«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Данлыҡлы яугирҙы иҫкә алып…



05.03.2013 Данлыҡлы яугирҙы иҫкә алып…

Башҡорт дәүләт филармонияһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шаймо­ратовтың батырҙарса һәләк булыуына 70 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте.
Сараны БР “Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәт­кәр­ҙәре ойошторҙо. Кисәгә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм Өфө уҡыусылары саҡырылғайны. Улар алдында легендар комдивтың туғандары, дуҫтары, ветерандар хәрәкәттәре вәкилдәре, яҡташтары сығыш яһаны. ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош райондары, Өфө ҡалаһының Дим районы үҙешмәкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт ҡуйылды.
Килеүселәргә филармония фойеһында командирға бағышлап әҙерләнгән фотокүргәҙмә лә әҙерләнгәйне. Ундағы экспозицияны 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы тәҡдим итте.
БР “Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Рәсүл ҡарабулатовҡа, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты музейы мөдире Дарис Әхвәҙиевҡа “Йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләгән өсөн” миҙалын тапшырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға