«Йәшлек» гәзите » Хәтер » З. Н. Нуриев



23.10.2012 З. Н. Нуриев

З. Н. Нуриев
2012 йылдың 19 октябрендә күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре Зыя Нурый улы НУРИЕВ 97-се йәшендә вафат булды.
Зыя Нурый улы республикабыҙҙа һәм илдә ҙур абруй ҡаҙанған сағыу шәхес ине. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1933 йылда, Бөрө педагогия техникумын тамамлағас, колхоз йәштәре мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Артабан Борай районы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, әрменән һуң Боҙаяҙ районы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, МТС-тың сәйәси бүлеге начальнигы, ВКП (б)-ның Боҙаяҙ райкомында икенсе секретарь, ҡыйғы райкомында беренсе секретарь була. 1945 – 1957 йылдарҙа Башҡортостан өлкә комитетында төрлө яуап­лы вазифалар башҡара, 1957 йылдың 14 июленән 12 йыл дауамында КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында беренсе секретарь йөгөн тарта.
1969 йылда Зыя Нуриев Бөтә Союз әһәмиәтендәге эшкә күсә. СССР Әҙерләүҙәр министрлығын етәкләй, СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, уның Президиумының Агросәнәғәт комплексы мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә. СССР-ҙың IV – XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Зыя Нурый улының республикалағы, илдәге яуап­лы вазифаларҙағы күп йыллыҡ эшмәкәрлеге дәүләт кимәлендә танылыу яулай. СССР-ҙың партия, дәүләт төҙөлөшөн, агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн 1975 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Ул дүрт Ленин ордены, Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ, Почет билдәһе, Салауат Юлаев ордендары, бихисап миҙал менән наградланған.
Һоҡланғыс кеше, оҫта етәксе һәм ҙур профессионал Зыя Нуриев хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктә мәңге һаҡланыр.

Р. З. Хәмитов, К. Б. Толкачев, А. Ф. Илембәтов, В. А. Балабанов, М. Ш. Мәһәҙиев, А. П. Трухан, Р. С. Ноғоманов, С. И. Афонин, Э. Ф. Исаев, С. Т. Сәғитов, И. А. Тажетдинов, Ф. Ә. Ямалетдинов, Р. И. Вилданов, И. И. Ялалов, Н. А. Хорошилов, М. С. Муллағәләмов, С. Я. Габриелов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға