандар? Үҫмерҙә ут һүндереү ҡайғыһы китте. Һарыҡтарын ситкәрәк ҡыуайым тиһә, улары, уттан ҡурҡып, бер өйөмгә өйрөлдө, баҡырышып түңәрәк яһап әйләнергә тотондо.
Дәүләтша һарыҡтарын ҡурҡытыр өсөн һыҙғыра, таяҡ табып, һуҡҡылап та ҡарай. Әммә улар, әйтерһең дә, һаңғырауланған һәм әйләнсеккә әйләнгән.
Малай һарыҡтарҙы берәмләп баҫыу ситенә һөйрәтә башланы. Өйлөгөшөп торған мәхлүктәргә яҡынлашыуға, алып сыҡҡандары үҙенән дә алда кире көтөүгә ҡушыла ине. Малай тирләне, беште. Битендә юлаҡ-юлаҡ бысраҡ эҙҙәр ҡалдырып, күҙ йәштәре аҡты. Арыны, тамағы кипте.
Һарыҡтарҙы сығара алмағанына әрнегән Дәүләтша, бөрмәле ыштанын сисеп, кире ут менән көрәшә башланы. Күлдәге күптән янып бөткәйне. Был саҡта таллыҡ араһынан һаман да этлек уйлаған урыҫ малайы, шыр яланғас Дәүләтшаны күҙәтеп, шарҡылдап көлә бирҙе. Дәүләтшаның ялҡындан сәстәре көйрәне, ҡаштары өтөлдө. Аяҡтары, балтырҙары йыртылды. Үҫмерҙең бар уйы нисек тә ялҡынды һарыҡтар­ға яҡын ебәрмәү ине.
Ара-тирә әсе тирҙән, күҙ йәштәренән томаланған күҙҙәрен һыпырҙы. Төтөндән, ҡоромдан йөҙө, тәне ҡап-ҡара булды.
«Их, исмаһам, ярҙамға берәйһе генә булһасы», – тип буҙлай көтөүсе... Арыуҙан, талсығыу­ҙан башы әйләнеп йығылыр сиккә еткән Дәүләтша үҙенең эргәһенә Максимов Николайҙың ҡыҙы, ҡа­ты­ны менән килеп туҡтағанын да шәйләмәне.
Николай ҡыҙы Нина менән ялҡынды һүндерергә ташланды. ҡаты­ны һарыҡтарҙы ҡыуа башланы.
– Давлетша! Иди быстрее, помоги хозяйке! Овечек надо спасать! – тигән тылсымлы бойороуҙы ишеткән малай йоҡоһонан уянғандай тертләне. Һәм, шатлыҡлы күҙ йәштәрен һөртө-һөртә, Надяға йүгерҙе. Улар һарыҡтарҙы, ҡайҙа ҡурҡытып, ҡайҙа һөйрәтеп, ялҡындан алыҫҡараҡ ҡыуҙы.
Бер аҙҙан утты дүртәүләп һүндерәләр ине инде...
Өлгөргән арыш баҫыуының байтаҡ өлөшө янып, ҡап-ҡара булып ятып ҡалды.
Уғаса хәлдән тайған янғын һүндереүселәр тирләп-бешеп ергә ауҙы. Николай тәмәке ҡабыҙҙы. Шул саҡ Дәүләтша Нинаның йылмайыулы күҙ ҡарашын тойҙо.
Үҙенең ҡатын-ҡыҙҙар араһында әсәнән тыума шәрә көйө ятҡанын аңланы үҫмер. Ул ырғып торҙо ла ҡыуыш яғына йүгерҙе. Надяның:
– Не надо стесняться, сынок! – тигәнен ишетеп, тағы ла нығыраҡ ҡыҙарынды. ҡатын малай эргәһенә килеп үҙенең шау сәскәле алъяпҡысын сисеп уға бәйләне. Йыуантыҡ Надяның алъяпҡысы Дәүләтшаның оят ерен генә ҡаплап ҡалманы, әйтерһең дә, юбка кейҙерҙеләрме ни?! Үҫмер сит әйберҙән уңайһыҙланды, әммә бер аҙҙан күнекте...
Николайҙар ҡайтып китте. Тиҙҙән Дәүләтша ла һарыҡтарын борҙо.
Ауыл осонда Федя тиҫтерҙәрен йыйып ҡаршы алып тора ине. Көтөүсенең бысраҡ йөҙөн, тәнен, алъяпҡыс бәйләгәнен күреп, бөтәһе лә тиерлек бармаҡ төртөп ихахайлап көлөргә кереште. Был тамашаны эргәләренә килеп еткән Ермаков менән Николай туҡтатты.
– Ты – настоящий герой, молодец! – Колхоз рәйесе Дәүләтшаны ҡосаҡлап, арҡаһынан тупылдатты. Шул арала ауыҙын салышайтып мыҫҡыллы көлөп торған Федяны Николай ауҙара һуҡты:
– Это тебе – за пожар! – ҡанаған танауын һөртөп илап ятҡан Федяны һөйрәп торғоҙҙо ла, тағы берҙе өҫтәне:
– А это тебе – за Давлетшу! – Ғәҙел ир юлын дауам итте.
Эштең нимәлә икәнлеген аңлап алған малай­ҙар көтөүсене һырып алды. Береһе уға кәпәсен сисеп кейҙерҙе, икенсеһе – күлдәген. Тиҙҙән күмәкләшеп һарыҡтарҙы хужаларына тараталар ине.
Ул көндө Николай Дәүләтшаны үҙҙәренә алып ҡайтты. Һәм көтөүсе ҡар яуғансы уларҙа йәшәне. Надя, төнө буйы ултырып, уға иренең ыштанын бәләкәсәйтеп тегеп бирҙе.
Икенсе көндө Дәүләтша мажараларын бөтә ауыл халҡы белә ине. Әйберһеҙ ҡалған үҫмергә аяҡ кейемен дә таптылар. Хатта Федя ла үҙенең иң ҡәҙерле әйберен – атаһының һуғыштан алып ҡайтҡан йондоҙло ҡайышын бүләк итте. Улар яңынан һин дә мин бергәләп эшләй башланы. Федя эшкә тилбер, ярҙамсыл, бер ҡатлы үҫмер ине асылда.
ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә башҡорт һәм урыҫ малайҙары бер-береһенә ҡәрҙәштәрҙәй яҡынайҙы. Ошо эскерһеҙ балалыҡ дуҫлығы әле лә дауам итә. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Федя менән Дәүләтша йыш осраша һәм бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып йәшәйҙәр.
... Ил етәксеһе тапшырған миҙал ғүмер буйы Сидоровтың костюмын биҙәр һәм хужаһы йыш ҡына уны кешеләргә күрһәтеп маҡтанырға ла онотмаҫ.
Ә бына ауыр йылдарҙа Дәүләтша күрһәткән батырлыҡ өсөн урыҫтарҙың ихтирамы, уға әйткән рәхмәт һүҙҙәре, бик күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, әле лә онотолмай, Дәүләтша ҡарттың бар булмышын биләп, күңелен йылытып йәшәтә кеүек...
Әҡлимә САФИНА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!