«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Бәхил бул, генерал!



14.02.2012 Бәхил бул, генерал!

Бәхил бул, генерал!
92-се йәшендә оҙайлы һәм ҡаты ауырыуҙан һуң Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Чехословакия Геройы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы, Өфөнөң, Чехия һәм Словакияның 16 ҡалаһының почетлы гражданы Даян Баян улы Мурзин вафат булды.
Рига хәрби училищеһын тамамлағас, Баҡалы егете Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән үк фронттың алғы һыҙығына алына. Төньяҡ-көнбайыш фронттың 10-сы уҡсылар дивизияһы составында һуғыша башлай. 1942 йылда Белоруссияла, Украинала һәм Молдавияла партизан отрядтарын ойоштороу менән шөғөлләнә. Партизан хәрәкәтен ойоштороу өсөн Даян Мурзин 1944 йылда Словакияға оҙатыла. Бында ул партизан отрядтары штабы начальнигы, дошманға ҙур юғалтыуҙар килтергән Ян Жижка исемендәге интернациональ партизан бригадаһы командиры була. Фашистар уны «ҡара генерал» тип йөрөтә. Ул Моравия территорияһында 1945 йылдың 9 майына тиклем һуғыша. Демобилизациянан һуң Даян Баян улы оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында яуаплы вазифаларҙа эшләй.
Легендар офицер-разведчик хөрмәтенә Чехословакияла һәйкәл ҡуйылған, урамдарға исеме бирелгән, уның тураһында китаптар яҙылған, фильм төшөрөлгән.
Даян Мурзин хаҡындағы яҡты иҫтәлек йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға