«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Һуғыш ветерандары – ололары, йәштәре…



10.05.2013 Һуғыш ветерандары – ололары, йәштәре…

Еңеү көнө алдынан, йола булараҡ, Башҡортостандың яугир-интернационалистары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Шундай сараларҙың береһе Өфөләге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үтте.
Осрашыуҙы Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары советы ойошторҙо.
– Яңы быуын ветерандары фашизмға ҡаршы көрәшкән өлкән быуындан эстафета ҡабул итә. Үҙебеҙҙең өлкән яугирҙарыбыҙ тураһында онотмайбыҙ, бер генә сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй, – тине БР Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Ҡунаҡтар һәм ветерандар алдында башҡорт эстрадаһы «йондоҙҙар»ы Зилә һәм Хәсән Усма­новтар, шағир-композитор Фәниә Дауытова, Дим биҫтәһендәге 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары, «Боевые друзья» вокаль-инструменталь ансамбле сығыш яһаны. Әлбиттә, ветерандарға, йы­лы һүҙ­ҙәр­ҙән тыш, иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне. Урындағы ветерандар ойошмаларының эшмәкәрлеген сағылдырған тематик фотокүргәҙмә төҙөлгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға