«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Күптән лайыҡ



31.01.2012 Күптән лайыҡ

Шайморатовҡа «Рәсәй Геройы» исемен биреүҙе юллап, ҡултам­ғалар йыйыла
Күптән лайыҡ
Республикала «Комдив Шаймо­ратов. Геройҙың ҡайтыуы» тигән акция ойошторолдо. Уның маҡсаты – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа «Рәсәй Геройы» исемен бирҙереүгә өлгәшеп, тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү. Акция инициаторҙары республика муниципалитеттарына һәм дәүләт власы органдарына был проектты хуплаһындар өсөн хаттар ебәрә.
Был проектты хуплаған ҡултамғалар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында туплана. Адресы: 450095, Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27. Телефондар: (347) 227-52-02, 227-47-57.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға