«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Шайморатовҡа – Герой исеме



14.02.2012 Шайморатовҡа – Герой исеме

Шайморатовҡа – Герой исеме
Башҡортостанда арҙаҡлы шәхесебеҙ, легендар генерал Миңлеғәле Шай­моратовҡа Рәсәй Геройы исемен юллауға бәйле акция барыуы хаҡында яҙғайныҡ инде. Был сара «Комдив Шай­моратов. Геройҙың ҡайтыуы» исеме аҫтында бара. Ойоштороу­сылары – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, «Рәсәй радиоһы – Башҡортостан», Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар союзы.
Был акцияны «Йәшлек» коллективы ла хуплай. Ат уйнатып, башҡорттарҙы әйҙәп, яуға барған данлыҡлы яҡташыбыҙ Герой исеменә мотлаҡ лайыҡ, тип һанайбыҙ.
Музейҙан хәбәр итеүҙәренсә, акцияға республикабыҙҙың ойошма-коллективтары дәррәү ҡушылған. Мәҫәлән, «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы коллективы беренселәрҙән булып ҡултам­ғалар йыйып тапшырған, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ла ошо иҫәптә. Салауат ҡалаһынан, 15 меңләп ҡултамға йыйыл­ған, тип хәбәр иткәндәр, Хәйбулла райо­нындағы тау-байыҡтырыусыларынан, белем биреү учреждениеларынан да бер мең ҡултамға килгән.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ ҙә был изге эштән ситтә ҡалмаҫһығыҙ, тип ышанабыҙ.

Әйткәндәй, ҡултамғалар йыйыу пунктының адресы: 450095, Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27-се йорт. Телефондары: 227-52-02, 227-47-57. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға