«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Исемең дә, есемең дә батыр ине һинең, Батыр



27.12.2013 Исемең дә, есемең дә батыр ине һинең, Батыр

Тормош юлдашым, хәләл ефетем Батыр Ғәйфулла улы НАЗАРҒОЛОВТЫҢ яҡты иҫтәлегенә

Эй, ғүмер ағыштары,
Ағышта һағыштары.
Һағындыра, юҡһындыра


Исемең дә, есемең дә батыр ине һинең, БатырСер тулы ҡараштарың, – тип өндәшәм, Батыр, мин һиңә. Ғүмер юлдарың иртә киҫелмәһә, быйыл 60-ты түңәрәкләр инең.
Бынан ун йыл элек, 50 йәшеңде билдәләгән юбилей табынында, сал ҡуна башлаған ҡуйы сәстәреңдән һыйпап: «Алла бойорһа, ғүмер­ҙәребеҙ булып, ап-аҡ һаҡаллы аҡһаҡал итә алһам үҙеңде», – тигән һүҙҙәремде башыңды эйә биреп моңһоу ғына тыңлағайның. Күрәһең, ихлас теләктәрем фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килмәгәндер инде. 51-гә лә баҫып өлгөрмәнең шул.
Йылдар үткән һайын һағыштар баҫыла, тиҙәр. Минеңсә, һағыштар кешенең йәшәйеше менән берләшә, тәңгәлләшә лә тормош даръяһы буйлап талғын ғына аға ла аға кеүек.
Һәр ерҙә, һәр нәмәлә – һин үҫтергән баҡсала, төҙөгән йорт, мунсала – һинең эҙҙәр, бары­һы ла һине хәтерләтә. Һәр ба­лаңда – һинең һағыш. Ана, ҡыҙ­ҙарың Айгөл, Гөлназ, Гөлнара. Өсөһө өс төрлө, әммә уларҙың өсөһөндә лә һинең булмыш, һинең тәрбиә сағыла. Үҫеп килгән ике ейәнең – Руслан менән Камил. Уларҙа ла һин бар!
Яҡты донъяның тәбиғәт миҙгелдәре лә һине хәтерләтә. Ҡыштар тыуһа – күбәләкләп яуған аҡ ҡарлы беҙ табышҡан Яңы йыл кистәре, яҙҙар килһә – йәсмин сәскәһенә төрөнгән йәшлек хистәре.
Батыр! Исемең генә түгел, есемең дә батыр ине һинең. 25 кенә йәшеңдә иңдәреңә комсомол, партия мәктәбе, армия хеҙмәте, юғары белем йөкмәп, ҙур коллективлы урта мәктәпкә етәксе булып килдең. Яратып, өлкән коллегаларыңа ҙур хөрмәт менән башҡарҙың һин директор вазифаһын. Коллек­тив та, ауыл халҡы ла бик яратты үҙеңде.
Шундай уҡ ҡыйыулыҡ менән журналистика өлкәһенә лә тәүәккәл атланың.
Тыуған Мәләүез районы гәзитендә тәжрибә туплап, аҙаҡ партия ҡушыуы буйынса Хәйбулла районында идеологик етәксе, мөхәррир булып тормош мәктәбен үттең. Ә «Йәш­лек»те йәшәтәбеҙ» тип йөрөгән замандарҙа бары 35 кенә йәш булған үҙеңә. «Китап» нәшриәтендә, Матбуғат министрлығында эшләгән йылдар һинең өсөн ысын тормош мәктәбе, яңы асыш, күтәрелеш осоро булып, киләсәккә дәрт, өмөт өҫтәгәйне лә. замана үҙгәрештәре һиндәй ихлас кешеләр юлына ҡара бесәй ише булып төштө шул.
Ғорур инең. Намыҫлы инең. Кеше өлөшөнә бер ваҡытта ла үрелмәнең, намыҫыңды тапай-тапай кеше башынан йөрөмәнең. Таҙа ине күңелең. Ғорурланам мин һинең менән, һоҡланам булмышыңа. 26 йыл бергә тарттыҡ тормош арбаһын. Балта оҫтаһы ла, баҡсасы ла, хатта мейес сығарыусы ла үҙең инең. Билмән яһау оҫтаһы ла, байрамдарҙа тәмле ҡоймаҡтар менән һыйлаусы ла һин инең.
Алтын ҡуллы, ҡайнар йөрәкле, тоғро фиғелле парым инең һин минең.
Стенаға эленгән һүрәтең эргәһенә шағирә Гөлфиә Юнысованың ошо шиғыр юлдарын элдем:
Ер йөҙөнә яралғандан бирле
Өс таяуҙа йәшәй кешелек:
Кешеләрҙе һәр саҡ кеше иткән,
Ер шарына яҡтылыҡ, нур һипкән –
Матурлыҡ, мөхәббәт, изгелек.
Ошо өс таяуҙы тотҡан ысын ир-егет инең бит һин, Батыр!
«Болот» заманса сәнғәт үҙәгендә (Баҡалы урамы, 3), «Дыуан» сауҙа йортондағы күргәҙмә залында 6 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә «Йәшлек»тең тәүге мөхәррире Батыр Назар­ғо­ловтың хәтер кисәһе ойошторола. Бергә эш­ләгән хеҙмәттәштәрен, һабаҡташтарын, яҡ­таш­тарын саҡырабыҙ.

Ф. НАЗАРҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға