«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл буласаҡ



10.05.2013 Яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл буласаҡ

Бөйөк Еңеүҙең 68 йыллығын билдәләгән көндәрҙә Йәрмәкәй районының биш ауылында яҡ­таш яугирҙарға арналған обелискылар асылды.
Район хакимиәте башланғысы менән былтыр­ҙан бәләкәй ауылдарҙа ла фронтовиктар исеме яҙылған обелискылар ҡуйырға ниәт ителгән. Улар Ҡушҡаран, Пионер, Яңы Турай, Атамкүл кеүек ауылдарҙа ҡоролған да инде. Бығаса һәйкәлдәр ауыл биләмәләре үҙәктәрендә генә булған. Ә бөгөн Әбделкәрим, Райман, Абдул, Яңы Йәрмәкәй, Сөйәрмәттә обелискылар ҡалҡып сыҡты.
Район хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхет­динов әйтеүенсә, ошондай урындар яугирҙарҙың вариҫтары өсөн бик мөһим һәм Еңеүҙең 70 йыллығына райондың һәр ауылы һәйкәлле буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға