«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Билдәле көрәшсе иҫтәлеге мәңгеләштерелде



10.07.2012 Билдәле көрәшсе иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Силәбелә Көньяҡ Уралда көрәш мәктәбен асыусы, РСФСР һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосоповҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Иҫтәлекле таҡта ҡаланың Цвиллинг урамында, оҙаҡ йылдар тренер йәшәгән йортта ҡуйылды.
Мемориаль таҡтаны асыу тантанаһында спортсының дуҫтары, туғандары, уҡыусылары, өлкә хөкүмәте һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Тантанала Харис Йосоповтың бөтәбеҙ өсөн дә әһәмиәтле ҡаҙаныштары, эше, тормошо тураһында һөйләп үттеләр. Ниндәй генә ауыр шарттарҙа эшләһә лә, “көрәш батшаһы” Бөтә Союз, ил кимәлендә танылыу яулаған спортсылар тәрбиәләүгә ирешкән.
Башҡортостандың Салауат районында тыуған Харис Йосоповтың данлыҡлы исеме беҙҙең илдә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле. Легендар көрәшсенең тәрбиәләнеүселәре Франция, Монголия, Төркиә, Алжир, Японияла ла оҫта тренер булараҡ танылыу яуланы.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға