«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Иҫтәлекле ваҡиға



10.04.2012 Иҫтәлекле ваҡиға

Иҫтәлекле ваҡиға
Бала саҡ илебеҙҙең бөтә балалары күргән һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдар михнәте менән үтеп тә китте. Һуғыш бөткәс, ауылыбыҙҙың – Иҫке Сибай ете йыллыҡ мәктәбендә уҡып, 1953 йылда уны уңышлы тамамлап, Темәс педагогия училищеһына уҡырға барҙыҡ.

Ул 1956 йылда ябылғас, бөтәбеҙ ҙә Белорет педучилищеһына барып, уны тамамлап, диплом алып, үҙебеҙҙең мәктәбебеҙгә уҡытырға ҡайттыҡ (ошо мәҡәләнең авторы, Һунаршин Сәфәрғәле, Мотаева Фәриҙә). Күп эшләргә тура килмәне, ошо уҡ йылдың ноябрендә армияға алынып, Приморье крайының Уссурийск ҡалаһында 10 айлыҡ танк командирҙары курсын тамамлап, артабан шул уҡ крайҙағы бер ҡасабала хеҙмәтте дауам иттем. Унда взвод командиры ярҙамсыһы, танк командиры вазифаһында хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарға ҡайттым.
Уҡытыу эше менән генә шөғөлләнергә яҙманы. Мәктәптең профком рәйесе, агитатор, политинформатор (армияла − партияға кандидат, 60-сы йылда партия сафына индем) булдым.
Бына ошо факттар менән бәйлеме, тормошомда ҡапыл ғына ҡәтғи үҙгәрештәр булды.
1961 йылдың август айында «Сибай» совхозы комсомол ойошмаһы секретары итеп һайланылар. Эште яйға һалырға, сафтарҙы үҫтереүгә күп көс һалырға тура килде.
1961 − 1962 йылдарҙа комсомол ойошмаларында 995 комсомолец иҫәпләнде.
1961 йыл аҙағында үткән дөйөм комсомол йыйылышында район конференцияһына 18 делегат, ә февраль айында үткән район конференцияһында өлкә комсомол ойошмаһы конференцияһына райондан туғыҙ кеше делегат итеп һайландыҡ.
Өлкә комитеттың конференцияһы аҙағында ВЛКСМ Үҙәк комитетының ХIV съезына делегаттар һайлау булды. Ул исемлектә үҙемдең исем-фамилияны ишетеп, шатлыҡтың сиге булмағандыр. 1962 йылдың 15 апрелендә «Өфө – Мәскәү» поезының махсус вагонында 50-нән ашыу (53 тип хәтерҙә ҡалған) кеше комсомол өлкә комитетының беренсе секретары Клара Төхвәтуллина етәкселегендә Мәскәүгә килеп төштөк. Беҙҙе вокзал алдында баш ҡаланың бер төркөм йәштәре ҡаршы алды. Митинг башланды. Башҡортостан делегацияһын улар:
− ҡояшлы Башҡортостан делегацияһына сәләм, ур-р-ра! − тип ҡаршыланы.
Беҙҙе «Россия» ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар.
Ике сәғәт ял иткәс, Кремлгә барып теркәү үттек. Кәрәк-яраҡ документтар бирҙеләр. Съезд дүрт көн барҙы.
Унда космонавтар Юрий Гагарин, Герман Титов та ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы залдың 4 − 5-се рәттәрендә урынлашты, Юрий Гагарин, Герман Титов тәүге рәттә, беҙҙең алда ултырҙы. Съезд ябылғас та, бөтәбеҙ ҙә Кремлдең Георгиевский залына йыйылдыҡ.
Космонавтар менән аралашыу, улар менән фотоға төшөү ул заманда ныҡ әһәмиәтле ине. Бик ғорурландыҡ.
Урал зонаһы делегаттары менән күмәкләшеп фотоға төшкәйнек. Был фотоһүрәтте бик ҡәҙерләп һаҡлайым.

Мансур ИБРАҺИМОВ,
аҡһаҡалдар, ветерандар советы ағзаһы,
хеҙмәт ветераны
.

Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға