«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Илһөйәрлекте – йыр аша



28.02.2014 Илһөйәрлекте – йыр аша

Илһөйәрлекте – йыр ашаКраснокама районында уҡыу­сыларҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәктәптәрҙә балалар һәм йәш үҫмерҙәр ойошмаһы әү­ҙем эшләй. Ветеранда­ры­быҙға тимурсылар командалары ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтә, “Изге эштәр эстафетаһы”, “Ветеран”, “Хә­тер вахтаһы” акцияларында ҡатнаша.
Уҡыусыларҙа илһөйәрлек той­ғоһо тәрбиәләү, Тыуған илгә ҡарата һөйөү уятыу маҡсатында Краснокама районының мәғариф бүлеге Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм совет ғәскәрҙәрен Аф­ғанстандан сығарыуға 25 йыл тулыу айҡанлы “Һүнмәҫ усаҡ” тип аталған патриотик йыр конкурсы ойошторҙо. Был сараға Аф­ғанстанда хәрби бурысын үтәүселәр, ветерандар, ауыл халҡы, уҡытыусылар саҡырылды. Уҙған йылдың ноябрь айында – конкурстың һайлап алыу, ғинуар айында йомғаҡлау этаптары үтте. Иң яҡшы тип табылған сығыштар “Һүнмәҫ усаҡ” конкурсының гала-концерт программаһына индерелде. 18 февралдә район мәҙәниәт һарайында үткән патриотик йыр байрамында “Вокал-соло”, “Вокаль ансамбль”, “Хор” номинацияларында еңеүселәр ҡатнашты, патриотик йырҙарҙы иң яҡшы башҡарыусылар диплом-грамоталар менән бүләкләнде.
Рәсәй Федерацияһы, Баш­ҡор­тостан Республикаһы дәүләт символдарын белеүгә арналған республика конкурсының положениеһына нигеҙләнеп, райо­ны­быҙ мәктәптәре араһында “Рәсәй Федерацияһы, Башҡор­тостан Республикаһы, Крас­нокама районының гимндарын иң яҡшы башҡарыусылар” конкурсы ла иғлан ителгәйне. Гала-концертта ошо конкурстың еңеүселәре – Ҡуян, Яңы Нуғай, Яңы Ҡайынлыҡ мәктәптәре уҡыусылары илебеҙҙең, республикабыҙҙың, районыбыҙҙың гимндарын яңғыратты.
Гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғоларын музыкаль-поэтик ижадтың яҡшы өлгөләрендә тәрбиәләүгә йүнәлтелгән “Һүн­мәҫ усаҡ” патриотик йыр конкурсы киләсәктә үҙенең һөҙөмтәләрен күрһәтер.

Регина ҒИБӘҘУЛЛИНА.
Краснокама районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға