«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Тарихтың яңы биттәрен яҙалар



29.03.2013 Тарихтың яңы биттәрен яҙалар

Тарихтың яңы биттәрен яҙалар
Илебеҙҙәге эҙәрмәндәр отрядтары Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙмышын асыҡлау буйынса ҙур эш башҡара. 10 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Башҡор­тостандың төбәк эҙләү отрядтары фонды 64 мәртәбә экспедицияға сығып, меңләгән һалдат һәм офицер­ҙың исемен асыҡлаған, шул иҫәптән 120 яҡташыбыҙҙың һөлдәһен тапҡан. Өс самолет экипажы һәм Т – 34 танкы экипажы ағзалары, уларҙың яу юлы тураһындағы мәғлүмәттәр – беҙҙең эҙәрмәндәрҙең тынғы­һыҙ хеҙмәт емеше. Архивтарҙа тикшеренеү эштәре алып барып, яҙмыштары билдәһеҙ 3 мең һалдат һәм офицерҙың ҡайһы урындарҙа хеҙмәт итеүе, яу юлдарын асыҡлау ҙа – улар иңендә. Фонд «Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү моделе»н эшләүсе, «ОБД − Мемо­риал» сайтының «Юғалтыуҙар тура­һын­да берләштерелгән банкы»­ның ойоштороусыһы ла булып тора. Республикала 20 отрядты берләштергән ойошма эҙәрмәндәр хәрәкәте хаҡында алты фильм төшөргән, «Хәтер таҫмаһы» фильмы күп тапҡыр халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулаған.
Эҙәрмәндәр отрядтары төбәк йәмәғәт фондының юбилейына Татарстандан, Силәбе, Ленинград, Смоленск өлкәләренән коллегалары килгәйне.
Тәбрикләү тантаналары республиканың Хәрби дан музейында үткәрелде. Эҙәрмәндәрҙе ҡотларға БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, БР Президенты ярҙамсыһы Камилә Дәүләтова, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, төрлө райондарҙан йыйыл­ған эҙәрмәндәр килгәйне. «Һуғыш трагедияһы бер генә ғаиләне лә ситләтеп үтмәгән. Республиканың эҙәрмәндәр отрядтары хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемдәрен асыҡлау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. Рәсәй Президенты В. Путин да уларҙың эшмәкәрлеген юғары баһалай. Мин үҙем дә был ойошма ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған туғандарымды яҙмышын асыҡлай алдым», − тине Марат Мәрҙәнов, улар­ҙың эшмәкәрлеген юғары баһалап, һәм эҙәрмәндәр фонды етәксеһе Илдар Бикбаевҡа РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Дәүләт хәрби тарихи-мәҙәни үҙәгенең по­чет­ билдәһен тапшырҙы. Шулай уҡ Межгорье, Өфө ҡалаһы, Дыуан райо­ны эҙәрмәндәр отрядтары етәкселәре «Рәсәй патриоты» миҙалы менән бүләкләнде.
Үҙҙәренең яҡындары хаҡында мәғлүмәт табышҡан, ерләнгән урынын тапҡан эҙәрмәндәр фондына рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә һуғыш балалары ла килгәйне. Лира Хәйҙәрованың һөйләгәндәрен, моғайын, береһе лә тыныс күңел менән тыңлай алмағандыр. Һуғыш башланғанда Өфөгә эвакуацияланған ғаилә 60 йыл үткәс кенә атаһының ҡайҙа һәләк булғанын асыҡлай, ерләнгән урынын таба.
Вологда өлкәһенең эҙәрмәндәр отряды былтыр сентябрҙә Ленинград өлкәһенең Сосновка районында Бишбүләк районының Мораҙым ауылынан Хәбибрахман Батталовтың һөлдәһен, әйберҙәрен, медальонын таба. Экспонаттарҙы тапшырыу тантанаһына яугирҙың туғандары ла саҡырылғайны. Әйберҙәрҙе алырға Бишбүләк районының Мораҙым ауылынан яугирҙың килене – 80 йәшлек Сәғиҙә Халиҡ ҡыҙы Батталова, ейәнсәре Айһылыу, улы килгәйне.
«Тормош иптәшем, яугирҙың улы Ғәзиз атаһын ғүмере буйы көттө. Сөнки аталы-уллы һуғышҡа бергә алыналар. Улы иҫән ҡайта, атаһы яуҙа ятып ҡала. атаһының табылыуы Ғәзиз өсөн оло шатлыҡ булды. 88 йәшлекбабайым, түшәктә ятҡас, килә алманы. Эҙәрмәндәр алдында оло хөрмәт менән баш эйәм», − тине Сәғиҙә инәй.
Бөйөк Ватан һуғышы тарихына бөгөнгө йәш быуын − эҙәрмәндәр яңы биттәр өҫтәй. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға