«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Баязит Бикбайға арналған фильм төшөрөлдө



12.07.2013 Баязит Бикбайға арналған фильм төшөрөлдө

Баязит Бикбайға арналған фильм төшөрөлдө“Башҡортостан” киностудияһында билдәле башҡорт шағиры, драматургы, прозаигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Баязит Бикбайҙың тормошо һәм ижадына арналған ”Тере шишмә” документаль фильмын экрандарға сығарырға әҙерләнәләр.
Режиссер Вилүрә Иҫәндәү­ләтованың был кинотаҫмаһының премьераһы көҙ Кө­йөр­гәҙе районында үтәсәк. Баязит Бикбай образын танылған актер Олег Ханов кәүҙәләндергән. Фильмға сценарийҙы һә­ләтле ижадсы Зөһрә Бура­ҡаева яҙған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға