«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Али Карнайҙың улы Сарим ағай хаҡында ҡайтанан



13.06.2014 Али Карнайҙың улы Сарим ағай хаҡында ҡайтанан

«Беҙ ҡайтырбыҙ» әҫәре авторының берҙән-бер вариҫы Башҡортостанды, атаһының тыуған яғын ҡайтып күрергә хыяллана.
Яҙыусы Али Карнайҙың тормош юлы менән ҡыҙыҡhыныуым студент йылдарына барып тоташа. Уныhы ла юҡҡа түгел: беренсенән, ул минең тыуған Дәүләкән районында эшләп киткән (Дәүләкән ҡала типографияhында быны дәлилләүсе таҡтаташ та тора), икенсенән, ул яҙыусылар съезында, ҙур төҙөлөштәргә, ялан-баҫыуҙарға үҙебеҙ сығып эшләп, тормошсан әҫәрҙәр, очерктар ижад итергә тейешбеҙ, тигән ялҡынлы саҡырыуы менән үҙ шәхесенә, ижадына йәлеп итте. «Далалағы уттар» (1930) повесы – тракторсы булып, «Ишембай» (1933) очергы нефтселәр менән эшләү дәүерендә тыуған кисерештәренән яҙылған әҫәрҙәр. Әҙип үҙенең бер хәтирәһендә хатта әҫәрҙәренең жанрын, әҙәби йәки публицистик жанр тип билдәләргәме икән, тип hорау ҡуя. Сөнки уларҙа сағылдырылған хәлдәр, геройҙар – әҙәби алымдар менән әҙәби мөхиткә күсерелгән тормоштағы ваҡи­ғалар, кешеләр.

Али Карнайҙың улы Сарим ағай хаҡында ҡайтананКурс эшемдең етәксеhе – хөрмәтле кураторыбыҙ, профессор Миҙхәт Fәйнуллин (хәҙер мәрхүм инде) кәңәше менән яҙыусының тыуған яҡтарында булып, Мишкә районының Оло Шаҙы ауылындағы музейҙағы «Али Карнай» мөйөшө, урындағы кешеләрҙең хәтирәләрен тағатып ҡайтҡайным. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияhы сафында Бөйөк Ватан hуғышында ҡатнашҡан әҙип яуҙа саҡта «Ҡыҙыл атлылар» гәзитен нәшер итеүгә күп көс hала, бер нисә имза менән яугирҙарҙы рухландырырҙай мәҡәләләр баҫтыра. Башҡорт атлы дивизияhының иҫән ветерандары аша Мөхәммәт Усманов олатай менән таныштым. Ул яҙыусының hуңғы көндәре хаҡында hөйләне. Мөхәммәт олатай «Ҡыҙыл атлылар» гәзитенең фотографы булған. Осрашыу, аралашыу иҫтәлеге итеп «Фотографии периода Отечественной войны и однополчан» фотоальбомын бүләк итте. Ул альбомдағы фотоларҙы әленән-әле эш барышында ҡулланып торабыҙ.

Мишкә районының Оло Шаҙы ауылындағы музейҙа әҙиптең ҡыҙы менән улының кескәй саҡта төшкән фотолары ла бар ине. Ана шул рәсемдәр Али Карнайҙың балаларын эҙләү теләген уятты. Был эштә миңә Оло Шаҙы мәктәбенең башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыу­сыhы Әнисә Закирова ярҙам итте. «Әҙиптең ҡыҙы йәшләй үлеп ҡалған, тиҙәр, ә улының адресы ошо булыр», – тип Ялталағы йорто, фатиры hандарын яҙып ебәрҙе. Рәхмәт уға. Ана шул рәүешле ситтән тороп булhа ла (әлегә!) яҙыусының улы менән таныштыҡ.

«Телефондан hөйләшеү өсөн саҡырыу ҡағыҙын алыу менән йүгереп килеп еттем. Мин бит физкультурник», – тине Сарим ағай. Диңгеҙ буйындағы ҡалала ул күптән төпләнгән. Өфөнөң геология-тикшеренеү техникумын тамамлағас, Башҡортостандың төрлө райондарында ерҙе тикшереү эштәрендә ҡатнаша, үҙ аллы инглиз телен өйрәнә. Әрме хеҙмәтен Мәскәүҙә үтә, Ухтала йәнә hөнәри эшен дауам итә. Артабан Ялтаға эшкә китә. Ана шул мәлдәрҙән алып көньяҡта йәшәй.
Сарим ағайҙың Лида исемле апаhы була. Әсәhе, аталары Али Карнай яуҙа саҡта урманға утын­ға барып, hалҡын тейҙереп, үпкә сиренән үлә. «Өләсәйем – Шәрифә Нәсибуллина, уның ҡыҙы Зәйтүнә апай ҡарап үҫтерҙе беҙҙе. Һеҙ минең бер туғандай үҫкән Рәмил туғаным менән барып танышығыҙ. Ул миңә ике туған булhа ла, әсәйем яҡлап иң яҡын кешем. Улыма ла Рәмил тип исем ҡуштым», – тине Сарим ағай.

Һуң өйләнгән Сарим ағай Ирина исемле украин ҡыҙына. Быйыл улдары Ялталағы менеджерҙар әҙерләү институтын ҡыҙыл диплом­ға тамамлаған. Али Карнайҙың ана ниндәй ейәне үҫә!

Сарим ағайҙың Өфөлә күптән булғаны юҡ. Оло Шаҙылағы музей­ҙа Али Карнайға арналған мөйөш бар, атаhының 2004 йылда 100 йыллыҡ юбилейы тыуған яғында, республика мәктәптәрендә билдәләнде тигәс, ул берсә ҡыуанып, берсә ғәжәпләнеп тыңланы. «Мин, беҙҙе күптән онотҡандарҙыр, тигәйнем», – тине. Хәйер, бәлки, Сарим ағай үҙе әҙәбиәт белгесе, әҙәбиәт буйынса уҡыған кеше булмағас, атаhының башҡорт әҙәбиәте классиктарының береhе икәнен белеп тә бөтмәйҙер. «Беҙ ҡайтырбыҙ». Али Карнай» тигән әйтемгә әйләнгән hөйләм үҙе генә ни тора! Уны hаубуллашҡанда, хушлашҡанда күптәрҙең шаярыу ҡатыш әйткәнен ишеткән бар. Әйткәндәй, әҙиптең hуңғы hәм күләмле әҫәре, ғүмере өҙөлөү сәбәпле, беренсе китапта ғына туҡталған. Унда Октябрь революцияhы, совет власын урынлаштырыу йылдары hүрәтләнә. Әҙәбиәт белгестәре әҫәр хаҡында: «Ваҡиғалар драматизмы, характер­ҙар байлығы, хикәйәләү ыҡсымлығы менән айырылып тора», – тип яҙҙы. Күренекле әҙиптәр, ғалимдар F. Хөсәйенов, С. Агиш, М. Мин­hажетдинов, Б. Бикбай, Ә. Чаныш, Х. Зиннәтуллина, С. Сафуанов Али Карнайҙың ижадын өйрәнеп, Башҡортостан матбуғатында мәҡәләләр, айырым китаптар баҫтырҙы. Әҙиптең «Йәмле Ағиҙел буйҙары» пьесаhы бар. Яҙыусы шулай уҡ – әҙәби тәнҡит, теоретик мәҡәләләр, рус, сит ил яҙыусылары әҫәрҙәренең башҡорт теленә тәржемәләре авторы. «Яҙыусының биографияhы ул үлгәс тә дауам итә», – тигән цитата авторҙарының береhе. Был, ысынлап та, шулай. Сарим ағай атаhы, бала сағы хаҡындағы хәтирәләрен яҙып ебәрhә, был үҙе үк Карнайҙың яҡты иҫтәлегенә бер шәлкем сәскәләй булыр...» – тип яҙғайным уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында «Йәшлек» гәзитендә. Бына, ниһайәт, йәнә ошо темаға әйләнеп ҡайтырға насип булды.

«Башҡортостан" телевидениеһының «Телеүҙәк» тапшырыуы «Олатайҙан ҡалған аманат» акцияһын башлағас, Башҡорт кавалерия дивизияһы хаҡында бер кәлимә әйтәйем тип, Мөхәммәт олатайҙан ҡалған йәдкәрҙе ҡулыма алдым һәм... Әйтерһең, ваҡыт арбаһы мине йәнә Али Карнай тулҡынына алып барып тоташтыр­ҙы. Хәҙер шуныһы яйлы, «Клас­таштар», «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәре бар һәм улар аша Али Карнайҙың ейәне Романды табып алыуы ҡыйын булманы. Бик матур аралашты ул. Атаһы Сарим ағайҙы ла саҡырып, уның менән яңынан бәйләнеште нығыттыҡ. Романдың бөгөн үҙенең өс балаһы бар, ул шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡырымдың яңынан Рәсәйгә ҡушылыуы минең өсөн хатта Сарим ағайға ҡайтыу юлдарын асҡан кеүек тойолдо. Үҙенә лә шулай тип яҙҙым шаярыу ҡатыш: «Рәсәй Президенты һеҙҙең өсөн яулап алды Ҡырымды!» Ул ихлас ҡыуанды яңынан бәйләнеш барлыҡҡа килеүенә, тыуған яҡтарын ҡайтып күрергә теләге лә бар. Мишкә районы етәкселеге менән киләсәктә был изге эште лә атҡарып ҡуйырға кәрәк булыр. Яҡташтары – Оло Шаҙы ауылы халҡы инициатива менән сыҡһа, тағы ла һәйбәтерәк булыр ине. Профессиональ спорт менән шөғөлләнгән Сарим ағай сит тарафтарҙа бик матур итеп донъя ҡороп йәшәп ятһа ла, атаһының «Беҙ ҡайтырбыҙ!» тигән оранына тоғро ҡалып, Башҡортостанды килеп күрһен ине! Яңыраҡ «Йәшлек»тә Сарим ағайға арналған шиғыр баҫылғас, интернет аша, телефондан был хаҡта һорашыусылар бик күп булды. Барыһына яуап итеп, ошо мәҡәләне яҙҙым. Киләсәктә тағы ла бәйләнештәр нығынһын!

Лариса АБДУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға