«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Аҙау аҡһаҡалы



05.09.2014 Аҙау аҡһаҡалы

Манышты мәктәбендә эшләгән осорҙа “Тыуған яҡты өйрәнеү” түңәрәге алып барҙым. Музейға экспонаттарҙы үҙебеҙҙең райондың ғына түгел, күрше райондарҙың ауылдарына сығып та йыйҙыҡ.

Архангел районының иң ҙур ауылдарының береһенә – Аҙауға ла шулай барып сыҡтыҡ. Аҙауҙар менән аралаша башлағас, тәби­ғәттең генә иҫ киткес матурлығына түгел, ә кешеләрҙең алсаҡлығына, ихласлығына ла иғтибар итәһең.

Сәйәхәтебеҙ ундағы урта мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейынан башланды. Уны оҙаҡ йылдар балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны Фанияз Шакир улы Садиҡов ойошторған.

Урындағы мәҙәниәт усағы, мәктәп тормошо менән дә танышып өлгөрҙөк. Ашханала сәй эсеп алғас, элекке мәктәп директоры Нуретдин Әхмәҙи улы Шәйбәковтың йортона йүнәлдек. Бәхеткә күрә, ул да, тормош иптәше – элекке рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Талия Фаяз ҡыҙы Килмәтова ла өйҙә ине.
Нуретдин Әхмәҙи улы 1932 йылда Аҙау ауылында тыуған. Йәштән генә ата-әсәһеҙ тороп ҡалған. Етемлеккә ҡарамай, белем алырға тырыша. Тәүҙә Аҙауҙа уҡый, артабан етемдәр өсөн ойошторолған республика башҡорт урта мәктәбендә (хә­ҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты) белем ала. Һуңы­нан Белорет ҡалаһында уҡытыусы булып эшләүсе Фазила апаһы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындыра. 1952 йылда Инйәр урта мәктәбен тамамлай. Был осорҙа Инйәрҙә мәктәп директоры булып Ғүмәр Хәсән улы Латипов эшләй. Артабан Нурет­дин Әхмәҙи улы ике юғары белем ала: тарих һәм педагогика буйынса. Буласаҡ тормош иптәше, һылыу Талия менән дә студент саҡтарында таныша. Үҙе сибәр, үҙе аҡыллы, тыныс егеткә Борай ҡыҙы ла битараф ҡалмай. Талияның атаһы Фаяз Килмәтов Ғөбәй Дәүләтшин, Солтан Ғә­бәши менән бергә уҡыған. Әйтеп үтергә кәрәк, Кил­мәтовтар атаҡлы дворяндар ғаиләһенән. Бөйөк рус ғалимы, сәйәхәтсе И. Лепехин (1740 – 1802) ошолай тип телгә алған: “Ул (ҡарт йырсы) үҙ ата-бабаларының данлы эштәре тураһында йырланы (улар­ҙы батырҙар тип йөрөтәләр), араларында Алдар, Ҡара­һаҡал, Килмәт, Күсем һәм баш­ҡалар иң алда тора…” Был турала Талия Фаяз ҡыҙы бик матур итеп һөйләгәйне.

Нуретдин Әхмәҙи улы ла оло шәхестәр менән йыш аралаша. Мәҫәлән, Өфөлә уҡыған сағында Башҡортостандың буласаҡ ха­лыҡ шағиры Рәми Ғарипов менән бер партала ултыралар. Ноғман Мусин менән уның тыу­ған ауылы Ҡолғонаға (Ишембай районы) ҡайтып йөрөйҙәр. Нуретдин Шәйбәков төрлө уйындар ойоштороуҙарын, Вәсилә инәйҙең тәмле аштарын, бик шәп ҡоротон ауыҙ итеүҙәрен иҫкә төшөрөп һөйләй.

Ирле-ҡатынлы йәш белгестәр Архангел районында эш башлай. Нуретдин Әхмәҙи улы ике йыл – Оҙондар мәктәбендә, аҙаҡ Аҙау мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Уның педагогик стажы – 38, ә Талия Фаяз ҡыҙыныҡы – 33 йыл. Бала күңелен һәм холҡон аңлау һәләте, тырышлыҡ, сабырлыҡ, талант, киләсәк быуын алдында яуаплылыҡ той­ғоһон Хоҙай Тәғәлә уларға йәлләмәй биргән. Яратҡан һөнәрен һайлап, республикабыҙҙың төр­лө мөйөштәрендә намыҫлы хеҙмәт иткән уҡыусыларының ба­рыһын да иҫләп, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын ишетеп, һөйөнөп йәшәүҙәре генә лә был педагог-ветерандарҙың көслө рухлы, күркәм күңелле булыуы тураһында һөйләмәйме ни?

Нуретдин ағай – ышаныслы тормош иптәше, өлгөлө атай. Һөйөклө Талияһы менән уй-кисерештәре лә, донъяға ҡа­раш­тары ла бер була. Балалары, юғары белем алып, матур йәшәй һәм эшләй. Дилә – табип, Салауат һәм Айһылыу – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Ата-әсәләренә ҡунаҡҡа ҡайтып, һәр ваҡыт ярҙамлашып йөрөнөләр. Әсәләре вафат булғас, аталары Аҙау ауылында яңғыҙы йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тырышып донъя көтә, йәшелсә, картуф сәсеп үҫтерә.

“Бәхет үҙ ереңдә, үҙ ҡулыңда, – ти 82 йәшлек аҡһаҡал. – Именлек, татыулыҡ булһын ер йөҙөндә. Йән тыныслығы һәм һаулыҡтан айырылырға яҙма­һын”.
Эйе, берҙәмлек, бер-береһенә хөрмәт өҫтөнлөк иткән был ғаилә күптәргә өлгө. Тыуған еренә, ауылына ғүмер буйы тоғро ҡалған, үҙ халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән, ауылдаштарын тәрән хөрмәтләп йәшәгән Ну­рет­дин Әхмәҙи улы Шәйбәковҡа һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ насип итһен.

Нурулла МИҺРАНОВ,
Белорет районының һәм ҡалаһының почетлы гражданы, хеҙмәт ветераны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға