«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Ҡыйғаҙытамаҡта мәртәбәле осрашыу



02.10.2012 Ҡыйғаҙытамаҡта мәртәбәле осрашыу

Ҡыйғаҙытамаҡта мәртәбәле осрашыу
Күптән түгел Мишкә районының ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Кирәй Мәргәндең балалары, туғандары менән осрашыу үтте
Мишкә районының ҡыйғаҙытамаҡ ауылы – республикаға бер түгел, ике шәхесте биргән төбәк. Был ауыл менән башҡорт халыҡ шағиры Шәйехзада Бабич һәм күренекле әҙип, фольклорсы-ғалим һәм педагог Кирәй Мәргәндең исеме бәйләнгән. Был ике шәхестең шәжәрәһе бер, улар яҡын туғандар. Шәйехзада Бабичтың туғандары йыл да тигәндәй тыуған ауылдарына, атай нигеҙенә ҡайтып тора. «бына күптән түгел ҡыйғаҙытамаҡтар Кирәй Мәргәндең балаларын, туғандарын, дуҫтарын ҡаршы алды. Әхнәф Нурый улы КирӘев 1912 йылдың 11 июлендә Мишкә районының ҡыйғаҙытамаҡ ауылында донъяға килә. Әммә Кирәевтар ғаиләһе оҙаҡ йылдар Асҡын районының Төлгөҙбаш ауылында, Пермь өлкәһендә йәшәй. Шуға күрә лә асҡындар менән мишкәләр араһында Кирәй Мәргәнде ике яҡҡа тартыу бара. Әммә беҙ хаҡлы рәүештә Кирәй Әхнәф улын яҡташыбыҙ тип әйтә алабыҙ. Һәм бөгөн балалары, ейәнсәрҙәре, дуҫтарының уның 100 йыллығын тап ҡыйғаҙытамаҡта үткәреүе быға тағы бер дәлил булып тора.
Яҙыусының улы Рушан Әхнәф улы Кирәев, уның тормош иптәше, ике ҡыҙы – Диләрә һәм Әҙилә, шулай уҡ туғандары − Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, педагог Әхсән Бабичев, рәссам Илдар Бабичев, «Мираҫ» йыр-бейеү ансамбленең художество етәксеһе Нәфирә Бабичева, фольклорсы-ғалим һәм педагог Әхмәт Сөләймәнов йыраҡ араларҙы яҡын итеп уҡыусылар менән аралашыуға килде.
Мәктәп директоры Ришат Ғәҙелхан улы, сараны асып, яҙыусының улы Рушан Кирәевҡа һүҙ бирҙе. Рушан Әхнәф улы атаһы тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште. Уҡыусылар Әхнәф Нурый улының тормошона ҡағылышлы яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Кирәевтар осрашыуға буш ҡул менән килмәгән, мәктәпкә музыкаль үҙәк, шулай уҡ Әхнәф Нурый улының төрлө йылдарҙа төшкән ғаилә фотоальбомынан фотокүргәҙмә бүләк иттеләр. Яҙыусының ейәнсәре Диләрә Рушан ҡыҙы балалар менән олатаһының тормош юлы һәм ижадына бағышланған асыҡ дәрес күрһәтте.
Унан һүҙ Әхнәф Нурый улының уҡыусыһы Әхмәт Сөләймәновҡа бирелде. Ул Башҡорт дәүләт университетының башҡорт кафедраһында бергә эшләү йылдарын һағынып һөйләне. Тағы ла Әхнәф Нурый улының шул тиклем асыҡ күңелле, ярҙамсыл, ябай кеше булыуын билдәләп үтте.
− Яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулғанда уның тураһында хатта 100 көн ултырып һөйләп бөтөрлөк түгел, − тине Әхмәт Сөләймәнов.
Аҡһаҡалыбыҙ Әхсән ағай Бабичев һүҙен былай тип башланы:
− Әхнәф Нурый улы менән беҙ ике туғандар булып сығабыҙ. Уларға барып инһәң, һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршы алырҙар ине. Әхнәф Нурый улы шул тиклем ярҙамсыл, тырыш, ныҡышмалы кеше ине. Баш­ҡорт халҡына уның аманаты «Бөркөт ҡанаты» әҫәре бул­ғандыр.
Балаларға шулай уҡ ра­йондың китапхана белгесе Тамара Мортазина яҡташыбыҙҙың балаларға яҙған хикәйәләре тураһында һөйләне. Мишкә ауыл хакимиәте башлығы Хәмит Мор­тазин ҡу­наҡ­тар алдында былай тип һүҙ тотто:
− Әхнәф Нурый улы Кирәев менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Уның әҫәрҙәре менән район халҡы таныш. ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Кирәй Мәргәнгә бюст асыу тураһында уйланырға ваҡыт. Әҙиптең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ.
Ысынлап та, башҡорт халҡына күпме хеҙмәт иткән фольклорсы-ғалим һәм педагог Әхнәф Нурый улы Кирәевҡа уның тыуған ауылы ҡыйғаҙытамаҡта бюст асыу – яҙыусы алдындағы бурысыбыҙ.

Л. ХӘСӘНОВА.

Мишкә районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға